Берҙәм Рәсәй: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
28 юл: 28 юл:


[[Категория:Сәйәси партиялар]]
[[Категория:Сәйәси партиялар]]
[[Категория:Берҙәм Рәсәй]]

05:18, 24 апрель 2014 өлгөһө

Берҙәм Рәсәй — Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы, 2001 й. дек. Мәскәүҙә «Берҙәмлек һәм Ватан союзы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһын (2001 й. окт. «Берҙәмлек» һәм «Ватан» йәмәғәт берекмәләре м н «Бөтә Рәсәй» ижт.-сәйәси хәрәкәтен берләштереү юлы м н төҙөлә) үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә «Берҙәмлек һәм Ватан — Берҙәм Рәсәй» партияһы булараҡ барлыҡҡа килә, 2003 й. дек. (партияның 4 се съезынан) алып хәҙ. исемен йөрөтә[1].

«Берҙәм Рәсәй» программаһының төп ҡағиҙәләре: көслө дәүләт; үҫешеүсе гражданлыҡ йәмғиәте; сәскә атыусы ил (бөтөнөһөн эсенә алыусы иҡт. модернизацияһы, граждандарҙың матди муллығы һәм рухи именлеге); Рәсәйҙең федератив ҡоролошо; үҙгәреүсе донъяла бөйөк Рәсәй; хакимиәттең барлыҡ кимәлдәрендә күпселек граждандар мәнфәғәтен яҡлаусы һәм йәмәғәт тотороҡлоғон һаҡлау өсөн сығыш яһаусы яуаплы партия.

Партияның Башҡ н төбәк бүлексәһе 2002 й. февр. ижт. һәм сәйәси акцияларҙа, һайлауҙарҙа һәм референдумдарҙа ҡатнашыу, ш. уҡ дәүләт власы, урындағы үҙидаралыҡ органдарында граждандар мәнфәғәтен яҡлау юлы м-н БР халҡын актив сәйәси тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында ойошторола. Респ. ҡалаларында һәм райондарында 1043 беренсел ойошманы берләштергән 69 структур бүлексәһе бар (2005).

БР ҙа 19 мең партия ағзаһы иҫәпләнә. Бүлексәнең юғары органы булып кәмендә 2 йылға 1 тапҡыр йыйыла торған конф. тора. Конф. араһындағы осорҙа Төбәк сәйәси советы һәм Төбәк башҡарма ком ты (икеһе лә — Өфөлә) етәкс. итә. Респ. «Берҙәм Рәсәй» яҡлылар 20 меңгә яҡын кешене берләштерә; уларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу маҡсатында Партия яҡлыларҙың төбәк советы төҙөлгән (рәйесе М.Ш.Мәһәҙиев). «Берҙәм Рәсәй» Башҡ н төбәк бүлексәһенең Йәмәғәт ойошмалары м н берлектәге эшен координациялау өсөн Төбәк сәйәси совет эргәһендә Йәмәғәт берекмәләренең кәңәшмә советы төҙөлгән.

Партияның Башҡ н бүлексәһе үҙәк һәм урындағы власть органдарына һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнаша. РФ Дәүләт думаһына һайлауҙарҙа (2003) «Берҙәм Рәсәй» БР ҙа 40% ҡа яҡын тауыш йыйған (партия исемлеге б са 5 урын); БР ҙың бөтә 6 бер мандатлы округы б са ш. уҡ «Берҙәм Рәсәй» вәкилдәре һайланған.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышында 57 депутат «Берҙәм Рәсәй» ағзаһы, 43 ө партия яҡлы. Муниц. вәкәләтле органдарҙың 10650 депутатының 37% ы партия ағзалары, 38% ы — партия яҡлылар (2005).

Төбәк бүлексәһе йәмәғәт ойошмалары м н хеҙмәттәшлеккә, йәштәр һәм ветерандар м н эшләүгә айырыуса иғтибар бүлә. Иң мөһим акциялар иҫәбендә төрлө ғилми ғәмәли саралар үткәреү: «Башҡортостан Республикаһының социаль форумы», «Рәсәй үҫешенең иҡтисади һәм сәйәси проблемалары: төбәктән ҡараш» һәм «Төбәктәрҙең тотороҡло үҫешен тәьмин итеүҙә федераль һәм төбәк органдарҙың роле» темаларына түңәрәк өҫтәлдәр; «Берҙәм Рәсәй сәйәси партияһының Рәсәй дәүләтселеген нығытыуҙағы роле» конф., «Берҙәм Рәсәй» партияһы көндәре һ.б.

Төбәк сәйәси совет секретарҙары:

  1. М.Ә.Әйүпов (2002 й. алып)
  2. Э.В.Ҡолмөхәмәтов (2007 й. алып)
  3. Толкачев Константин Борисович (2009 й. алып);

Төбәк башҡарма к ты етәксеһе

  1. И.Ә.Ғәбитов (2002 й. алып)
  2. Р.Р.Ишмөхәмәтов (2010 й. алып)
  3. А.Л.Мифтахов (2012 й. алып).

Иҫкәрмәләр