Искәндәр Зөлҡәрнәй: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә robot Modifying: oc:Alexandre lo Grand
ә robot Modifying: nl:Alexander III de Grote
145 юл: 145 юл:
[[mr:अलेक्झांडर द ग्रेट]]
[[mr:अलेक्झांडर द ग्रेट]]
[[ms:Alexander Agung]]
[[ms:Alexander Agung]]
[[nl:Alexander de Grote]]
[[nl:Alexander III de Grote]]
[[nn:Aleksander den store]]
[[nn:Aleksander den store]]
[[no:Aleksander den store]]
[[no:Aleksander den store]]

09:09, 7 август 2008 өлгөһө

Искәндәр Зөлҡәрнәй
Μέγας Aλέξανδρος
Искәндәр Зөлҡәрнәй, Александр III, Бөйөк Александр, Ҡушмөгөҙлө Искәндәр
Хаким итә башлауы: б.э.т. 336-сы йыл
Тамамланыуы: б.э.т. 10 июнь 323-сө йыл
Алдағы хаким: Филипп II Македониялы
Вариҫы:Филипп III Арридей
Тыуған ваҡыты: б.э.т. 21 июль 356-сы йыл
Тыуған урыны:Пелла, Македония
Үлем ваҡыты:б.э.т. 10 июнь 323-сө йыл
Үлем урыны:Вавилон
Ҡатыны:1-се: Роксана
2-се: Статира
3-сө: Парисат
Балалары:Геракл
Александр
Династия:Аргеады
Атаһы:Филипп II
Әсәһе:Олимпиада

Искәндәр Зөлҡәрнәй (рус. Александр Македонский) (грек телендә: Μέγας Aλέξανδρος,[1], шулай уҡ Александр III, Бөйөк Александр, мосолман илдәрендә Искәндәр Зөлҡәрнәй (Ҡушмөгөҙлө Искәндәр) исеме аҫтында билдәле, - беҙҙең эраға тиклемге 336 — 324 йылдарҙағы Македонияның хакимы. Ул тарихҡа иң уңышлы хәрби етәксе булараҡ билдәле – ул бер яуҙа ла еңелмәгән. Ғүмеренең аҙағына ул Боронғо Грецияға билдәле донъяның күпселек өлөшөн үҙенә буйһондора.

Уның баҫып алыу сәйәсәте быуаттарға һуҙылған Грек колонизацияһының һәм Грек культураһы йоғонтоһо йыраҡ илдәрҙә көсәйеүенең, шулай уҡ Эллинистик дәүерҙең башланғысы булып тора. Искәндәр уҙе иһә тарихта һәм Грек һәм башҡа мәҙәниәт мифтарында йәшәй.

Тәүге йылдары

Искәндәр Македонияның баш ҡалаһы Пеллала б.э.т. 356 йылдың 21 июлендә тыуа. Уның атаһы – Македонияның хакимы Филипп II, әсәһе – Филипптың дүртенсе ҡатыны, Эпир принцессаһы Олимпиада. Әсәһе яғынан ул Пиррҙың ике туғаны – был уға атаһы яғынан да, әсәһе яғынан да хәрби һәләттәр күсеүенә асыҡ миҫал. Плутарх әйтеүенсә, уның атаһы Каран аша Геракл нәҫеленән, ә әсәһе Неоптолем һәм Ахиллес аша Эак нәҫеленән булып сыға.

Бала сағында Искәндәрҙе әсәһе Олимпиаданың туғаны Леонидас уҡыта. Леонидас Искәндәрҙе үҙен үҙе яратҡан ахмаҡ тип уйлай, шуға ла уны бөтөнләй яратмай. Төрлө фараздар буйынса, Искәндәр күп күләмдә хуш еҫле матдәләрҙе утҡа ташлай, бының өсөн Леонидас уны ҡаты шелтәләй һәм хуш еҫле тауарҙарға бай илде баҫып алғас, йәне теләгәнсә сарыф итә аласағын әйтә. Йылдар үткәс, Искәндәр Газаны – Персияның хуш еҫле тауарҙар үткән сауҙа юлын баҫып ала, бынан ул Леонидасҡа яуап итеп 15 тонна мирра ҡайтара. Аристотель иһә Искәндәрҙең уҡытыусыһы булараҡ уның үҫешеүендә иң мөһим ролде уйнай, ул Искәндәргә риторика һәм әҙәбиәт буйынса тулы белем бирә. Искәндәрҙә фәнгә, медицинаға һәм фәлсәфәгә ҡыҙыҡһыныу уята. Аристотель уға Илиаданың күсермәһен бирә, уны Искәндәр һәр ваҡыт үҙе менән йөрөтә һәм йыш ҡына уҡыр була.

