Жәғәфәр әс-Садиҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
90 юл: 90 юл:


== Әҙәбиәт ==
== Әҙәбиәт ==

{{refbegin2}}
* {{ИЭС1991|С. П.|Джафар ас-Садик|60-61}}
* {{ИЭС1991|С. П.|Джафар ас-Садик|60-61}}
* {{ИЭС2007|Джафаритский мазхаб|235}}
* {{ИЭС2007|Джафаритский мазхаб|235}}

04:42, 30 декабрь 2021 өлгөһө

Жәғәфәр әс-Садиҡ
ғәр. جَعْفَرَ بْنَ مُحَمَّدٍ الصّادِقَ
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Тыуған көнө 20 апрель 702[2]
Тыуған урыны Мәҙинә, Хижәз, Өмәүиҙәр хәлифәлеге
Вафат булған көнө 16 декабрь 765 (63 йәш)
Вафат булған урыны Мәҙинә, Хижәз, Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге
Ерләнгән урыны Әл-Баҡый
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Мухаммад аль-Бакир[d][3]
Әсәһе Умм Фарва бинт аль-Касим[d]
Бер туғандары Sultan Ali[d] һәм Amna bint Muhammed Al-Baqir[d]
Хәләл ефете Умм Исмаил Фатима[d][4] һәм Q22934442?[4]
Балалары Муса аль-Казим[d][5], Исмаил ибн Джафар[d], Али аль-Ураизи[d], Абдуллах аль-Афтах[d], Мухаммад аль-Дибадж[d], Исхак ибн Джафар[d], аль-Аббас ибн Джафар[d], Фатима бинт Джафар[d], Умм Фарван бинт Джафар[d] һәм Асмаа бинт Джафар[d]
Туған тел Ғәрәп теле
Һөнәр төрө Ғөләмә, дин белгесе, Фаҡиһ, Имам
Эшмәкәрлек төрө Фиҡһ һәм Хәҙис ғилеме
Биләгән вазифаһы Ун ике имам
Уҡыусылар Васил ибн Ата[d], Муса аль-Казим[d], Әбү Хәнифә, Мәлик ибн Әнәс, Жәбир ибн Хәйән, Сүфйән әҫ-Ҫәүри һәм Сулейман аль-Амаш[d]
Кемдә уҡыған Мухаммад аль-Бакир[d]
Префикс титула аль-Имам[d]
Эра Исламдың алтын быуаты
Кунья Абу Абдуллах[d]
 Жәғәфәр әс-Садиҡ Викимилектә

Әбү Абдуллаһ Джафар ибн Мөхәммәт әл-Ҡорайыш, Джафар әс-Садиҡ (ғәр. جعفر الصادق‎; 702, Мәҙинә — 765, Мәҙинә) — ислам дине белгесе, Мөхәммәт пәйғәмбәр нәҫеле, факиһ, мөхәддис. Джафарит мәҙһәбе эпонимы . Шиғый-имамиттар һәм исмаилилар уны алтынсы гонаһһыҙ имам булараҡ хөрмәт итәШиғый-имамиттар доктринаһына ярашлы ул эзотерик белемгә эйә була (джафр). Хәлифәлектә власҡа дәғүә итмәй һәм ниндәйҙер сәйәси эшмәкәрлектә ҡатнашыуҙан баш тарта. Уның уҡыусылары араһында «киҫкен» шиғыйҙар ҙа, шулай уҡ сөнниселәр мәҙһәбенә нигеҙ һалыусылар ҙа була. Джафар әс-Садиҡтың хәҙистәр, фиҡһ, тәфсир буйынса бер нисә әҫәре бар, тигән фекер таралған, әммә уның уларҙың авторы булыуы шик аҫтына ҡуйыла. Джафар әс-Садиҡ үлгәндән һуң шиғыйҙар бер нисә общинаға, шул иҫәптән шиғыйҙарҙың исмаилит тармағына ла бүленә.

