Әхмәҙиев Риф Барый улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә Fix URL prefix
57 юл: 57 юл:
== Ваҡытлы матбуғатта баҫылған әҫәрҙәре һәм мәҡәләләре ==
== Ваҡытлы матбуғатта баҫылған әҫәрҙәре һәм мәҡәләләре ==
* [http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/6369-bynda-beldem-yyrlekte-toyom-hozurlyty-irekte.html Бында белдем ғәййәрлекте, тойҙом хозурлыҡты, иректе… (Шиғырҙар шәлкеме). [[Башҡортостан (гәзит)|«Башҡортостан» гәзите]] , 12 декабрь 2012 йыл].
* [http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/6369-bynda-beldem-yyrlekte-toyom-hozurlyty-irekte.html Бында белдем ғәййәрлекте, тойҙом хозурлыҡты, иректе… (Шиғырҙар шәлкеме). [[Башҡортостан (гәзит)|«Башҡортостан» гәзите]] , 12 декабрь 2012 йыл].
* [http://http://agidel-rb.ru/assets/files/arxiv/2013/agidel-2-2013.pdf Урал алды ҡайындары. Шиғырҙар. «Ағиҙел» журналы, 2013 йыл, 2-се һан]
* [http://agidel-rb.ru/assets/files/arxiv/2013/agidel-2-2013.pdf Урал алды ҡайындары. Шиғырҙар. «Ағиҙел» журналы, 2013 йыл, 2-се һан]
* [http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/15988-mine-yrk-sskn-osondar.html Минең йөрәк сәскән осҡондар. (Шиғырҙар шәлкеме). [[Башҡортостан (гәзит)|«Башҡортостан» гәзите]], 16 декабрь 2014 йыл].
* [http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/15988-mine-yrk-sskn-osondar.html Минең йөрәк сәскән осҡондар. (Шиғырҙар шәлкеме). [[Башҡортостан (гәзит)|«Башҡортостан» гәзите]], 16 декабрь 2014 йыл].


75 юл: 75 юл:
* [http://www.bashinform.ru/news/607403/ В поисках научной истины (К 60-летию профессора Рифа Ахмадиева). Башинформ].
* [http://www.bashinform.ru/news/607403/ В поисках научной истины (К 60-летию профессора Рифа Ахмадиева). Башинформ].
* [http://bashgazet.ru/poet/12047-rif-hmiev-shiyr-ul-ktlmgn-tabysh.html Риф ӘХМӘҘИЕВ: «Шиғыр — ул көтөлмәгән табыш»- Салауат Әбүзәров ойошторған әңгәмә. «Башҡортостан» гәзите, 28.02.2014].
* [http://bashgazet.ru/poet/12047-rif-hmiev-shiyr-ul-ktlmgn-tabysh.html Риф ӘХМӘҘИЕВ: «Шиғыр — ул көтөлмәгән табыш»- Салауат Әбүзәров ойошторған әңгәмә. «Башҡортостан» гәзите, 28.02.2014].
* [HTTP://WWW.KIGIADM.RU/?PART_ID=1234/ Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы хакимиәтенең рәсми сайты].
* [http://WWW.KIGIADM.RU/?PART_ID=1234/ Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы хакимиәтенең рәсми сайты].


[[Категория:Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре]]
[[Категория:Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре]]

23:14, 13 февраль 2015 өлгөһө

Риф Әхмәҙиев
Әхмәҙиев Риф Барый улы
Тыуған көнө:

13 февраль 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (70 йәш)

Тыуған урыны:

Ҡыйғы районы Әбдрәзәк ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Наградалары:

Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәр биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемдәре

Әхмәҙиев Риф Барый улы (13.02.1954) — билдәле әҙәбиәт белгесе, шағир, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәр биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге

