Ҡый үләндәре: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
категория
40 юл: 40 юл:
[[Категория:Экология растений]]
[[Категория:Экология растений]]
[[Категория:Агрономия]]
[[Категория:Агрономия]]
[[Категория:Защита растений]]
[[Категория:Защита растений]][[Категория:Ҡый үләндәре]]

16:44, 8 февраль 2015 өлгөһө

Аҡтамыр — иң ныҡ таралған сүп үләне

Ҡый үләндәре - билдәле бер участкаларҙа үҫеүе кәрәкмәгән ҡырағай һәм культуралы үҫемлектәр.

Таралышы

30 меңдән ашыу төрө билдәле, яҡынса 2 меңе киң таралған. Башҡортостанда 400‑ҙән ашыу төрө теркәлгән, яҡынса 50‑һе бөтә ерҙә осрай. Орлоғо күп була (бер үҫемлеккә бер нисә мең орлоҡ), орлоҡтары тупраҡта оҙаҡ (20 йылға тиклем) һаҡлана, орлоҡ запасы (“банк”) ҙур (1 га һөрөнтө баҫыуҙа бер нисә йөҙ млн тиклем); вегетативюл менән үрсегән күп йыллыҡ ҡый үләндәре (баҫыу сырмалсығы, аҡтамыр, баҫыу ҡырҡбыуыны һ.б.) шулай уҡ вегетатив бөрөләре иҫәбенә бирешмәй.

Осот огородный

Ҡый үләндәре яҙ дымлы, һыуыҡ һәм оҙайлы булғанда арта (сәсеүлек ҡыйлана); культиваторҙар менән эшкәртелгән рәт аралары киң булған аралыҡлы культуралар сәсеүлектәрендә (картуф, кукуруз һ.б.) бер йыллыҡ ҡый үләндәре күбәйә; пар баҫыуҙарында һәм күп йыллыҡ үләндәр сәсеүлектәрендә кәмей. Тотош сәселгән культуралар аҫтында (иген культуралары, ҡуҙаҡлы иген культуралары) аҙ йыллыҡ ҡый үләндәренең үҫеше тотҡарлана, күп йыллыҡтар үҫешә.


Биотөркөмдәр буйынса бүленеше

Биология үҙенсәлектәре буйынса орлоҡло аҙ йыллыҡтарҙы (емештәре, орлоҡтары ярҙамында үрсегән һәм таратылған бер һәм ике йыллыҡ ҡый үләндәре), вегетатив аҙ йыллыҡтарҙы (орлоҡтар, шулай уҡ бүлбеләр ярҙамында: бүлбеле сырмалсыҡ, иренсәскә; һуғанбаштар менән:күп йыллыҡ миләүшәләр, эт ҡаҡыһы) һәм күп йыллыҡтарҙы (үҙәк тамырлылар: әсе әрем, ат ҡуҙғалағы; кәҫ үҫемлектәре:ҡайһы бер күрәндәр һәм ҡыяҡлылар; үренте тамырлы ҡый үләндәре: сысҡан кәрешкәһе, етенүлән һ.б.; тамырһабаҡлы ҡый үләндәре: баҫыу бөтнөгө, ҡамыш һ.б.) айырып йөрөтәләр. Бер йыллыҡ ҡый үләндәре иртә яҙғыларға (ҡара алабута, ҡара һоло, тиле бойҙай һ.б.), һуң яҙғыларға (шыртүлән, бесәй тарыһы һ.б.), ужым (күстерә заты төрҙәре, 2‑се йылына емеш бирәләр) һәм ҡышлаусыларға (көтөүсе муҡсаһы, ярут һ.б.; иртә яҙғы үҫентеләрҙең вегетацияһы шул уҡ уҡ йылда тамамлана, һуңғылары — ҡышлай) бүленәләр. Был төркөмдәргә ҡараған күп үҫемлектәр (ҡауҙы башы, алабута һ.б.) уңышты урып‑йыйыуҙан һуң үҫеп китә. Туҡланыу ысулы буйынса (автотроф ҡый үләндәре башҡа) паразит ҡый үләндәрен (һабаҡтарға, мәҫәлән, ҡылйебәк, йәки тамырҙарға, мәҫәлән,шомбоя, йәбешәләр), ярым паразиттарҙы (ҙур шылтырауыҡ, теш үләне) айырып йөрөтәләр. Шулай уҡ газондарҙы, тәбиғи мал аҙығы биләмәләрен, урман парктарын һ.б. ҡыйлаусы төрҙәр билдәле; Ҡый үләндәренә рудераль үҫемлектәрҙе лә индерәләр. Республика биләмәһендә таралыуы буйынса барлыҡ культура сәсеүлектәрендә лә осраған (баҫыу билсәне, баҫыу сырмалсығы, ялан һары билсәне һ.б.), төньяҡ, (ялан шипкәне, йорт йондоҙҡайы, ваҡ бөрлөгән, ябай шәфәҡгөл, теленгән күҙлут, сыбар күҙлут, йәбешкәк бөрмәкәй һ.б.), көньяҡ (татар латугы, бесәйғойроҡ, ҡаймалы бесәй тарыһы һ.б.) райондарға тура килгән төрҙәр айырыла.

Контролдә тотоу

Сәсеүлектәрҙең ҡыйланыуын контролдә тотоу өсөн агротехник (сәсеү әйләнеше, ер эшкәртеү системаһы һ.б.), фитоценотик (конкуренцияға һәләтле күп йыллыҡ үләндәр, ужым арышы, рапс һ.б. менән ҡый үләндәре үҫешен тотҡарлау) һәм химик (гербицидтар ҡулланыу) саралар үткәрелә. [1],

Зыяны

Ағыулы ҡый үҫемлектәре ҡатышҡан ярма (консолида, баҡра һ.б.) кешеләрҙең һәм ауыл хужалығы малдарының ағыуланыуына сәбәп булыуы мөмкин. Ҡый үләндәре, мал аҙығы үҫемлектәрен ҡыҫырыҡлап, сабынлыҡтарҙың һәм көтөүлектәрҙең уңышын һәм туҡлыҡлылыҡ ҡиммәтен кәметә, уларҙың ағыулы төрҙәре хайуандарҙың ағыуланыуына килтерә. Күп ҡоротҡостарҙың, ауыл хужалығы һәм урман культуралары ауырыуҙарын тыуҙырыусыларҙың сығанаҡтары йыш ҡына ҡый үләндәрендә барлыҡҡа килә. Ҡый үләндәре каналдарҙың ләмләнеү процестарында ҡатнаша, газ һәм нефть үткәргестәр янындағы һыҙаттарҙа янғын ҡурҡынысын арттыра һ.б.


Ҡый үләндәре араһында витаминлы үҫемлектәр (ике өйлө кесерткән, көтөүсе муҡсаһы һ.б.), декоратив үҫемлектәр (баҡра, тилсә уты һ.б.), дарыу үҫемлектәре (тилебәрән, ҡандала үләне, үгәй инә үләне һ.б.), баллы үҫемлектәр (лимон бөтнөгө, бәпембә, арыҫлан ҡойроғо һ.б.), ашарға яраҡлы үҫемлектәр (бәпкә үләне, ҡыҫҡа мальва һ.б.) һ.б. билдәле.

Иҫкәрмәләр

  1. Пелюшка — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә

Әҙәбиәт

Ҡый үләндәре // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Һылтанмалар