Искәндәрҙең ун йәшлек сағында, Филиппҡа ҡара ат килтерәләр. Был ҡырағай атты берәү ҙә менә алмай. Искәндәр аттың уҙ күләгәһенән ҡурҡыуын аңлап ҡала, атты ҡояшҡа ҡаршы әйләндерә һәм атҡа менә. Быны күргәс, атаһы һәм башҡалар таң ҡала, Искәндәр әйләнеп килеп аттан төшкәс, Филипп уны үбеп ала һәм: «Улым, үҙеңә тиң мәмләкәт тап, Македонияла һиңә урын юҡ», - ти. Был һүҙҙәр, бәлки ғорурлыҡ менән бер рәттән ҡурҡыуҙан да әйтелгәндер, сөнки Филипп II Македония хакимдары һәм уларҙың күпкә ынтылған улдары менән нимә булыуы тураһында бик яҡшы белә. Атын ул Букефал тип атай. Букефал егерме йыл дауамында уның юлдашы һәм иң яҡын дуҫы була. Аты, Плутарх әйтеүенсә, ҡартайып, бүтән фараздар буйынса, Һиндостанда барған һуғышта алған яраларҙан үлә. Искәндәр уның үлеменән һуң ике ҡаланы Букефала тип атай.

Македонияның күтәрелеүе

Б.э.т. 340 йылда, Филипп Византияға ҡаршы һөжүмде етәкләгәс, Искәндәр 16 йәшлек сағында Македонияның хакимы булып ҡала. Б.э.т. 339 йылда Филипп бишенсе мәртәбә Клеопатраға өйләнә. Искәндәрҙең әсәһе Олимпия Эпирҙан (Грек утрауының көнсығыш өлөшөндә, ул Македонияға кермәй), ә Клеопатра Македонияның үҙенән була, был Искәндәрҙең тәхеткә хоҡуғын бәхәсле итә. Төрө фараздар буйынса, туй мәжлесе ваҡытында кәләштең ағаһы Аттал үҙенең Македония тәхетенә хоҡуҡ алыуы хөрмәтенә тост тәҡдим итә. Искәндәр уға үҙенең бокалын елләй һәм: «Мин кем улайһа, никахтан тыш тыуғанмы?» - тип ҡысҡыра. Искәндәрҙең байтаҡҡа иҫергән атаһы ҡылысын сығарып Искәндәргә табан бара башлай, әммә ҡолай. Искәндәр шунда: «Был кеше Грециянан алып Азияға тиклемге ерҙәрҙе баҫып алырға ниәтләй, әммә бер өҫтәлдән икенсеһенә барып етә алмай,» - ти. Искәндәр һәм уның әсәһе асыуынан Македониянан китә, ә уның һеңлеһе Клеопатра тороп ҡала.


Филипп улы менән яраша һәм Искәндәр кире ҡайта, Олимпиада Эпирҙа ҡала. Б.э.т 338 йылда Искәндәр атаһына Афина һәм Фива ҡала-дәүләттәренә ҡаршы хәл иткес Херонея яуында ярҙам итә. Грек ҡала-дәүләттәре биш ай Македония хамимлығы аҫтында ҡала, һуңынан Коринф лигаһы булдырыла.

Б.э.т. 336 йылда Филипптың үлеменән һуң Искәндәр Македонияның яңы хакимы тип иғлан ителә. Яңы хаким тәхеткә ултырыу менән, Афина һәм Фива һымаҡ ҡала-дәүләттәр үҙаллыҡ алыу мөмкинселегенә өмөт итә. Бигерәк тә Фива Искәндәргә ҡаршы әүҙем күтәрелә, әммә Искәндәр уның ҡапҡаһы төбөндә пәйҙа булғас, бер һүҙһеҙ буйһона. Коринф йыйылышында гректар Искәндәрҙе Персияға ҡаршы яуҙа етәксе итеп һайлай.

Б.э.т. 335 йылда Искәндәр Македонияның төньяҡ сиген нығытыр өсөн фракийҙарға һәм иллирийҙарға ҡаршы ҡуҙғала. Уның уңышлы хәрәкәте ваҡытында Афина, Фива һәм бүтән ҡалалалар тағы баш күтәрә. Искәндәр тиҙ арала килеп етә, башҡа ҡалалар икеләнгән арала, Фива ҡаршылашыуын дауам итә. Һөҙөмтәлә Фива ҙур ҡан ҡойош менән буйһондорола, ә уның халҡы ҡоллоҡҡа һатыла.

