Кинематограф: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл: 3 юл:

==Башҡортостанда кино сәнғәте==
==Башҡортостанда кино сәнғәте==
===Тарихы===

Башҡортостанда тәүге таҫмаларҙы Мәскәү һәм Екатеринбургтан килгән студиялар төшөрә һәм улар, нигеҙҙә, этнографик характерҙа була. 1990 йылда "Урал күренештәре", 1910 йылда "Ырымбур", "Алтын приисккыларын эшкәртеү" тигән ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрөлә. 1915 йылда "Ҡымыҙ" исемле фәнни-популяр фильм, 1916 йылда – "Ҡылғанлы дала" фильмы донъя күрә. 1915 йылда режиссер В. Гардин Л.Н. Толстойҙың "Кешегә күпме ер кәрәк?" хикәйәһен экранлаштыра.

Граждандар һуғышы осоронан байтаҡ ҡына документаль-хроник фильмдар һаҡланған. Артабан "Өфөлә 1 май", "Һабантуй" (1925), "Ҡыҙыл Башҡортостан" (1929), "Азия сигендә", "Совет әкиәте", "Башҡорт ҡыҙы" (1930), "Данлы юбилей" (1939), "Икенсе Баку" (1940) тигән документаль фильмдар ижад ителә. 1937 йылда "Ленфильм"дан режиссер П. Петров-Бытов Башҡортостанда "Пугачев", фильмының ҡайһы бер күренештәрен төшөрә. С. Юлаев ролен К. Мөхөтдинов башҡара. 1940 йылда режиссер Яков Протазанов төп ролдә Арыҫлан Мөбәрәков уйнаған "Салауат Юлаев" фильмын эшләй. 1959-1960 йылдарҙа Свердловск киностудияһы "Сыңрау торна" фильм-балетын экранлашыра.

===Телестудия===
1959 йылдан башлап Башҡортостан телевидениеһы эшләп килә. Уның кино төркөмө байтаҡ фильмдар ижад итә. Улар араһында "Башҡорт балы" (сценарий авторы А. Филлипов), Заһир Исмәғилевтың кинопортреты булған "Тыуған моңдар" фильмы (режиссеры Ғ. Ҡудашев) иң уңышлы эштәрҙән һанала.

===Башҡортостан киностудияһы===
1990 йылдың 25 майында республикала "Башҡортостан" киностудияһы эш башлай. Уның етәксеһе итеп юллап астырыусы һәм ойоштороусы билдәле режиссер Әмир Абдразаҡов билдәләнә. "Ишмулла", "Зәки Вәлиди Туған" (режиссеры Ә. Абдразаҡов), "Аксаков һәм Башҡортостан", "Азатлыҡ ҡапҡаһы" (режиссеры Малик Яҡшымбәтов), "Инештәр", "Ғәскәров" (режиссеры Вил Кәримов), "Мин – Салауат Азатлыҡ" (режиссеры Г. Шеверов), һәм байтаҡ документаль фильмдар төшөрөү менән эшен башлап ебәргән киностудия һуңғы йылдарҙа нәфис фильмдары менән тамашасы күңелен яулай башланы.
Режиссер Әмир Абдразаҡов яҙыусы Яныбай Хамматов романдары буйынса "Бөртөкләп йыйыла алтын" тигән 4 сериялы нәфис фильм ижад итә.
"Башҡортостан" телерадиокомпанияһында "Ай ҡыҙы" исемле күп сериялы телевизион фильм төшөрөлдө. Был – 33 сериялы беренсе башҡорт сериалы. Режиссеры – Әнүәр Нурмөхәмәтов. Сценарий авторы – драматург Флорид Бүләков. Төп ролдәрҙә драма театры артистары – Эльмира Юлдашева, Эльмира Саматова (Айһылыу), Азат Йыһаншин (Ғайсар), Ғаяз Алтыншин (Ғаяз), Эльвира Юнысова (Рәшиҙә), Сара Буранбаева (Ғәҙилә), Гүзәл Маликова (Йәмилә) уйнанылар.

Башҡортостан телевидениеһы студияһында эшләү дәүерендә Талха Ғиниәтуллин әҫәре буйынса "Миҙал" нәфис фильмын, "Президент бүләге" тигән ҡыҫҡа метражлы фильм, ике сериялы "Һарығолаҡ" нәфис фильмын (яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаев әҫәре буйынса) төшөрә.

Режиссер Булат Йосоповтың "Быяла юлсы", "Ауыл өҫтөндә йәйғор", "Сөмбөлдөң етенсе йәйе", Мостай Кәрим әҫәре буйынса "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" фильмдары экранға сыҡты.

Заманында үҙен талантлы театр һәм кино актеры итеп танытҡан Айсыуаҡ Йомағолов кино юлын һайлай һәм үҙенең , "Төндә мөмкин" тигән диплом эше менән бер нисә абруйлы халыҡ-ара һәм Рәсәй кинофестивалдәрендә , "Иң яҡшы режиссер", "Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм" тигән исем яулай. Танылған Рәсәй актеры Марат Башаров төшкән "Елғыуар" кинофильмы ла тамашасылар күңеленә хуш килде.

2007 йылда "Рәхмәт" комедияһы төшөрөлдө. Сценарий авторҙары Зөһрә һәм Таңсулпан Бураҡаевалар, режиссеры Ануар Райбаев (Ҡаҙағстан). Был фильм ижади башҡорт йәштәренең уңышлы дебюты булараҡ танылыу яуланы. Һуңғараҡ шул уҡ ижади төркөм "Минең йондоҙом" исемле йәштәр лирик комедияһын тәҡдим итте (режиссер Таңсулпан Бураҡаева). Төп ролдәрҙә 2007 йылда Щепкин исемендәге театр институтын тамамлаған йәш башҡорт актерҙары.

Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл тулыуға ҡарата режиссер Әмир Тойғонов документаль фильмдар серияһы төшөрҙө. Уға тилем ул генерал Шайморатов һәм Башҡорт атлы дивизияһы тураһында (сценарий авторы Сәлимә Батисова) "Еңеү сапҡынсылары" исемле документаль фильм менән танылыу яулағайны.

Шулай итеп, бөгөнгө көндә беҙҙең башҡорт киноһы ла яйлап үҫешә, донъя кимәленә сыға, милли колоритлы фильмдарыбыҙ халыҡ-ара фестивалдәрҙә призлы урындар яулай.

17:04, 23 ғинуар 2015 өлгөһө

Иҫке кинокамера

Кинемато́граф (грекса κινημα — хәрәкәт һәм грекса γραφω — яҙырға, һурәтләргә; йәғни «хәрәкәтте һурәтләү») - хәрәкәт иткән рәсемдәрҙе берләштергән кеше эшсәнлеге төрө. Кайһы бер вакыттарҙа синемато́граф тип атала (фр. cinématographe). Кинематограф XIX быуатта барлыҡҡа килгән. Кинематограф һүҙенең аңлатмаһы эсенә киносәнәғәт (иҡтисад өлкәһе), киносәнғәт инә. Кинематограф өйрәнүе эше менән кино белеме фәне шөгөлләнә.

Башҡортостанда кино сәнғәте

Тарихы

Башҡортостанда тәүге таҫмаларҙы Мәскәү һәм Екатеринбургтан килгән студиялар төшөрә һәм улар, нигеҙҙә, этнографик характерҙа була. 1990 йылда "Урал күренештәре", 1910 йылда "Ырымбур", "Алтын приисккыларын эшкәртеү" тигән ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрөлә. 1915 йылда "Ҡымыҙ" исемле фәнни-популяр фильм, 1916 йылда – "Ҡылғанлы дала" фильмы донъя күрә. 1915 йылда режиссер В. Гардин Л.Н. Толстойҙың "Кешегә күпме ер кәрәк?" хикәйәһен экранлаштыра. Граждандар һуғышы осоронан байтаҡ ҡына документаль-хроник фильмдар һаҡланған. Артабан "Өфөлә 1 май", "Һабантуй" (1925), "Ҡыҙыл Башҡортостан" (1929), "Азия сигендә", "Совет әкиәте", "Башҡорт ҡыҙы" (1930), "Данлы юбилей" (1939), "Икенсе Баку" (1940) тигән документаль фильмдар ижад ителә. 1937 йылда "Ленфильм"дан режиссер П. Петров-Бытов Башҡортостанда "Пугачев", фильмының ҡайһы бер күренештәрен төшөрә. С. Юлаев ролен К. Мөхөтдинов башҡара. 1940 йылда режиссер Яков Протазанов төп ролдә Арыҫлан Мөбәрәков уйнаған "Салауат Юлаев" фильмын эшләй. 1959-1960 йылдарҙа Свердловск киностудияһы "Сыңрау торна" фильм-балетын экранлашыра.

Телестудия

1959 йылдан башлап Башҡортостан телевидениеһы эшләп килә. Уның кино төркөмө байтаҡ фильмдар ижад итә. Улар араһында "Башҡорт балы" (сценарий авторы А. Филлипов), Заһир Исмәғилевтың кинопортреты булған "Тыуған моңдар" фильмы (режиссеры Ғ. Ҡудашев) иң уңышлы эштәрҙән һанала.

Башҡортостан киностудияһы

1990 йылдың 25 майында республикала "Башҡортостан" киностудияһы эш башлай. Уның етәксеһе итеп юллап астырыусы һәм ойоштороусы билдәле режиссер Әмир Абдразаҡов билдәләнә. "Ишмулла", "Зәки Вәлиди Туған" (режиссеры Ә. Абдразаҡов), "Аксаков һәм Башҡортостан", "Азатлыҡ ҡапҡаһы" (режиссеры Малик Яҡшымбәтов), "Инештәр", "Ғәскәров" (режиссеры Вил Кәримов), "Мин – Салауат Азатлыҡ" (режиссеры Г. Шеверов), һәм байтаҡ документаль фильмдар төшөрөү менән эшен башлап ебәргән киностудия һуңғы йылдарҙа нәфис фильмдары менән тамашасы күңелен яулай башланы. Режиссер Әмир Абдразаҡов яҙыусы Яныбай Хамматов романдары буйынса "Бөртөкләп йыйыла алтын" тигән 4 сериялы нәфис фильм ижад итә. "Башҡортостан" телерадиокомпанияһында "Ай ҡыҙы" исемле күп сериялы телевизион фильм төшөрөлдө. Был – 33 сериялы беренсе башҡорт сериалы. Режиссеры – Әнүәр Нурмөхәмәтов. Сценарий авторы – драматург Флорид Бүләков. Төп ролдәрҙә драма театры артистары – Эльмира Юлдашева, Эльмира Саматова (Айһылыу), Азат Йыһаншин (Ғайсар), Ғаяз Алтыншин (Ғаяз), Эльвира Юнысова (Рәшиҙә), Сара Буранбаева (Ғәҙилә), Гүзәл Маликова (Йәмилә) уйнанылар.

Иҫкәрмәләр