Риф Әхмәҙиев 1954 йылдың 13 февралендә Ҡыйғы районы Әбдрәзәк ауылында тыуған. Арыҫлан урта мәктәбен тамамлағас, совхозда, унан һуң мәктәптә эшләй. 1972—1974 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә, һуңынан Ҡыйғы районы «Киров» совхозының ВЛКСМ комитеты секретары була. 1975 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт-урыҫ бүлегенә уҡырға инә. Студент йылдарында факультеттың комсомол ойошмаһын етәкләй. Уҡыуын тамамлап, университетта эштә ҡалдырылғас, БДУ-ның ВЛКСМ комитеты секретары итеп һайлана, ситтән тороп тел ғилеме буйынса аспирантурала уҡый. Йәштәр ойошмаһы етәксеһе булараҡ, күп башланғыстар менән сығыш яһай, студент төҙөлөш отрядтары эшмәкәрлеге, йәштәрҙең уҡыуы, ялы һәм көнкүреше менән әүҙем шөғөлләнә. 1984—1986 йылдарҙа университеттың әҙерлек бүлегендә уҡытыусы һәм декан урынбаҫары, 1986 йылдан Башҡорт дәүләт университетының филология, һуңынан башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡытыусы, доцент, декан урынбаҫары була. 2013 йылдан ошо факультеттың деканы, журналистика кафедраһы профессоры. Университетта эшләүенең тәүге йылдарына уҡ «Белем» йәмғиәтенең әүҙем лекторҙарының береһе, уның башҡорт әҙәбиәте һәм журналистикаһына, ижтимағи-сәйәси темаларға арналған сығыштары тыңлаусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

Фәнни эшмәкәрлеге

Студент йылдарында уҡ Риф Әхмәҙиев ғилми-тикшеренеү менән ныҡлап мауыға башлай, курс эштәрен һәм дипломын башҡорт драматургияһының үҫеш мәсьәләрен өйрәнеүгә арнай. Аспирантурала уҡығанда был проблемалар менән төплө һәм маҡсатҡа ярашлы шөғөлләнә. Уның кандидатлыҡ һәм 2004 йылда яҡланған докторлыҡ диссертациялары нәҡ ошо темаларға арнала. Бер үк ваҡытта ул башҡорт драматургтары ижадын да төплө тикшерә. Артабан ғалим республика журналистикаһының тарихына, көндәлек торошона һәм үҫешенә ныҡлы иғтибар итә. Һаналған йүнәлештәр буйынса тиҫтәнән артыҡ фәнни монография һәм хеҙмәт баҫтырыу менән бергә, университет уҡытыусыһы булараҡ, студенттар өсөн күп кенә дәреслектәр һәм уҡыу ҡулланмалары ла әҙерләне. Фән докторының уҙған быуаттың 70 — 80-се йылдарындағы башҡорт драматургияһының жанр һәм стиль үҙенсәлектәренә арналған ғилми хеҙмәттәренән "Хәҙерге башҡорт комедияһы проблемалары (1992), «Шағир драматургияһы» (1994), «Суть и суд жанра» (1996), «Хәҙерге башҡорт драматургияһы: конфликт проблемаһы һәм жанр формаларының төрлөлөгө» (2003), «Конфликты. Жанры. Характеры» (2009) тигән фәнни хеҙмәттәре киң билдәллек яуланы һәм авторын республиканан ситтә лә яҡшы таннытты.

Ижади эшмәкәрлеге

Бер үк ваҡытта Риф Әхмәҙиев XX быуаттың 80-се йылдарынан ныҡлап оло әҙәбиәткә килгән нескә хисле лирик шағир булып та Башҡортостандан ситтә лә киң танылыу алды. Тәүге шиғырҙары республиканың «Башҡортостан пионеры» (хәҙер «Йәншишмә»), «Ленинсы»-«Ленинец» (хәҙер «Йәшлек»), «Совет Башҡортостаны» (хәҙер «Башҡортостан») гәзиттәрендә, 1981 йылда нәшер ителгән «Йәш көстәр» альманахында донъя күрһә, 1982 йылда әҙип «Күк йөҙө» тип исемләнгән тәүге шиғри йыйынтығын уҡыусы хөкөмөнә тапшыра.

Артабан уның шиғриәт һөйөүселәр йылы ҡабул иткән әҫәрҙәре һаналған һәм башҡа гәзиттәрҙә, «Башҡортостан ҡыҙы» һәм «Ағиҙел» журналдарында, шулай уҡ татар һәм урыҫ телдәрендә баҫылып тора. 1992 йылда сыҡҡан «Тәҙрәләр» тип аталған икенсе йыйынтығы тиҙ арала шиғыр һөйөүселәр араһында таралып бөтә. Авторҙың артабанғы йылдарҙа донъя күргән «Һөйөү көсө» һәм «Сәскәләр моңо» китаптары ла шул уҡ яҙмышