Аят әл-Күрси: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
рәсем+
категория
65 юл: 65 юл:
{{Сүрә}}
{{Сүрә}}


[[Категория:Ҡөрьән сүрәләре]]
[[Категория:Ҡөрьән аяттары]]

05:32, 4 ғинуар 2015 өлгөһө

Аят-әл Курси аяты
Аят-әл Курси аяты

Ая́т әл-Курси́ (ғәрәп. آية الكرسي‎‎ — Аллаһ Тәхете аяты) — «Әл-Бәҡара» («Һыйыр») сүрәһенең 255-се аяты. Аят эсендә Курси (Аллаһ Тәхете) һүҙе осрағанлыҡтан, уға шундай атама бирелгән. Был һүҙ Аллаһы тәғәләнең һәр нәмәнән өҫтөнлөгөн һәм ҡөҙрәтен һынландыра[1]. Аят-әл Курси — Ҡөрьән Кәримдең иң билдәле аяты.

Башҡортса транскрипцияһы

« Әғүҙү билләһи минә-шшәйтаани-рраджиим

Бисмилләһир-рахмәнир-рахиим Аллааһү ләә иләһә иллә һүүәл-хаййүл-ҡаййүм Ләә тәʼхуҙүһү синәтү үә ләә нәүм

Ләһү мәә фи-ссәмәүәәти үә мәә фил-ард Мән ҙәлләҙи йәшфәғү (ғ)ыньдәһү илләә би-иҙниһ Йәғләмү мәә бәйнә әйдииһим үә мәә хальфәһүм Үә ләә йүхиитүүнә би шәйʼим-мин (ғ)ыльмиһи иллә бимәә шәә

Үә сиға күрсиййүһү-ссәмәүәти үәл-ард Үә ләә йәүүдүһү хифҙуһүмәә үә һүүәл-(ғ)алиййүл(ғ)аҙыйм

Әл-Бәҡара Кәрим 2:255 (Мөхәммәт)
»

Мәғәнәһе

« Ләғнәтле шайтан ҡотҡоһонан Аллаһҡа һыйынам.

Рәхимле һәм Рахманлы Аллаһ исеме менән! Аллаһ – Ул тере һәм мәңге, Унан башҡа илаһ юҡ. Уны йоҡо ла, йоҡомһорау ҙа алмай. Күктәрҙә һәм ерҙә булған бар нәмәләр – Уныҡы. Уның рөхсәте булмай тороп, кем Уның алдында үҙен йә бүтән берәүҙе яҡлаша алһын? Был кешеләргә тиклем ни булғанын да һәм уларҙан һуң ни буласағын да Ул белә, Ә кешеләр Уның белеменән тик Ул рөхсәт иткәнде генә аңлай алыр. Уның тәхете күктәрҙе һәм ерҙе биләй, Бөтә был нәмәне һаҡлау Уға ауыр түгел, һәм Ул – Бөйөк, Олуғ

»

Әҙәбиәт

  • Ҡөрьән Кәрим — башҡорт, татар, урыҫ телдәренә тәржемәләр.
  • Ҡөрьән Кәрим (транскрипциялар) //мөх. Нурмөхәмәт Сөйәрғолов // - Стәрлетамаҡ, ҡала типографияһы, 2007,609 бит.
  • Тәсһилүл бәйән (Ҡөрьән Кәримдең еңеләйтелгән аңлатмаһы), 1-4 томдар – Ҡазан, 2004

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр