Кеҫә телефоны: өлгөләр араһындағы айырма
ә r2.7.1) (робот үҙгәртте: ang:Handsprecend |
ә r2.7.2) (робот өҫтәне: bar:Handy |
||
32 юл: | 32 юл: | ||
[[arz:موبايل]] |
[[arz:موبايل]] |
||
[[az:Mobil telefon]] |
[[az:Mobil telefon]] |
||
[[bar:Handy]] |
|||
[[be-x-old:Мабільны тэлефон]] |
[[be-x-old:Мабільны тэлефон]] |
||
[[bg:Мобилен телефон]] |
[[bg:Мобилен телефон]] |
13:47, 28 май 2012 өлгөһө
Кеҫә телефоны – мобиль телефон, GSM – форматы элемтә селтәрендә ҡулланылған телефон; GSM селтәре ҡаплаған зона территорияһында телефон элемтәһе өсөн ябай радио тулҡындарын һәм традицион телефон коммутацияһын ҡуллана.
Әлеге ваҡытта GSM-элемтәһе – бөтә мобиль элемтә төрҙәренән иң таралғаны, шунлыҡтан, спутник телефоны, радиотелефон һәм магистраль элемтә аппараты мобиль телефондарҙан һаналһа ла, кеҫә телефонын ғына мобиль телефон тип һанайҙар.
Кеҫә телефоны – ҡатмарлы юғары технологик электрон ҡоролма. Уға: 2-4 СВЧ-диапазонындағы ҡабул итеү ҡоролмаһы, махсуслаштырылған идара итеү контроллёры, төҫлө/монохром дисплейы, интерфейс ҡоролмаһы, аккумулятор инә. Күп телефондар уникаль номерҙан тора (атам. IMEI – мобиль ҡоролманың халыҡ-ара идентификаторы). IMEI кеҫә телефоны эшләнелгән мәлдә бирелә һәм 15 һандан тора, телефондың модификацияланмаған өлөшөнә яҙыла. Был номер телефондың аккмуляторы аҫтында, этикеткаһында, баҫтырылған, шулай уҡ телефон ҡумтаһында (төргәгендә) ҡуйылған (штрих-код аҫтында). Күп кенә телефондарҙа клавиатураһында *#06# кодын йыйып белергә мөмкин.
Күп кенә мобиль элемтә стандарттары абоненттарҙы идентификациялау өсөн SIM-карта ҡуллана. SIM-карта үҙенсә пластик карта формаһында, микросхемаһы һәм уникаль идентификацион номеры бар. SIM-картаның электр ҡулланыу көсө 3,3 Вольт.
Ябай халыҡ телендә телефондың төрлө атамаһы бар, мәҫәлән, урыҫ теленән «сотовый телефон», «мобильник», «трубка», шулай уҡ «сотовый», «кәрәҙле телефон».
Тарихы
- 1946 йыл – АҠШ-та, Сент-Луис ҡалаһында AT&T Bell Laboratories компанияһы үҙенең автомобилендә телефон элемтәһе ҡуйыу буйынса эксперимент башлай.
- 1947 йыл – Bell компанияһында эшләүсе Дуглас Ринг һәм Рей Янг мобиль элемтә өсөн алты яҡлы күҙәнәк принцибын тәҡдим итәләр.
- 6 март, 1983 йыл – Motorola компанияһы беренсе булып һатыуға кеҫә телефонын сығара. DynaTAC 8000X аппаратын уйлап сығарыр өсөн $100 млн һәм 15 йыл ваҡыт кәрәк була. Телефондың ауырлығы 794 грамм, ҙурлығы 33x4,4x8,9 см тәшкил итә. Телефон $3995 тора.
- 1984 йылда мобил элемтәне ҡулланыусылар һаны 300 000 кешегә етә.
- 2003 йылда мобил элемтәне ҡулланыусылар һаны 1 200 000 000 кешегә етә.