Биографияһы

Джафар әс-Садиҡтың биографияһында төрлө шиғый ағымдарына ҙур иғтибар бүленә. Ул Мәҙинәлә Мөхәммәт пәйғәмбәр һәм Али ибн әбү Талиб — Мөхәммәт әл-Бакир нәҫеле ғаиләһендә тыуа[6]. Джафарҙың әсәһе Мәҙинәлә киң танылған факиһ һәм тоғро хәлиф Әбү Әбүбәкерҙең ейәне Ҡасим ибн Мөхәммәттең ҡыҙы була. Ә әсәһе буйынса апаһы пәйғәмбәрҙең ҡатыны Ғәйшә менән дуҫтарса мөнәсәбәттә була һәм унан бик күп хәҙистәр ала[7].

Уның тыуған көнө аныҡ билдәле түгел, әммә күпселек сығанаҡтар күрһәтеүенсә, 702 йыл булырға тейеш. Башҡа сығанаҡтар буйынса, 699 йәки 705 йылда тыуа. Атаһының үлеме буйынса ла биографтар араһында фекер айырымлығы бар. Күпселек сығанаҡтар Джафарҙың атаһы 735 йылда вафат, тип күрһәтә, әммә 732 һәм 743 йылдарҙы күрһәткән сығанаҡтар ҙа бар[8].

Кәрбәлә ҡалаһындағы фажиғәле ваҡиғаларҙан һәм хакимлыҡ итеүсе властар тарафынан Алидтарҙы артабан эҙәрлекләүҙәрҙән һуң уларҙың күбеһе сәйәси эшмәкәрлектән ситләшә һәм үҙҙәрен тулыһынса ислам фәндәренә бағышлай. Пәйғәмбәр вариҫтары хәҙистәр буйынса бик яҡшы белгестәр була, уларҙы халыҡ араһында таратыу менән дә шөғөлләнә, шулай уҡ Ҡөрьәнде дөрөҫ итеп аңлата белә. Бала сағынан Джафар әс-Садиҡ исламды өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүлә. Ул олатаһы Зәйнәләбидин һәм атаһы Мөхәммәт әл-Бакирҙан белем ала [7].

Ул Дамаск ҡалаһында Өмәүиҙәр династияһы хакимлыҡ итеүҙең икенсе яртыһында йәшәй. Был осорҙа ҡалала төрлө ихтилалдар (башлыса, шиғыйҙар ихтилалдары), Ғәббәсиҙәрҙең күтәрелеше була һәм Бағдадта Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге булдырыла[8].

Джафар әс-Садиҡ өмәүиҙәр хәлифәһе Хишамдың бойороғо буйынса Дамаскиға саҡырылған атаһын оҙатып йөрөй. Хәлифә Мөхәммәт әл-Бакир резиденцияһында хәлифә Али ибн Әбү Талибтың вәкәләттәре буйынса Нафиға ҡаршы дебаттарҙа ҡатнаша[8].

Джафар әс-Садиҡ артынан барырға теләүселәр һәм уның яҡлылар арта бара, уларҙың күбеһе шиғый йүнәлеше яҡлы була[8]. Уның уҡыусылары араһында Әбү Хәниф, Малик ибн Әнәс һәм Васил ибн Ата кеүек билдәле дин белгестәре бар[9].

Джафар әс-Садиҡ фикһ буйынса төп ысулдарҙы аңлата; уны ысын мәғәнәһендә ислам фәненә нигеҙ һалыусыларҙың береһе тип атарға хоҡуҡлыбыҙ[7].

Үлеме

Әл-Баки зЗыяратындағы мавзолей (1926). Имам Джафарәс-Садиҡ, Хәсән, З. әл-Абидин һәм әл-Бакир ерләнгән урын .
Джафар әс-Садиҡ ҡәбере (2011).

Джафар әс-Садиҡ 765 йылда Мәҙинәлә вафат була. Шиғый риүәйәттәренә ярашлы, хәлифә әл-Мансур бойороғо буйынса Джафар әс-Садиҡ ағыу эсереп үлтерелә, әммә был йәһәттән тарихсылар икеләнеү белдерә[10][9]. Әл-Баҡый зыяратында, атаһы һәм олатаһы Зәйнәләбидин ҡәбере янында ерләнгән[9]. Уның ҡәбере Сәғүд Ғәрәбстанына нигеҙ һалған король ибн Сәғүд етәкселегендәге ваххабиттар емергәнгә тиклем мосолмандар, бигерәк тә шиғыйҙар өсөн ғибәҙәт ҡылыу урыны була[11].

