Ленин ордены: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә robot Adding: lt:Lenino ordinas
ә robot Adding: no:Leninordenen
50 юл: 50 юл:
[[lt:Lenino ordinas]]
[[lt:Lenino ordinas]]
[[nl:Orde van Lenin]]
[[nl:Orde van Lenin]]
[[no:Leninordenen]]
[[pl:Order Lenina]]
[[pl:Order Lenina]]
[[pt:Ordem de Lenin]]
[[pt:Ordem de Lenin]]

14:56, 2 август 2008 өлгөһө

Ленин ордены (урыҫса Орден Ленина) — Советтар Союзының иң юғары бүләге. 1930 йылдың 6 апрелендә СССР ҮБК Президиумы ҡарары менән булдырылған.

Ленин ордены

Ленин ордены муар таҫмаһы

Ленин ордены менән бүләкләү тәртибе буйынса: айырым кешеләр, коллективтар, ойошмалар, йәмәғәт ойошмалары, хәрби частәр, хәрби караптар, хәрби берләшмәләр, союз и автоном республикалар, крайҙар, өлкәләр, автоном өлкәләр, автоном округтар, райондар, ҡалалар һәм башҡа торамалар бүләкләнә. Айырым граждандар фиҙәҡәр хеҙмәте, социалистик Ватанды яҡлауға, Советтар Союзының оборонаға һәләтлеген нығытыуға, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, тыныслыҡты нығытыуға йүнәлтелгән һәм ил алдындағы күрһәткән башҡа ҙур ҡаҙаныштары өсөн бүләкләнгәндәр.

Ленин ордены менән бүләкләү тәртибе бер нисә тапҡыр үҙгәртелгән.

Ленин ордены менән Советтар Союзы Геройы һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булғандар ҙа бүләкләнә.

Беренсе һанлы Ленин ордены менән 1930 йылдың 23 майында «Комсомольская правда» гәзите йәштәр коллективтары араһында беренсе бишйыллыҡта социалистик ярыштар ойошторған өсөн бүләкләнә. Бер үк ваҡытта гәзитең беренсе һаны сығыуға биш йыл тулыу көнө лә билдәләп үтелә.

Рәссәм Иван Иванович Дубасов Һәм скульптор Иван Дмитриевич Шадр орденды төҙөүҙә ҡатнашыусылар.. Рәссәм Дубасов һуңынан Ленин ордены менән үҙе бүләкләнә.

1953 йылға тиклем орден алтындан, Ленин рәсеме платинанан эшләнә.

Советтар Союзының ҡайһы бер күренекле кешеләре Ленин ордены менән бер нисә тапҡыр бүләкләнә, шул иҫәптән:

Халыҡ-ара эшселәр һәм коммунистар хәрәкәтендә ҡатнашҡан күренекле эшмәкәрҙәр Георгий Димитров, Долорес Ибаррури, Хо Ши Мин, Фидель Кастро, Отто Гротеволь күрһәткән ҙур ҡаҙаныштары өсөн Ленин ордены менән бүләкләнгән.

Ленин ордены бөтәһе 460 000 тапҡыр тапшырылған.