Ғәлиәкбәр мәктәбе: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Вәхит (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
{{Школа
{{Школа
|Название = Ғәлиәкбәр мәктәбе
|Название = Ғәлиәкбәр мәктәбе
|Сокращение = Галиакбаровсий филиал МОБУ СОШ села Старосубхангулово
|Сокращение = Галиакберовский филиал МОБУ СОШ села Старосубхангулово
|Изображение = Ғәлиәкбәр мәктәбе.jpg
|Изображение = Ғәлиәкбәр мәктәбе.jpg
|Оригинал =
|Оригинал =
29 юл: 29 юл:


== Тарихы ==
== Тарихы ==
Башҡортостан Бөйөк Октябрь революцияһына тиклем грамотаһыҙҙар иленең береһе була. Батша хөкүмәте, үҙенең колониаль сәйәсәтенә тоғро булараҡ, планлы рәүештә урыҫ булмаған милләттәрҙең иҡтисади һәм мәҙәни үҫешенә тотҡарлыҡ яһарға тырыша. 1914—1919 уҡыу йылында Өфө губернаһында дәүләт һәм донъяүи мәктәптәрҙә уҡыу йәшендәге башҡорт балаларының 5,6 % мәктәптә уҡый, күберәген бай ҡатлам балалары тәшкил итә. Ошо арҡала башҡорттар, татарҙар үҙ балаларын дини уҡыуға бирәләр. Ундай мәктәптәр Өфө губернаһында [[1914 йыл]]да 1578-гә етә, ә уларға хөкүмәт тарафынан бер ниндәй ҙә материаль ярҙам булмай, уҡытыу сығымдарын ата-әсәләр күтәрә. Балаларға, йәштәргә урта белем биреү бөтөнләйгә мөмкин булмай. 1913—1914 уҡыу йылында Өфө губернаһында урта мәктәптәрҙә 4778 уҡыусы булып, шуларҙан башҡорттар — 12, татарҙар — 28 була. Улары ла мулла һәм бай балалары.
Башҡортостан [[Октябрь революцияһы|Бөйөк Октябрь революцияһы]]на тиклем грамотаһыҙҙар иленең береһе була. Батша хөкүмәте, үҙенең колониаль сәйәсәтенә тоғро булараҡ, планлы рәүештә урыҫ булмаған милләттәрҙең иҡтисади һәм мәҙәни үҫешенә тотҡарлыҡ яһарға тырыша. 1914—1919 уҡыу йылында Өфө губернаһында дәүләт һәм донъяүи мәктәптәрҙә уҡыу йәшендәге башҡорт балаларының 5,6 % мәктәптә уҡый, күберәген бай ҡатлам балалары тәшкил итә. Ошо арҡала башҡорттар, татарҙар үҙ балаларын дини уҡыуға бирәләр. Ундай мәктәптәр Өфө губернаһында [[1914 йыл]]да 1578-гә етә, ә уларға хөкүмәт тарафынан бер ниндәй ҙә материаль ярҙам булмай, уҡытыу сығымдарын ата-әсәләр күтәрә. Балаларға, йәштәргә урта белем биреү бөтөнләйгә мөмкин булмай. 1913—1914 уҡыу йылында Өфө губернаһында урта мәктәптәрҙә 4778 уҡыусы булып, шуларҙан башҡорттар — 12, татарҙар — 28 була. Улары ла мулла һәм бай балалары.


=== Мәктәп асылыуы ===
=== Мәктәп асылыуы ===
Мәктәп урынлашҡан Ғәлиәкбәр ауылы [[Өфө губернаһы]]ның иң төпкөл ауылдарының береһе була: оло ауыл, ҡасабаларҙан 45—50, ә [[Стәрлетамаҡ]] ҡалаһынан 100, [[Белорет]]тан 200 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан. Революцияға тиклем ауылда 20-ләп кенә өй була.
Мәктәп урынлашҡан Ғәлиәкбәр ауылы [[Өфө губернаһы]]ның иң төпкөл ауылдарының береһе була: оло ауыл, ҡасабаларҙан 45—50, ә [[Стәрлетамаҡ]] ҡалаһынан 100, [[Белорет]]тан 200 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан. Революцияға тиклем ауылда 20-ләп кенә өй була.


