Аманат (журнал): өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Яңы: '''Аманат''' — мәктәп йәшендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн башҡорт телендә ай һайын сыға торған нәфис-публ...
(айырмалар юҡ)

01:48, 8 июнь 2010 өлгөһө

Аманат — мәктәп йәшендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн башҡорт телендә ай һайын сыға торған нәфис-публицистик журнал. Аманат васыят тигән мәғәнәлә. Журнал Башҡортостан халҡы, балалар тормошо, фән һәм техника, әҙәбиәт һәм сәнғәт, спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштар тураһында яҙа, балалар ижады менән таныштыра. Журналда мәктәп тормошо, тәбиғәтте һаҡлау, баш ваҡытты ойоштороуға арналған бүлектәр бар.

Тарихы

  • 1929 йылдың мартынан Башҡортостан пионерҙар ойошмаһының һәм РКСМ өлкә комитетының органы булараҡ «Керпе» исеме менән нәшер ителә. Журналды ойоштороусыһы һем беренсе мөхәррире М. Хәй була.
  • 1931 йылдаң ғинуарынан журнал «Пионер» исеме менән баҫтырала.
  • Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында журналды сығарыу эше туҡтатыла һәм 1952 йылдың сентябренен журнал тағы ла сыға башлай.
  • 1991 йылдың апреленән журнал «Аманат» тип атала.

Р. Ниғмәти, З. Биишева, М. Кәрим, А. Игибаев, Ф. Р. Рәхимғолова кеүек күренекле әҙиптәр тәүге әҫәрҙерен «Пионер» журналында баҫтырған. Журналды Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ҡурған, Силәбе өлкәләрендә, Татарстан һәм Ҡаҙағстанда алдырып уҡыйҙар.

«Аманат» журналының сайты

«Аманат» балалар-үҫмерҙер журналы

Башкортостан Матбуғат Әҙәбиәт Мәғәриф