Баҫып алыу осоро

Персия империяһының ҡолауы

Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең Персия хакимы Дарий III менән алышҡанын күрһәткән рәсем. Помпей, Неаполь, Милли археологик музей.

Искәндәрҙең ғәскәре – Македония һәм төрлө грек ҡала-дәүләттәренән 42000 яугир Геллеспонт аша сыға. Граник яуында Искәндәрҙең Персия ғәскәрен еңгәндән һуң, Кесе Азияның күп ҡалалары ҡаршылыҡһыҙ бирелә, Галикарнас ҡалаһы оҙаҡ һәм ныҡышмалы ҡаршылаша, әммә бер нисә ҡаты һөжүмдән һуң ул да еңелә. Артабан ул, юлында осраған бөтә ҡалаларҙа хакимлығын ойоштороп, Ликия тауҙарына һәм Памфилия тигеҙлектәренә юллана.

Б.э.т. 333 йылда Искәндәрҙең ғәскәре, Кикилия аша үтеп, Персияның Дарий III етәкселегендәге төп ғәскәре менән бәрелештә уны еңә. Дарий үҙе, ғаиләһе менән мөлкәтен ҡалдырып, яуҙы ташлай. һуңынан ул Искәндәргә ғаиләһе өсөн байтаҡ ерҙәр тәкдим итә, ләкин Искәндәр, Персияның яңы хакимы булараҡ, ул ерҙең хужаһы кем икәнен үҙе хәл итәсәген белдерә. Артабан ул Урта диңгеҙ буйындағы ҡалаларға һөжүм итә һәм Тир, Газа ҡалаларын ала.

Б.э.т. 332-331 йылдарҙа Искәндәрҙе Мысырҙа азат итеүсе тип ҡабул итәләр һәм Мысыр руханиҙары уны Зевс улы тип иғлан итә. Искәндәр Мысырҙа Александрия ҡалаһына нигеҙ һала, был ҡала ул үлгәндән һуң Птолемей династияһының баш ҡалаһы булараҡ үҫеш ала. Мысырҙан һуң, Искәндәр көнсығышҡа – Ассирияға табан юллана һәм Гавгамелла яуында Дарий етәкселегендәге Персия ғәскәрен тармар итә. Дарий тағы ла ҡаса, Искәндәр уны Эрбилгә ҡәҙәр ҡыуалап бара. Артабан Искәндәр Вавилонға, унан Сузаға табан юллана. Б.э.т. 330 йылда Искәндәрҙең ғәскәре Персияның баш ҡалаһы Персеполде баҫып ала. Ҡала талана, ә һуңынан яндырыла.

Артабан Искәндәр Дарийҙы тағы ла эҙәрлекләй башлай. Дарий Бесс тарафынан үлтерелә, Бесс үҙен Персияның яңы хакимы Артаксеркс тип иғлан итә һәм Искәндәргә ҡаршы көрәш башлай. Өс йыл дауамында Искәндәр Бесс һәм уның яҡлылары менән яу алып бара, шул арала ул Герат һәм Сәмәрҡәнд ҡалаларын баҫып ала, Бер нисә Александрия ҡалаларына, шул иҫәптән хәҙерге Кандагар (Афғанстанда), Худжант (Тажикстанда) ҡалаларына нигеҙ һала. 329 йылда Бесты үҙ кешеләре һата.

Һиндостанға һөжүм

Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең Азияға сәфәре

Б.э.т. 326 йылда Искәндәр сапраттар менән бәйләнешен нығытыр өсөн Роксанаға өйләнә. Артабан ул иғтибарын Һиндостанға йүнәлтә. Искәндәр бөтә Гандхара сатраптарының башлыҡтарын уның хакимлығын ҡабул итергә саҡыра. Ҡайһы берҙәр ҡаршылыҡһыҙ ризалашһа ла, Камбоджа ҡәбиләләрелең башлыҡтары хакимлығын танырға баш тарта. Искәндәр был ҡәбиләләргә ҡаршы яу аса. Был ҡаты алыштарҙа Искәндәр үҙе лә яралана, Ахырҙа урындағы ҡәбиләләр еңелә.