1929-30 йылдарҙа өс йылға уҡытырға Байғаҙынан (Үҙән) Мөхәмәтҡолов Сабирйән<ref>[https://bash.news/yuldash/yazmyshtarza-il-tarihy/25484-sabirjen-sesen-4739 Сабирйән сәсән]</ref> килгәс, мәсетте һорап алып ике уҡытыусы уҡыта. Сәғитов Хаммат һәм [[Мөхәмәтҡолов Сабирйән Мөхәмәтзакир улы|Сабирйән Мөхәмәтҡолов]] ололарҙы уҡыта. Ошо йылда уҡыусыларға китап, дәфтәр һәм ҡәләм бирелә. Таҡта урынына ҙур тимер ҡалай ҡулланыла. Байрамдарҙы матур итеп ойоштора.
1929-30 йылдарҙа өс йылға уҡытырға Байғаҙынан (Үҙән) Мөхәмәтҡолов Сабирйән<ref>[https://bash.news/yuldash/yazmyshtarza-il-tarihy/25484-sabirjen-sesen-4739 Сабирйән сәсән]</ref> килгәс, мәсетте һорап алып ике уҡытыусы уҡыта. Сәғитов Хаммат һәм [[Мөхәмәтҡолов Сабирйән Мөхәмәтзакир улы|Сабирйән Мөхәмәтҡолов]] ололарҙы уҡыта. Ошо йылда уҡыусыларға китап, дәфтәр һәм ҡәләм бирелә. Таҡта урынына ҙур тимер ҡалай ҡулланыла. Байрамдарҙы матур итеп ойоштора.
81 юл: 81 юл:


Мәктәп директоры Әкрәм Һатыбалов Бөрйән районы ауылынан, [[немец теле]] һәм [[урыҫ теле]] уҡытыусыһы Йосопов Темәстән килә. Башҡорт теленән Шәйәхмәтов, тарих һәм ботаниканан Һатыбалов, башланғыс кластарҙа Шәнгәрәева һәм Шәйәхмәтовтар уҡыталар.
Мәктәп директоры Әкрәм Һатыбалов Бөрйән районы ауылынан, [[немец теле]] һәм [[урыҫ теле]] уҡытыусыһы Йосопов Темәстән килә. Башҡорт теленән Шәйәхмәтов, тарих һәм ботаниканан Һатыбалов, башланғыс кластарҙа Шәнгәрәева һәм Шәйәхмәтовтар уҡыталар.

== Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр ==
* [[Ғәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улы]]
* [[Сәғитов Зәки Хаммат улы]]
* [[Ҡаһарманов Абдулхаҡ Абдрахман улы]]
* Әхмәҙиева Шәһүрә Шәкир ҡыҙы
* [[Хатмуллина Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙы|Хәтмуллина Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙы]]
*


== Сығанаҡтар ==
== Сығанаҡтар ==

07:26, 16 ғинуар 2022 өлгөһө

Ғәлиәкбәр мәктәбе
Ҡыҫҡаса исеме

Галиакберовский филиал МОБУ СОШ села Старосубхангулово

Адресы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,Башҡортостан Башҡортостан

1962 йылда төҙөлә

Ғәлиәкбәр мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауыл Советы биләмәһендәге уҡыу йорто.

Тарихы

Башҡортостан Бөйөк Октябрь революцияһына тиклем грамотаһыҙҙар иленең береһе була. Батша хөкүмәте, үҙенең колониаль сәйәсәтенә тоғро булараҡ, планлы рәүештә урыҫ булмаған милләттәрҙең иҡтисади һәм мәҙәни үҫешенә тотҡарлыҡ яһарға тырыша. 1914—1919 уҡыу йылында Өфө губернаһында дәүләт һәм донъяүи мәктәптәрҙә уҡыу йәшендәге башҡорт балаларының 5,6 % мәктәптә уҡый, күберәген бай ҡатлам балалары тәшкил итә. Ошо арҡала башҡорттар, татарҙар үҙ балаларын дини уҡыуға бирәләр. Ундай мәктәптәр Өфө губернаһында 1914 йылда 1578-гә етә, ә уларға хөкүмәт тарафынан бер ниндәй ҙә материаль ярҙам булмай, уҡытыу сығымдарын ата-әсәләр күтәрә. Балаларға, йәштәргә урта белем биреү бөтөнләйгә мөмкин булмай. 1913—1914 уҡыу йылында Өфө губернаһында урта мәктәптәрҙә 4778 уҡыусы булып, шуларҙан башҡорттар — 12, татарҙар — 28 була. Улары ла мулла һәм бай балалары.

Мәктәп асылыуы

Мәктәп урынлашҡан Ғәлиәкбәр ауылы Өфө губернаһының иң төпкөл ауылдарының береһе була: оло ауыл, ҡасабаларҙан 45—50, ә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 100, Белореттан 200 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан. Революцияға тиклем ауылда 20-ләп кенә өй була.

1929-30 йылдарҙа өс йылға уҡытырға Байғаҙынан (Үҙән) Мөхәмәтҡолов Сабирйән[1] килгәс, мәсетте һорап алып ике уҡытыусы уҡыта. Сәғитов Хаммат һәм Сабирйән Мөхәмәтҡолов ололарҙы уҡыта. Ошо йылда уҡыусыларға китап, дәфтәр һәм ҡәләм бирелә. Таҡта урынына ҙур тимер ҡалай ҡулланыла. Байрамдарҙы матур итеп ойоштора.

Сабирйән хәлфә яҡшы бейеүсе, йырсы, шағир шул уҡ таҡмаҡ, йыр, бәйет сығарырға оҫта. Үҙенең кешелекле, кәрәк саҡта ярҙамсыл булыуы менән ауыл халҡында ихтирам яулай. Кисәләр, концерттар ойоштороу, был эшкә ауыл халҡын йәлеп итеүҙә ҙур оҫталыҡ менән күп эш башҡара. Хәлитова Ғөлниса инәйҙең (мәрхүмә) хәтерләүенсә Сабирйән хәлфә ҡурайҙа ла уйнаған һәм шунда уҡ таҡмаҡлап та ебәрә:

Кеймә итек, кей ситек
Йөрөмә йомға кис итеп.
Байғаҙынан бер ҡыҙ алдым
Үҙәндәргә үс итеп.

Ҡаты күңеллеһен дә, моңһоуында көлдөрә, ҡайғыһын оноттора белгән.

Байғаҙы ауылынан Баязитов Миһран ағай Ҡаһарманов Абдулхаҡҡа яҙған хатында: «Мин 1928—1929 уҡыу йылында беренсе синыфта ғәрәп телендә уҡыным. Мөхәмәтҡолов Сабирйән Зәкир улы бик һылыу кәүҙәле, бөхтә кейенеп йөрөр ине. Яҙыуҙары шундай матур ине, бик оҫта бейеүсе лә, бәйетсе лә ине. Уҡытыуҙы юлға һалыу өсөн бик күп көс һала». Республикабыҙҙың Ленин мәктәбенә етем булған Абдуллин Рәхимйән, Ғөбәйҙуллин Шаһи Мәхмүтдин улын уҡырға ебәрә һуңынан нефтяниктар текникумын тамамлап Ишембайҙа техник булып эшләй. Хәҙерге ваҡытта Ҡыпсаҡта йәшәйҙәр.

Ҡаһарманов Вәхит, Әминева Зәкиә, Хөснитдинова Һәҙиә, Әминә, Ҡафи, Аҡкөсөков Әбдрахан, Байғазин Миңлеғәли, Ишмөхәмәтов Зәкиҙәрҙе Айҙарбәков Ғимран уҡыта.

1931/32 уҡыу йылы

Аманғолов Исмәғил Баймаҡ районы Муллаҡай ауылынан Тәүҙә Ямаш башланғыс мәктәбендә уҡыта, унан Ғәлиәкбәр мәктәбенә уҡытырға килә. 1924 йылғыларҙы уҡыта. 1932/33 уҡыу йылына Аманғолов Исмәғил Ғәбитов Зәкир 1924 йылғы Ҡарағолов Усман Әминева Шәкирә Хәлитова Маһизәр 1925 йылғы Хәлитова Хәйриямал Хәсән ҡыҙы Хәлитов Сәхип Ҡаһарманова Ғәзимә Хәлитова Сәхипямал

1933/34 йыл

Солтанбаев Мирза Тимер ауылынан килә. Сығышы Баймаҡ районынан. Ҡаһарманов Абдразаҡ уҡый 1925 йылғы,Хәлитова Маһизәр 1925 йылғы

1934/35 йыл

1926 йылғылар уҡырға килә. Әминев Йыһанур, Ҡаһарманов Абдулхаҡ, Әминев Калимулла, Бикишева Ямал, Ғәбитова Ғылминиса, Ишмөхәмәтов Шәкир уҡытыусылары Солтанбаев Мирҙа.

1935/36 йыл

Ҡаһарманов Вәхит уҡырға килә.

1936/37 йыл

1937/38 йыл

4-се синыфты тамамлаған уҡыусылар

1936/37, 1937/38 йылдарҙа 4-се синыфты тамамлаған уҡыусылар Иҫке Собханғол мәктәбенә уҡырға баралар, ләкин ятаҡ булмау сәбәпле, 2—3 айҙан ауылға кире ҡайталар. Ата-әсәләр Ғәлиәкбәрҙә 7 йыллыҡ мәктәп асыу тураһында Бөрйән РОНО-һына, райисполкомына мөрәжәғәт итәләр. Был ваҡытта Ғәлиәкбәрҙең үҙенең бер ниндәй тармаҡ буйынса уҡып сыҡҡан белгестәре булмай. Мәҙәниәт, медицина, мәғариф, иҫәп-хисап хеҙмәткәрҙәре гел ҡырҙан килгән була. 1938/39 уҡыу йылы башына ауылда 7 йыллыҡ мәктәптең 5 класы асыла, класҡа бөтөнләй хәреф танымаған 15—16, хатта 17—18 йәшлек уҡыусылар ҙа була.

Мәктәп директоры Әкрәм Һатыбалов Бөрйән районы ауылынан, немец теле һәм урыҫ теле уҡытыусыһы Йосопов Темәстән килә. Башҡорт теленән Шәйәхмәтов, тарих һәм ботаниканан Һатыбалов, башланғыс кластарҙа Шәнгәрәева һәм Шәйәхмәтовтар уҡыталар.

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр

Сығанаҡтар

Ғәлиәкбәрҙәр мул уңыш йыйған

Фотогалерея

Ғәлиәкбәр мәктәбе уҡытыусылары

Һылтанмалар

  1. Сабирйән сәсән