Джафар әс-Садиҡ үлгәндән һуң шиғыйҙар бер нисә общинаға бүленә. Тарихсылар фекеренсә, имамдарҙың күсәгилешлегенә бәйле бәхәстәр шиғыйҙарҙың бүлгесләнеүенә килтерә. Джафар әс-Садиҡ беренсе ҡатыны Фатиманан тыуған өлкән улы Исмәғилде (вафаты 762 й.) имам итеп тәғәйенләй, әммә ул атаһынан иртә вафат була. Берәүҙәр, Джафар Исмәғилдән һуң имам итеп икенсе улы Абдуллаһ әл-Әфтәхты тәғәйенләгән, ти[8]. Әммәшиғыйҙарҙың күпселеге ас шиғи имамы Джафар әс-Садиҡтың һәм Хәмиҙәнең улы — Муса әл-Казимды законлы имам тип таный, һәм ул имамдар исемлегендә етенсе имам булараҡ теркәлә [12].

Шиғыйҙарҙың бер өлөшө фекерсә, Исмәғил вафат булмаған, ә «йәшеренгән» генә; икенсе өлөшө («ете имам яҡлылар»), Исмәғил вафатынан һуң уның улы Мөхәммәт етенсе имам тип иғлан ителергә тейеш, тип иҫәпләй[9]. Шиғыйҙарҙың был ике өлөшө лә исмаилит тармағын формалаштыра[8].

Шиғый-навуситтар раҫлауынса, Джафар әс-Садиҡ ысынын да үлмәгән, ә «йәшенгән генә», һәм ул Мәһди[13]сифатында ҡайтасаҡ.

Дини эшмәкәрлеге

Дини фәндәрҙе (хәҙистәр, тәфсирләр, фикх)өйрәнеүҙәғаилә традицияларын дауам итеп, Джафар әс-Садиҡ «уртаса» шиғыйҙарҙың рухи башлығы булып китә. «Киҫкен» шиғыйҙарҙан ул ҡәтғи рәүештә айырылырға тырышһа ла, уларҙың эшмәкәрлеге Джафар әс-Садиҡ исеме менән бәйле. «Киҫкен» шиғыйҙарҙың эшмәкәрлеге ижтимағи мөнәсәбәттәрҙең тотороҡһоҙлоғына һәм идея эҙләүҙәргә бәйле[12]. Сөнниҙәр Джафар әс-Садиҡты хәҙистәр һәм хоҡуҡ белгесе булараҡ ихтирам итә.[8]. Ул төрлө суфый тәриҡәттәре рухи сылбырына (силсила) индерелгән[12].

Ә шиғый-имамиттар шиғыйизм тарихында уға айырым бер урын бүлә. Нигеҙендә илаһи яҡтылыҡ манифестацияһы ятҡан имамат доктринаһын ул эшкәрткән; айырым дин системаһын, төрлө доға һәм вәғәздәр булдырыу ҙа уға бәйле, тип иҫәпләнелә[9]. Имамиттың дин белгестәре үҙҙәренең хәҙистәр һәм фикһ буйынса эштәр йыйынтыҡтарында Джафар әс-Садиҡ һүҙҙәрен һәм эшен атап үтә[8].

Джафар әс-Садиҡтың тәғлимәте йөкмәткеһенә ҡапма-ҡаршы фекерҙәр һалынған, шуға ла уның тәғлимәтен дөйөмләштереүҙә ауырлыҡтар килеп тыуа. Дини йүнәлештәге төрлө мәктәптәр үҙ маҡсаттарына өлгәшеү өсөн ошо ҡаршылыҡтарҙы файҙалана ла инде. Харижиларҙан башҡалар, үҙ ҡараштарын нығытыу маҡсатында, Джафар әс-Садиҡтың үҙҙәренең рухи мәктәбенә индерелеүен теләй. Джафар әс-Садиҡтың исемен ҡаршылыҡлы һәм бер-береһенә ҡаршы торған дини һәм хоҡуҡи традицияларҙа ҡулланыу был шәхестең мөһимлеген раҫлай һәм уның тәғлимәтен һәм ҡараштарын яҡтыртырға тырышыуҙа ауырлыҡтар тыуҙыра[14].

