Ҡолаҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә r2.6.5) (робот өҫтәне: ka:ყური
115 юл: 115 юл:
[[jbo:kerlo]]
[[jbo:kerlo]]
[[jv:Kuping]]
[[jv:Kuping]]
[[ka:ყური]]
[[kk:Құлақ]]
[[kk:Құлақ]]
[[ko:귀]]
[[ko:귀]]

17:39, 27 февраль 2013 өлгөһө

Ҡолаҡ анатомияһы:
Тышҡы ҡолаҡ:
1.Тире
2. Ишетеү юды
3. Ҡолаҡ япрағы
Урта ҡолаҡ:
4. Ҡолаҡ ярыһы
5. урта ҡолаҡ ҡыуышлығы
6. Сүкеш һөйәге
7. һандал һөйәк
8. Өҙәңге һөйәге
Эске ҡолаҡ:
9. Ярым түңәрәк каналдар
10. Ҡусҡар
11. Нервылар
12. ишетеү торбаһы

Ҡолаҡ — ҡатмарлы вестибуляр-ишеткес ағза, ул ике функция үтәй: тауыш импульстарын ҡабул итә һәм кәүҙәнең тура тороуына, тигеҙлек һаҡлауға булышлыҡ итә. Был парлы ағза, баштың сикә һөйәктәре эсенә урынлашҡан, тыштан ҡолаҡ япрағы булып тамамланған.

Тауыш — һауаның тирбәлеүе. Кешенең ҡолағы 20,625 м -ҙан 1,65 см тиклем тауыш тулҡындарын ҡабул итә, был тауыштың секундына 16 — 20 000 Гц тирбәлеүенә торошло.

Ҡолаҡ анатомияһы

Ҡолаҡ — тышҡы, урта һәм эске ҡолаҡтарға бүленә.

Кешенең ҡолаҡ япрағы (ир кеше)

Тышҡы ҡолаҡ ҡолаҡ япрағы менән тышҡы ишетү юлынан тора. Ҡолаҡ япрағы хәрәкәтһеҙ, ул тауыш оотоу өсөн яраҡлашҡан. Ҡолаҡ япрағы менән урта ҡолаҡ иштеү юлы менән бәйләнгән. Тышҡы ҡолаҡ юлы ҡолаҡтан барабан ярыһы менән айырылап тора. Улар тауыш тулҡындарын механик тирбәлеүгә әйләндереп, урта ҡолаҡҡа ебәрә.

Урта ҡолаҡ — һауа тулған ҡыуашлыҡ. Урта һөйәктә өс ишетеү һөйәге бар. Беренсеһе— сүкеш һөйәк барабан ярыһына терәлгән, икенсеһе — өҙәңге һөйәкэске ҡолаҡҡа барған овал тәҙрә юлына тейеп тора. Өсөнсө — һандал һөйәк — улар араһында урынлашҡан. Барабан ярыһы тирбәлеүен 20 тапҡыр көсәйткән һөйәк рачагтар системаһы шулай төҙөлгән. Урта ҡолаҡ ҡыуашлағы ишетеү торбаһы аша тамаҡ өҫтө ҡыуышлығы менән тоташа. Аҙаҡты йотҡанда ишетеү торбаһы юлы асыла һәм урта ҡолаҡтағы баҫым атмосфера баҫымы менән тигеҙләшә. Шул сәбәпле барабан ярыһы баҫым түбән яҡҡа бөгөлмәй.

Эске ҡолаҡ урта ҡолаҡтан овал һәм түңәрәк тәҙрәнән торған һөйәк пластинкаһы менән айырыла. Эске һөйәк сикә һөйәктәре эсендә ятҡан нәҙеҡ каналдар ҡатмарлы ҡыуышлыҡтар системһынан тора. Ошо һөйәк лабиринты эсендә уның формаһын ҡабатлағын ярылы лабиринт ята. Уның эсенде тирбәлеүҙәрҙе — тауыш тулҡындарын, кәүҙәнең арауыҡтағы торошон ҡабул итеүсе һиҙгер приборҙар (вестибуряр аппарат) бар.

Эске ҡолаҡ

Эске ҡолаҡ.

Ҡусҡар һәм уның тупһаһы. Өҫтән күренеш
Латинса исеме

auris interna

Ҡан менән тәьмин итеү

лабиринт артерия

Каталогтар

MeSH?Gray?

Эске ҡолаҡта ишетеү ағзаһы - ҡусҡар менән тигеҙләне ағзаһы - тупһа һәм өс үңәрәк канал урынлашҡан. Улар үҙ ара бәйләнгән. Ҡусҡарҙың бер яҡ ярылы стенаһында ғына ныҡ итеп тарталған төрлө оҙонлоҡтағы 24 мең һығылмалы есә бар. Һәр епсә үҙ өнө өсөн яуап бирә. Епсәләрҙә өҫтөндә төктәре булған күҙәнәктәр урынлашҡан. Урал ишепеү рецепторҙарв тип атала. Рецептор өҫтөндә япма мембрана бар. Һәр рецепторға ишетеү нервыһының осо тоташҡан.

Тауыш тирбәлеүе барабан ярыһына бирелә. Ишетеү һөйәктәре уны овал тәҙрә ярыһына ебәрә, уның ша эске ҡолаҡ шыйыҡсаһына бара. Бөтә ҡуҙғауҙар спираль орган рецепторына бирелә. Барлыҡҡа килгән ҡуҙғау мейе ҡабығының ишетеү зонаһына бара. Кеше шулай ишетә.

Ике ҡолаҡ аша мейе ярымшаҙарына сигнал тапшырыла. Әгәр тауыш һулдан килһә, уның импульстары мейегә уң ҡолаҡҡа ҡарағанда ирәрәк килеп етә. Мейе анализ үткәреп тауыш сығанаған билдәләй. Шулай кеше тауыш сығанағын һәм йүнәлешен билдәләй.

Ҡолаҡ гигиенеһы

Тышҡы ишетеү юлында, составында микробтарға ҡаршы матдҡлҡр булған, сайыр бүленеп сыға. Сайыр йыйылып киткәндә ишетеүгә ҡамасаулай. Ҡолаҡты шарпы, булавка һ.б. предматтар менән таҙартырға ярамай.

Тамаҡтыҡ, танауҙың лайлалы шәрәһе шешенһә, ишетеү юлына лайла тула һәм урта ҡолаҡтағы һауа баҫымы тыштағы баҫым менән тигеҙләшә алмай. Кеше ҡолағына мамыҡ тығылған һымаҡ тоя. Тымаулағанда, танау тонғанда танау тишектәрен берәмләп таҙартырға кәрәк. Тышҡа сыҡҡан һауа юлы ялылһа, һауа ағымы ишетеү торбалары аша уота ҡолаҡҡа үтерге мөмкин.

Урта ҡлаҡтың шешенеүе үтә ҡурҡыныс. Был ишетеү һәләте насарайыуға килтерә. Ишетеү нервыларының һәм рецепторҙарының зарарланыуы һаңраулыҡҡа килерергә мөмкин. Шау-шыулы урында булыу, хатта ҡыҫҡа ғына ваҡыттыла көслө тауыш аҫтында ҡалыу ҡолаҡҡа ҡатыланыуға килтерә.

Әҙәбиәт

  • Сонин Н.И. Биология. Кеше. тәрж.С.М. Рәхимова. -Өфө; Китап: Дрофа, 2005. -ISBN 5-295-03615-4
  • Колесов Д.В. Биология. Кеше. -9-сы стереотип баҫманан тәржемә. -Өфө: Китап, 2009. -ISBN 978-5-295-04946-0