Йылҡысылыҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.7.1) (робот өҫтәне: az, de, fr, hr, ka, kk, ru, sh, sr, tk, tt, uk
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
[[Рәсем:ArabMare.jpg|thumb|250px|Йылҡы малы]]
[[Рәсем:ArabMare.jpg|thumb|250px|Йылҡы малы]]
'''Йылҡысылыҡ''' — малсылыҡтың бер тармағы. Ул йылҡы малы үрсетеү менән шөғөлләнә. Башөортостанда йылҡысылыҡ менән бик әүҙем шөғөлләнәләр. Өфөлә, Мәләүездә, Баймаҡта һәм таҡы ла бер нисә йылҡы үпсетеү заводтары бар. Унда шулай уҡ диетик йылҡы ите, шифалы эсемлек ҡымыҙ әҙерләнә.
'''Йылҡысылыҡ''' — малсылыҡтың бер тармағы. Ул йылҡы малы үрсетеү менән шөғөлләнә. Башҡортостанда йылҡысылыҡ менән бик әүҙем шөғөлләнәләр. Өфөлә, Мәләүездә, Баймаҡта һәм тағы ла бер нисә йылҡы үрсетеү хужалығы бар. Унда шулай уҡ диетик йылҡы ите, шифалы эсемлек ҡымыҙ әҙерләнә.




27 юл: 27 юл:


[[Категория: Йылҡысылыҡ]]
[[Категория: Йылҡысылыҡ]]
[[Категория: Малсылыҡ]]
[[Категория: Ауыл хужалығы]]


[[az:Atçılıq]]
[[az:Atçılıq]]

15:52, 23 февраль 2012 өлгөһө

Йылҡы малы

Йылҡысылыҡ — малсылыҡтың бер тармағы. Ул йылҡы малы үрсетеү менән шөғөлләнә. Башҡортостанда йылҡысылыҡ менән бик әүҙем шөғөлләнәләр. Өфөлә, Мәләүездә, Баймаҡта һәм тағы ла бер нисә йылҡы үрсетеү хужалығы бар. Унда шулай уҡ диетик йылҡы ите, шифалы эсемлек ҡымыҙ әҙерләнә.


Башҡорттар һәм йылҡысылыҡ

Йылҡысылыҡ - борондан ҡалған, матди мәҙәниәтебеҙҙең ҙур өлөшөн тәшкил иткән тармаҡ. Башҡорттар борон борондан йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән. Атһыҙ башҡорт булаған. Ҡайһы бер сығанаҡтарға ҡарағанда, 1557 йылға хәтле башҡорттар араһында йылҡыһыҙ йәшәмәгәндәр. Иң ярлы һаналған башҡорттоң да 15-ләп аты булған. Башҡорттарҙа башлыса ат өс йүнәлештә аҫыралған. Иң беренсе, әлбиттә ау өсөн. Улар айырым тотолған, өйөрҙәге иң етеҙ, йылдам аттар һайлап алынып, махсус рәүештә тәрбиәләнгән. Икенсе йүнәлеш: эш аттары. Өсөнсөһө ит һәм һөт өсөн. Бейә һөтөнән шифалы эсемлек - ҡымыҙ яһалған. Итненән ҡаҙы әҙерләнгән.

Хәҙерге Башҡортостанда йылҡысылыҡ

Башҡорт халҡының тарихы, ғөмүмән, йәшәйеше ат менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Ат кешене борон-борондан туйындырған, кейендергән, яуҙарҙа һаҡлаған. Ә инде бөгөнгө көндә йылҡысылыҡты үҫтереүгә ихтыяж бермә-бер үҫә. Әлеге ваҡытта Башҡортостан аттар һаны буйынса Рәсәйҙең башҡа төбәктәре араһында беренсе урынды алып тора. Тоҡомло аттар үрсетеү, йылҡы ите, ҡымыҙ етештереү агросәнәғәт комплексының өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһенә әүерелде. Әйтәйек, 2006 – 2009 йылдарҙа аттар һаны ун процентҡа артҡан һәм ағымдағы йыл башына уларҙың һаны 136,9 мең баш иҫәпләнә. Былтыр республика буйынса 22398 центнер ҡымыҙ етештерелгән. 2009 йыл менән сағыштырғанда, йылҡы ите етештереү 4,7 процентҡа артҡан. «Өфө» дәүләт завод ат һарайы дәүләт учреждениеһы республикала йылҡысылыҡ өлкәһендә өлгәшкән уңыштарҙа әһәмиәтле урын биләй. Уның төп эшмәкәрлеге аттар һанын арттырыуға, уларҙың тоҡом сифатын яҡшыртыуға, продуктлы йылҡысылыҡҡа ирешеү маҡсатына йүнәлтелгән. Ул йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүсе хужалыҡтарға методик һәм практик ярҙам күрһәтеү үҙәге лә. Башҡорт аты хаҡлы рәүештә иғтибар үҙәгендә тора. Халыҡтың үҙенсәлекле селекцияһы һәм ҡырыҫ тәбиғи шарттарҙа һайланыш һөҙөмтәһендә быуаттар төпкөлөнән беҙҙең көнгәсә килеп еткән тоҡом ул. Башҡорт аттары юғары үрсем, күп һөт һәм ит биреү, ифрат ҙур эш һәләтенә эйә. Улар шулай уҡ талымһыҙ, сыҙамлы, йыл әйләнәһенә көтөүлектә йөрөп тә үҙен туйындыра ала. Был тоҡом аттар иҡтисади яҡтан бик файҙалы. Һауыу осоронда 4 – 8 килограмм, айырым бейәләр 15 – 18 килограмға тиклем һөт бирә. Ә ит сығышы 50 – 54 процент тәшкил итә.

Һылтанмалар

  • «Халҡыбыҙ кеүек талымһыҙ ул башҡорт аты»

"Йәшлек" 8-01-2011,

  • Башҡорт аты-тормош ҡото

"Йәшлек" 22-03-2011