Уның дини тәғлимәтендә мөтәзилиҙәр (мәҫәлән, тәшбихтән баш тартыу) йоғонтоһо һиҙелә. Тәҡдир мәсьәләләре буйынса (кадар) ул мөтәзилиҙәрҙең ихтыяр ирке тураһындағы ҡануниәтенән баш тарта, шул уҡ ваҡытта джабариттарҙың тәҡдиргә ышаныуын танымай[12][9].

Джафр

Шиғый-имамиттарҙың доктринаһына ярашлы, Мөхәммәт пәйғәмбәр (әһле бәйт) ғаиләһенең бөтә ағзалары дини белемдәрҙең барыһын да туранан-тура пәйғәмбәрҙең үҙенән ала, һәм улар имамдар тарафынан быуындан-быуынға тапшырыла килә. Шиғыйҙар йолаһы буйынса, «джафр» (туранан-тура: «нығынған бәрәс») һүҙе менән аталған эзотерик ғилемдәр бер имамдан икенсе имамға тапшырыла килә. Джафар әс-Садиҡ, шиғый традицияһына ярашлы, «джафр» өлкәһендә тәрән белемле була[7] .

Сөнниҙәр имамдарҙа йәшерен һәм серле белемдең булыуын инҡар итә. «Джафр» фәне тураһындағы риүәйәттәрҙең күбеһе Мөхәммәт әл-Кулайниның (864—941) сөнниҙәрҙең хәҙистарҙы ышаныслы тапшырыусы тип танылған китабында тупланған[7].

Сәйәси ҡараштары

Атаһы һәм олатаһы (ЗәйнәләбидинЗәйнәләбидин) кеүек, Джафар әс-Садиҡ имаматҡа һәм власҡа дәғүә итмәй, сәйәси эшмәкәрлектә нисек кенә булһа ла ҡатнашыуҙар баш тарта[12]. Зәйдә ибн Али үлтерелгәндән һуң ул, күп йылдар буйына ираклыларҙың үҙҙәрен шиғый йүнәлеше яҡлы тип атап йөрөтһә лә, хәл иткес мәлдәрҙә «пәйғәмбәр ғаиләһенән» баштарын бора һәм уларҙы ташлап сығып китеүен аңлай. Али ибн әбү Талиб, Хөсәйен ибн Али, ЗәйнәләбидинЗәйдә ибн Али менән шул уҡ хәл ҡабатлана[7].

Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге.территорияһы.

Өмәүиҙәр хәлифәһе Хишам һәм ғәббәсиҙәр хәлифәһе әл-Мансур менән тыныс мөнәсәбәттә була. Өмәүиҙәр властан төшөрөлгәс, шиғыйҙар власҡа Алидтар килер тип көтә, Джафар әс-Садиҡ,нейтралитет һаҡлап, Алидтар юлбашсыһы булып хәлифәлектә власть өсөн көрәшеүҙән баш тарта. Моғайын, ул ваҡытта реаль властың ғәббәсиҙәрҙең ҡулында булыуын һәм ҡораллы көрәш уның еңеүе менән тамамланасағын күҙаллағандыр.[15].

Джафар әс-Садиҡ бабаһы Зәйдә ибн Алиның Куфтала башлаған ихтилалына ҡушылыуҙан баш тарта һәм, шиғыйҙар өсөн ҡораллы ихтилал зыян ғына килтерәсәк, тип иҫәпләй ул[8][9]. Ул ғәббәсиҙәр хәлифәһе әл-Мансур Джафарҙың ике туған ҡустылары Мөхәммәт (Хиджазда) һәм Ибраһим (Ираҡта) юлбашсылары булған Алидтар ихтилалын ҡаты баҫтыра. Ихтилал юлбашсылары үлтерелгәндән һуң Алидтарҙың ябай кешеләренә ҡаршы репрессиялар башлана[7]. Тап ошо сәбәп буйынса Джафар әс-Садиҡ власть өсөн ҡораллы көрәштә ҡатнашырға теләмәй һәм тик дини эшмәкәрлеккә генә тулыһынса бирелә[12].

