Китап (нәшриәт): өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
16 юл: 16 юл:


[[Категория:Мәҙәниәт]] [[Категория:Тарих]]
[[Категория:Мәҙәниәт]] [[Категория:Тарих]]
[ru:Китап (издательство)]
[[ru:Китап (издательство)]]

19:39, 13 октябрь 2010 өлгөһө

  • Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең ойошторолоу тарихы РКП(б)-ның 1919 йылдың 8 —11 ноябрендә [[Стәрлетамаҡ[[та уҙғарылған 1-се Бөтә башҡорт конференцияһынан башлана. Был конференция үтеү менән Стәрлетамаҡта Башҡорт АССР-ының Башкорт дәуләт нәшриәте тигән гәзит-журнал һәм китап нәшриәте барлыҡҡа килә. Ошо йылдарҙа тәү башлап башҡорт телендә Шәйехзада Бабич, Дауыт Юлтый һәм башҡаларҙың китаптары донъя күрә.
  • 1920 йылдың 27 авгусында Өфө губерна башҡарма комитетының ҡарары менән Өфөлә китап баҫтырыу эшен йәйелдерергә ҡарар ителә. Шулай итеп, 1922 йылдың октябрендә баш ҡалала «Башкнига» тигән уртаҡ сауҙа нәшриәте барлыҡҡа килә.
  • 1924 йылдың октябрендә партияның Башҡортостан өлкә комитеты марксизм-ленинизм классиктары әҫәрҙәрен башҡорт телендә баҫтырып сығарыу буйынса редакция-нәшриәт комиссияһы ойоштора. Уның рәйесе итеп Ғәзим Касимов, секретары итеп языусы Ғөбәй Дәүләтшин раҫлана. Комиссия ағзалары сафында шулай уҡ Ғабдулла Амантай, Булат Ишемғол, Имай Насыри, Дауыт Юлтый һымаҡ әҙиптәр ҙә була.
  • «Башкнига» китаптарҙы 1929 йылда латин алфавиты менән баҫтыра башлай. Уға саҡлы ғәрәп-төрөк алфавиты ғәмәлдә булған.
  • Халык Комиссарҙары Советы 1928 йыддың 28 ноябрендә «Башкнига»ны «Башгиз» (Башҡортостан дәүләт нәшриәте) итеп үҙгәртеп ҡора.
  • Беренсе биш йыллыҡ осоронда (19281932 йылдар) Башҡортостан китап нәшриәте 918 исемдәге китап һәм башҡа баҫма продукция сығара. Уларҙың дөйөм тиражы — 3 миллион 822 мең дана. Икенсе биш йыллыҡта (19331938 йылдар) 1406 исемдәге баҫманың тиражы 8 миллион 350 мең дана тәшкил итә.
  • 1930-сы йылдарҙан 70-се йылдарға саҡлы урыҫ совет языусылары һәм донъя классиктары әҫәрҙәре бик күпләп баҫтырылып сығарыла. Мәҫәлән: А. М. Горький — 39, А. С. Пушкин — 37, М. Ю. Лермонтов — 17, В. В. Маяковский — 15, Н. В. Гоголь — 12, А. П. Чехов 11 тапҡыр донъя күргән. Уларзы башҡорт теленә тәржемә итеүгә башҡорт яҙыусылары ифрат ҙур өлөш индерә.
  • Башҡортостан китап нәшриәте 1969 йылда үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй һәм ошо иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы РСФСР Юғары Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.
  • Башҡортостан китап нәшриәтенең йылдам үҫеше айырыуса 19701990 йылдарға тура килә. Мәҫәлән, 1990 йылда, нәшриәт 362 исемдәге 4 миллион 203 мең дана (41 миллион баҫма табаҡ) продукция нәшер итә.
  • Башҡортостан китап нәшриәте үҙенең баҫмалары менән бөтә ил, Рәсәй һәм донъя күләмендәге һәр төрлө китап күргәҙмәләрендә даими ҡатнаша, иҫтәлекле китаптар төрлө мәшһүр дипломдарға лайыҡ була.
  • Китап нәшриәте 1994 йылда, үҙенең 75 йыллык юбилейы алдынан, рәсми юридик исемен Башҡортостан «Китап» нәшриәте итеп үҙгәртә.
  • Зәйнәп Бейешеваның 100 йыллыҡ юбилее алдынан китап нәшриәтенә Зәйнәп Бейешева исеме бирелә.

Сығанаҡ

китап нәшрәтенең рәсми сайты