Кеҫә телефоны: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Яңы: '''Кеҫә телефоны''' – мобиль телефон, GSM – форматы элемтә селтәрендә ҡулланылған тел…
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
7 юл: 7 юл:
Күпкенә мобиль элемтә стандарттары абоненттарҙы идентификациялау өсөн [[SIM-карта]] ҡуллана. SIM-карта үҙенсә пластик карта формаһында, микросхемаһы һәм уникаль идентификацион номеры бар. SIM-картаның электр ҡулланыу көсө 3,3 Волть.
Күпкенә мобиль элемтә стандарттары абоненттарҙы идентификациялау өсөн [[SIM-карта]] ҡуллана. SIM-карта үҙенсә пластик карта формаһында, микросхемаһы һәм уникаль идентификацион номеры бар. SIM-картаның электр ҡулланыу көсө 3,3 Волть.


Ябай һалыҡ телендә телефондың төрлө атамаһы бар, мәҫәлән, урыҫ теленән «сотовый телефон», «мобильник», «трубка», шулай уҡ «сотовый», «кәрәҙле телефон».
Ябай халыҡ телендә телефондың төрлө атамаһы бар, мәҫәлән, урыҫ теленән «сотовый телефон», «мобильник», «трубка», шулай уҡ «сотовый», «кәрәҙле телефон».


== Тарихы ==
== Тарихы ==
19 юл: 19 юл:
== Һылтанмалар ==
== Һылтанмалар ==
* [http://www.3dnews.ru/phone/history_phones%20История%20радио%20и%20мобильной%20связи http://www.3dnews.ru/phone/history_phones История радио и мобильной связи]
* [http://www.3dnews.ru/phone/history_phones%20История%20радио%20и%20мобильной%20связи http://www.3dnews.ru/phone/history_phones История радио и мобильной связи]

[[Категория:Мобиль технологиялар]]


[[ru:Сотовый телефон]]
[[ru:Сотовый телефон]]

08:31, 3 апрель 2012 өлгөһө

Кеҫә телефонымобиль телефон, GSM – форматы элемтә селтәрендә ҡулланылған телефон; GSM селтәре ҡаплаған зона территорияһында телефон элемтәһе өсөн ябай радио тулҡындарын һәм традицион телефон коммутацияһын ҡуллана.

Әлеге ваҡытта GSM-элемтәһе – бөтә мобиль элемтә төрҙәренән иң таралғаны, шунлыҡтан, спутник телефоны, радителефон һәм магистраль элемтә аппараты мобиль телефондарҙан һаналһала, кеҫә телефонынғына мобиль телефон тип һанайҙар.

Кеҫә телефоны – ҡатмарлы юғары технологик электрон ҡоролма. Уға: 2-4 СВЧ-диапазонындағы ҡабул итеү ҡоролмаһы, махсуслаштырылған идара итеү контроллёры, төҫлө/монохром дисплейы, интерфейс ҡоролмаһы, аккумулятор инә. Күп телефондар уникаль номерҙан тора (атам. IMEI – мобиль ҡоролманың халыҡ-ара идентификаторы). IMEI кеҫә телефоны эшләнелгән мәлдә бирелә һәм 15 һандан тора, телефондың модификацияланмаған өлөшөнә яҙыла. Был номер телефондың аккмуляторы аҫтында, этикеткаһында, баҫтырылған, шулай уҡ телефон коробкаһында (упаковкаһында) ҡуйылған (штрих-код аҫтында). Күпкенә телефондарҙа клавиатураһында *#06# кодын йыйып белергә мөмкин.

Күпкенә мобиль элемтә стандарттары абоненттарҙы идентификациялау өсөн SIM-карта ҡуллана. SIM-карта үҙенсә пластик карта формаһында, микросхемаһы һәм уникаль идентификацион номеры бар. SIM-картаның электр ҡулланыу көсө 3,3 Волть.

Ябай халыҡ телендә телефондың төрлө атамаһы бар, мәҫәлән, урыҫ теленән «сотовый телефон», «мобильник», «трубка», шулай уҡ «сотовый», «кәрәҙле телефон».

Тарихы

  • 1946 йыл – АҠШ-та, Сент-Луис ҡалаһында AT&T Bell Laboratories компанияһы үҙенең автомобилендә телефон элемтәһе ҡуйыу буйынса эксперимент башлай.
  • 1947 йыл – Bell компанияһында эшләүсе Дуглас Ринг һәм Рей Янг мобиль элемтә өсөн алты яҡлы күҙәнәк принцибын тәҡдим итәләр.
  • 6 март, 1983 йыл – Motorola компанияһы беренсе булып һатыуға кеҫә телефонын сығара. DynaTAC 8000X аппаратын уйлап сығарыр өсөн $100 млн һәм 15 йыл уаҡыт кәрәк була. Телефондың ауырлығы 794 грамм, ҙурлығы 33x4,4x8,9 см тәшкил итә. Телефон $3995 тора.
  • 1984 йылда мобил элемтәне ҡулланыусылар һаны 300 000 кешегә етә.
  • 2003 йылда мобил элемтәне ҡулланыусылар һаны 1 200 000 000 кешегә етә.

Һылтанмалар