Эйфель башняһы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.6.4) (робот үҙгәртте: bat-smg:Eifelė buokšts
ә r2.7.1) (робот үҙгәртте: nah:Eiffel Huehcapan Calli
114 юл: 114 юл:
[[my:အီဖယ်လ် မျှော်စင်]]
[[my:အီဖယ်လ် မျှော်စင်]]
[[mzn:ایفل برج]]
[[mzn:ایفل برج]]
[[nah:Tour Eiffel]]
[[nah:Eiffel Huehcapan Calli]]
[[nds:Eiffeltoorn]]
[[nds:Eiffeltoorn]]
[[nds-nl:Eiffeltoorne]]
[[nds-nl:Eiffeltoorne]]

15:41, 10 апрель 2012 өлгөһө

Эйфель башняһы

Эйфель башняһы – Париждың иң билдәле һәм иҫтәлекле архитектура ҡоролмаһы. Башня үҙенең конструкторы Гюстав Эйфель исемен йөрөтә һәм донъяға Францияның символы булараҡ билдәле. Туризмдың иң популяр урыны – йыл һайын ул 5,5 миллионға яҡын кеше ҡабул итә. 1889 йылда Парижда XII халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе асылырға тейеш була. Француздар баш ҡалаға килеүсе сит ил кешеләрен таң ҡалдырырлыҡ ҡоролма теҙөргә уйлап, махсус конкурс иғлан итә. Унда 700 эш араһынан архитектор Гюстав Эйфелдең 300 метр бейеклегендәгө башня проекты иң үҙенсәлеклеһе тип табыла. Эйфель төҙөләсәк башняны донъяның ул замандарҙағы иң бейек хоролмаларынан өс тапҡыр бейек итергә уйлай. Ләкин өс йөҙгә яҡын.француз мәҙәниәте эшмәкәрҙәре, «Парижды йәмһеҙләп, заводтың гигант торбаһын хәтерләткән тимер ҡолға»ны ҡала уртаһында төҙөүгә ҡаршы протест яҙалар. Эйфелгә үҙенең проектын яҡлап, бик күп көрәшергә тура килә. Төҙөлөш 1886 йылда башлана. Терлө ҙурлыҡтағы 12 мең деталь әҙерләп, өс быуынлы башняны 8 ай эсендә ҡоралар. Был ул замандарҙа иң ҡыҫҡа срок була. Көслө елгә бирешмәһен есөн Эйфель ян-яҡ таяуҙарҙы салыш итеп эшләй, шуға күрә дауылда ла ул вертикаль кимәленән ни бары 15 сантиметрға ғына ауыша. Корос рәшәткәле был хоролманы төҙөү өсөн 8600 тонна металл тотонола. Төҙөлөш 1889 йылдың 31 мартында тамамлана. Уны күреп таң калған сит ил кешеләре алдағы күргәҙмәне лә фәҡәт Парижда үткәрергә харар итә.

Галерея

Ссылки

Ҡалып:Иҫтәлекле урындар Ҡалып:Кала һәм дәүләт символдары Ҡалып:Иң бейек төҙөлөштәр Ҡалып:Объекттың координаталары

Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA Ҡалып:Link FA