Шиғый-имамиттар Джафар әс-Садиҡты Аллаһы Тәғәлә ихтыярын үтәүсе алтынсы «гонаһһыҙ» имам тип иҫәпләй. Сәйәси власы булмаған һәм уны ҡулына алырға теләмәгән имамдар тап шулай атала. Ә бына шиғый-зәйдиттәр, общинаға етәкселек итергә ынтылмаған имамдан файҙа юҡ, тип һанай[7].

Джафар әс-Садиҡ хоҡуҡи ҡарарҙарҙы Ҡөрьәндең һәм сөннәттең аңлайышлы мәғәнәләре нигеҙендә сығара. Хәҙерге заман шиғыйҙар пәйғәмбәр ғаиләһенә барып тоташҡан хәҙистәрҙе генә таный, ә сөнниҙәр Джафар әс-Садиҡтың бер ҡасан да пәйғәмбәрҙең башҡа арҡалаштырының вариҫтары менән дә мөнәсәбәттәрен өҙмәүенә күрһәтә[7].

Хәлифәлектең төрлө төбәктәрендә киҫкен шиғый төркөмдәренең әүҙем эшмәкәрлеген алып барған хәлифә Әбү Джафар әл-Мансур, Джафар әс-Садиҡ власҡа ҡаршы ихтилал ойоштороу менән шөғөлләнәлер, тип шикләнә. Әммә, Джафар әс-Садиҡ төрлө фетнәләргә ҡағылышы һәр ваҡыт булмауын раҫлай, ә хәлифә уны ололап хөрмәт итә[7].

Файл:Madhhab ru.jpg
Мәҙһәбтәрҙең таралыу картаһы.

Фикһ

Шиғый-имамиттар Джафар әс-Садиҡты бишенсе «хаҡ дин» йүнәлешендәге джафарит мәҙһәбенә нигеҙ һалыусы тип таныйҙар. Джафар әс-Садиҡтың хоҡуҡи ҡарашы джафарит хоҡуҡи мәктәбен булдырғанда ниндәй дәрәжәлә йоғонто яһауын әйтеүе ауыр[16].

Джафар әс-Садиҡ ҡарар ҡабул иткәндә оҡшашлыҡ буйынса фекерҙе(ҡыйяс) ҡулланыу-ҡулланмауы билдәһеҙ, әммә һис шикһеҙ, ҡарарҙы ул фекер (әр-рай) нигеҙендә сығарғандыр. Күрәһең, ул ҡыясты ҡулланмай, аҡыл (ғаҡел) дәлилдәренә таянып эш иткәндер[7].

Сөнниселәрҙең дин белгестәре, Джафар әс-Садиҡтың тәғлимәте ғәмәлдә сөннәттән айырылмаған тиәрлек, тип һанай, тик ул үлгәндән һуң, хоҡуҡи ысулдар бер ни тиклем икенсе төрлө форманы ала. Шиғыйҙар быны, әлбиттә, кире ҡаға[7].

Имамит әҙәбиәтендә хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса уның әйткәндәре джафарит мәҙһәбенең мөһим сығанағы булып тора[8].

Уҡыусылары

Джафар әс-Садиҡ дини һәм хоҡуҡи мәсьәләләр тикшерелгән йыйылыштар (мәжлес) ойоштора[12]. Ул үҙе тирәһенә Куфа йәки Басрала йәшәгән әүҙем аҡыл эйәләрен йыя[9]. Был йыйылыштарҙа ҡатнашыусыларҙың күбеһе аҙаҡ шиғый догматикаһының формалашыуы буйынса төрлө һорауҙарҙы Джафар әс-Садиҡ исеменән аңлатырға тырыша. Бик күп хәҙистәр, фиҡһ, тәфсир, шулай уҡ тылсым (Китаб әл-джафр)[8], алхимия һәм астрология буйынса бик күп эштәрҙе ул яҙған тип иҫәпләнелә. Батиниттар уны Ҡөрьән тексын аллегория нигеҙендә аңлатыу тураһындағы тәғлимәтте булдырыусы тип иҫәпләй. Ҡайһы бер хәҙерге заман ислам дине белгестәре уны «ғәрәп ғилми традицияларының атаһы» тип атай.[12].

