Гагарин Юрий Алексеевич: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
'''Гага́рин, Ю́рий Алексе́евич''' ({{lang-ru|Юрий Алексеевич Гагарин}}) — 1934 йылдың 9 мартында тыуған. Урыҫ. Донъяла йыһан киңлегенә беренсе булып 1961 йылдың 12 апрелендә осҡан кеше. Сығышы менән крәҫтиәндәр ғаиләһенән: атаһы– балта оҫтаһы, әсәһе – һөтсөлөк фермаһында эшләгән. Баскетбол уйнарға яраткан.
'''Гага́рин, Ю́рий Алексе́евич''' — 1934 йылдың 9 мартында тыуған. Урыҫ. Донъяла йыһан киңлегенә беренсе булып 1961 йылдың 12 апрелендә осҡан кеше. Сығышы менән крәҫтиәндәр ғаиләһенән: атаһы– балта оҫтаһы, әсәһе – һөтсөлөк фермаһында эшләгән. Баскетбол уйнарға яраткан.

1951 йылдың авгусында Һарытау индустриаль техникумына уҡырға инә һәм 1954 йылдың 25 октябренән Һарытау аэроклубында шөғөлләнә башлай. 1955 йылда Юрий Гагарин ҙур уңыштарға өлғәшә, уҡыуын яҡшы билдәләргә тамамлай, ЯК-18 самолётында беренсе тапҡыр уҙаллы оса. Аэроклубта бөтәһе 196 тапҡыр һауаға күтәрелеп, осоу ваҡытын 42 сәғәт 23 минутҡа тултыра.

15:49, 29 ноябрь 2012 өлгөһө

Гага́рин, Ю́рий Алексе́евич — 1934 йылдың 9 мартында тыуған. Урыҫ. Донъяла йыһан киңлегенә беренсе булып 1961 йылдың 12 апрелендә осҡан кеше. Сығышы менән крәҫтиәндәр ғаиләһенән: атаһы– балта оҫтаһы, әсәһе – һөтсөлөк фермаһында эшләгән. Баскетбол уйнарға яраткан.

1951 йылдың авгусында Һарытау индустриаль техникумына уҡырға инә һәм 1954 йылдың 25 октябренән Һарытау аэроклубында шөғөлләнә башлай. 1955 йылда Юрий Гагарин ҙур уңыштарға өлғәшә, уҡыуын яҡшы билдәләргә тамамлай, ЯК-18 самолётында беренсе тапҡыр уҙаллы оса. Аэроклубта бөтәһе 196 тапҡыр һауаға күтәрелеп, осоу ваҡытын 42 сәғәт 23 минутҡа тултыра.

1955 йылдың 27 октябрендә әрме сафтарына саҡырыла һәм Чкалов (Ырымбур) ҡалаһына К.Е. Ворошилов исемендәге 1–се осоусылар хәрби–авиация училищеһына ебәрелә.

1957 йылда Валентина Ивановна Горячева менән ғаилә ҡороп ебәрәләр. Аҙаҡтан Ырымбур ҡалаһында, Валентинаның ғаиләһе йәшәгән өйҙә, Юрий һәм Валентина Гагариндырҙың музей-фатирҙары асыла.

1959 йылдың 9 декабрендә космонавтарға кандидаттар рәтенә индереүҙе һорап, ғариза яҙа. 1960 йылдың 3 мартында Хәрби–һауа көстәре баш командующийы бойороғо менән кандидаттар төркөмөнә ҡабул ителә. 25 марттан алып космонавтарҙы әҙерләү буйынса даими дәрестәр башлана. 1961 йылдың 12 апрелендә Байконур космодромынан осоусы–космонавт Юрий Гагарин «Восток» космик карабы бортында донъяла беренсе булып йыһанға старт ала. Был осоу өсөн Ю.Гагаринға Советтар Союзы Геройы исеме һәм ваҡытынан алда майор дәрәжәһе бирелә. Ә 1962 йылдан алып 12 апрель көнө – Космонавтика көнө тип иғлан ителә.

1961 йылдың 1 сентябрендә Юрий Гагарин Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһына уҡырға инә. 1968 йылда иһә диплом проектын яҡлай. Дәүләт экзаменацион комиссияһы уға “осоусы-инженер-космонавт” квалификацияһын бирә һәм академия адъюнктураһында уҡырға тәҡдим итә.

1968 йылдың 27 мартында Юрий Гагарин Владимир өлкәһе Киржач районы Новоселовка ауылы эргәһендә самолетта күнекмәләр эшләү ваҡытында хәрби осоусы В.С. Серегин менән һәләк була. Ҡыҙыл майҙанда Кремль диуары янында ерләнә.

Һылтанмалар

● Космонавтика энциклопедияһы. Юрий Гагариндың биографияһы