Артабан Искәндәр Инд аша үтә һәм б.э.т. 326 йылда Панджаб дәүләтенең хакимы Порға ҡаршы яуҙа еңеп сыға. Был яуҙан ул Порҙың батырлығына һоҡланып, уның менән килешеү төҙөй һәм Порҙы үҙ ерҙәренә сатрап итеп билдәләй, бынан тыш, уның биләмәләлен киңәйтә. Бында уның яратҡан аты үлеп ҡала һәм Искәндәр нигеҙ һалған ике ҡалаһына Букефала исемен бирә.

Пор дәүләтенең көнсығыш яғында, Ганг йылғаһы буйында Нанда династияһы хакимлығы аҫтында ҡеүәтле Магадха дәүләте була. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ яуҙарҙан йонсоған Искәндәрҙең ғәскәре, был дәүләттең оло ҡеүәтен ишетеп, артабанғы яуға ҡаршы килә. Шулай итеп, Искәндәрҙең ғәскәре, көсығышҡа табан бармай, көньяҡҡа юл ала. Юлында ул Малл ҡәбиләләрен осрата. Был ҡәбиләләр көньяҡ Азияның шул осорҙағы иң һуғышсан ҡәбиләләре була. Искәндәрҙең ғәскәре маллдарға ҡаршы яу аса. Был яу ваҡында Искәндәр үҙе уҡ менән күкрәгенә ҡаты яралана. Искәндәрҙең ғәскәре маллдарҙың ҡәлғәһен алып, был ҡәбиләне аяуһыҙ ҡыра. Һиндостанда ғәскәренең өлөшөн ҡалдырып, Искәндәр Гедрозия сүллеге аша Кире Персияға табан юл ала.

Үлеме

Б.э.т 324 йылдың 10-11 июнь төнөндә Искәндәр Вавилондың батшһы Навуходоносор II-нең һарайында үлә. Уға 33 йәш тулыуға бер айҙан да аҙыраҡ ваҡыт ҡалған була. Уның үлеме сәбәбенә ҡағылышлы төрлө фараздар бар, шул иҫәптән Антипатрҙың улдары тарафынан ағыуланыу, мәжлес ваҡытында хәле насарланыуы, б.э.т 336 йылдан алып ауырыған биҙгәк ауырыуының ҡабатланыуы һ.б.

Билдәле булыуынса, марттың 29-нда Искәндәр мәжлес ваҡытында үҙен насар тоя башлай. Уның ауырыуы тураһында хәбәр ғәскәрендә таралып, уны көндән-көн нығыраҡ борсоуға һала. 9 июндә ғәскәр башлыҡтары яугирҙәргә Искәндәрҙе һуңғы тапҡыр тере килеш күрергә мөмкинлек бирә. Искәндәр, һөйшләшергә хәле булмағанлыҡтан, ҡулы менән ишаралар яһау менән генә сикләнә. Бер көндән ул үлә.

Вариҫтары

Искәндәрҙең үлеме алдынан ғәскәр башлыҡтары унан вариҫы итеп кемде ҡалдырасағы тураһында һорайҙар. Тулы хоҡуҡлы вариҫтары булмағанлыҡтан (уның улы Искәндәр IV уның үлеменән һуң ғына тыуа, ә икенсе улының әсәһе уның законлы ҡатыны булмай), был һорауға яуап бик мөһим була. Ҡайһы бер фараздар буйынса, Искәндәр "Kratisto" («Иң көслөһө») тип яуап ҡайтара.

Искәндәр "Krater'oi" ( Кратер) тип әйткән булыуы ла мөмкин. Ҡайһы бер ғалимдар Искәндәр вариҫы итеп ғәскәр етәкселәренең береһен ҡалдырырға теләүе тураһында раҫлай. Уның Кратер булыуы ла мөмкин, сөнки ул ғәскәрҙең күпселек өлөшө менән етәкселек итә һәм үҙен бик яҡшы башлыҡ итеп күрһәтә. Әммә Кратер был ваҡытта яҡында булмай, ә бүтәндәр «Иң көслөһө» тип ишетеүҙе уңайлыраҡ күрә. Искәндәрҙең нимә тип яуаплауына ҡарамаҫтан, Кратер үлтерелә, ә империяны ғәскәр башлыҡтары бүлгеләй (диадохтар).

  1. Αλέξανδρος исеме грек αλέξω ("ҡаршы тороу", "ҡалҡан", "һаҡлау") һәм ανδρός ("кеше") һүҙҙәренән яһалған һәм "кешеләрҙе һаҡлаусы" тигәнде аңлата.