Имам Джафар әс-Садиҡтың уҡыусылары араһында Хишам ибн әл-Хаҡам (вафаты 796) һәм Мөхәммәт ибн ән-Нуман (вафаты 799) айырым урын биләй. Хишам ибн әл-Хаҡам имамит уҡыуҙарына бер нисә ҡағиҙә индерә, аҙаҡ улар дин тәғлимәттәренең нигеҙен формалаштыра. Мөхәммәт ибн ән-Нуман (ҡушаматы — Шайтан ат-Так) һуңғы имамит идеологияһына ҡапма-ҡаршы килгән антропоморфик фекерҙәрен белдерә.

«Киҫкен» шиғый (гулат) Абул-Хаттаб Мөхәммәт әл-Асади (755 й. язалана) үҙенең Джафар әс-Садиҡ менән бәйләнеше тураһында белдерә. Уның раҫлауынса, Джафар әс-Садиҡ Аллаһ, ә ул уның рәсүле. Джафар әс-Садиҡ унан баш тарта. Был тәғлимәткә эйәреүселәр хаттабиттар тип атала. Имамит йолалары Джафар әс-Садиҡ менән әл-Асади араһында бәйләнештең булыуын кире ҡаға[8].

Урта быуаттағы Европа ҡулъяҙмаһында Джабир ибн Хайяндың һүрәте.

Джафар әс-Садиҡтың уҡыусылары араһында «киҫкен» шиғый әл-Муфаддал әл-Джуфи ҙа (Куфа ҡалаһында 760 йылда язалана) бар, Джафар әс-Садиҡ унан асыҡтан-асыҡ баш тарта. Әл-Джуфи үҙенең Китаб әт-тәүхит, әс-Сират, әл-Хафт әҫәрҙәрендә «уҡытыусыһы-әфәндеһе» Джафар әс-Садиҡҡа һылтанма яһай, әммә уның авторлығы шик аҫтына ҡуйыла[15].

Джабир ибн Хайян, Джафар әс-Садиҡ хоҡуҡ белгесе генә түгел, ә аҡыл эйәһе, философ, тәбиғи фәндәр һәм космогония менән шөғөлләнә, тип белдерә. Шиғыйҙарҙан айырмалы рәүештә, сөнни дин белгестәре Ибн Хайян хеҙмәттәренең дөрөҫлөгөн шик аҫтына ҡуя[7].

Хеҙмәттәре

Джафар әс-Садиҡ тәғлимәтенә ҡараған хеҙмәттәр бер нисә категорияға бүленә:

  1. Джафар әс-Садиҡ авторы тип танылған хеҙмәттәр: Ҡадарит, хариджит, «киҫкен» рафидиттарҙы, шулай уҡ «Ҡөрьән тәфсирҙәрен» «кире ҡағыу».
  2. Джафар әс-Садиҡ яҙған тип иҫәпләнгән хәҙистәр йыйынтыҡтары.
  3. Джафар әс-Садиҡ уҡыусыларының эштәре.
  4. Агиографик һәм ересиографик сығанаҡтарҙа Джафар әс-Садиҡтың ҡараштарын тасуирлау[14].

Шиғый төркөмдәренең күбеһенең фекеренсә, Джафар әс-Садиҡ аҡыл менән эш итеүҙе өҫтөн күргән, йәғни такия ҡулланған. Шуға ла уның реаль ҡараштарын теүәл генә итеп аңлатып булмай[14].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Прозоров С. М. Джафар ас-Садик // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 60-61.
  • Али-заде, А. А. [235 Джафаритский мазхаб] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Петрушевский И. П. Ислам в Иране в VII—XV вв. (Курс лекций) / Отв. редактор проф. В. И. Беляев. — М.: Издательство Ленинградского университета, 1966. — С. 250—251. — 400 с. — 2320 экз.
  • D̲j̲aʿfar al-Ṣādiḳ / Hodgson, M.G.S. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
  • Jaʿfar al-Ṣādeq — Encyclopædia Iranica