Шиғриәт: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
Addbot (фекер алышыу | өлөш)
ә Bot: Migrating interwiki links, now provided by Wikidata on d:q482
18 юл: 18 юл:


[[Категория:Әҙәбиәт]]
[[Категория:Әҙәбиәт]]

[[en:Poetry]]

07:47, 20 август 2013 өлгөһө

Шиғриәт (поэзия) («ижад, яралтыу») - телмәрҙе айырым ысул менән ойоштороу, телмәргә ябай һөйләш талап итмәгән өҫтәмә үлсәүҙәр индереү, шағирәнә нәфис һүҙ ижад итеү. .

Өҫтәмә үлсәм сараһы - шиғыр(шиғыр юлы), рифма, ритм, метр һ.б.} Йыш ҡына шиғриәт һүҙе метафора рәүешле лә ҡулланыла, телмәрҙең йә прозаик әҫәрҙең бик нәфис тел менән, шағирәнә ижад һүрәтләнеүен күрһәтә ул. Әммә фәнни әҙәбиәттә шиғриәт төшөнсәһе бары тик шиғырға (шиғри юлға) ҡағылышлы файҙаланыла.

Бөгөнгө мәҙәниәттә шиғриәт сәнғәт төрө итеп ҡабул ителә, шул уҡ ваҡытта шиғырҙар нәфис әҙәбиттә генә түгел, төрлө текстарҙа ла ҡулланылғанлығы күҙҙән ысҡындырыла (әйтәйек, рекламала). Тарихтан күренеүенсә хатта фәнни һәм медицина трактаттары ла шиғыр менән яҙылыуы мөмкин. Был ысул һүрәтләнгән теманың айырым әһәмиәткә эйә икәнлегенә ишара булып тора.

Терминологияһы

Ритм (грек. rhythmos,шиғриәттә - шиғри телмәрҙең яңғырашын айырым бер тәртипкә һалыу.

Рифма («шымалыҡ, көйлөлөк») - шиғыр юлдарының аҙағы оҡшаш тамамланыуы. Рифмалар бик күп төрлө.

Һәр шиғырҙың үҙ үлсәме була. Полиметриялы, йәғни күп үлсәмле шиғырҙар ҙа ижад ителә.

Метр - шиғырҙа көслө урындарҙың (икттарҙың) һәм йомшаҡ урындарҙың сиратланып килеүе.

Поэзияның һәм прозаның сиктәре шартлы ғына.