М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты: өлгөләр араһындағы айырма
Айсар (фекер алышыу | өлөш) Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
Ардах18 (фекер алышыу | өлөш) әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
||
47 юл: | 47 юл: | ||
[[Категория:Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары]] |
[[Категория:Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары]] |
||
[[Категория:Башҡорт дәүләт педагогия университеты]] |
[[Категория:Башҡорт дәүләт педагогия университеты]] |
||
[[Категория:Аҡмулла]] |
06:17, 10 февраль 2015 өлгөһө
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты (башҡ. Башкирский государственный педагогический университет им. М. Акмуллы́ (БГПУ им. М. Акмуллы)) — Башҡортостан мәктәптәре өсөн юғары белемле уҡытыусылар әҙерләүсе уҡыу йорто, был йүнәлештәге фәнни-педагогик һәм методик үҙәк. Ул Башҡорт дәүләт педагогия институты булараҡ 1967 йылда асыла, 2000 йылдан «университет» статусы ала һәм һуңыраҡ уға мәғрифәтсе-шағир Мифтәхетдин Аҡмулла исеме бирелә. Эшләү дәүерендә университет 40 меңдән ашыу белгес әҙерләй. Илдең 20 иң яҡшы ВУЗдары исемлегенә инә[1].
Университета «Аудитория» гәзите[2] һәм «Педагогический журнал Башкортостана» журналы нәшер ителә.
Университет педагогик институт булараҡ республиканың башлыса ауыл мәктәптәрен юғары белемле уҡытыусылар менән тәьмин итеү маҡсатында асыла. Юғары уҡыу йорто тәүге көндәрен үк йылдам үҫә башлай. Яңы факультеттар, кафедралар ойошторола һәм һөҙөмтәлә ул Рәсәй Федерацияһында алдынғы һәм ҙур педагогия вуздарының береһенә әйләнә, I категориялы вуз булып таныла.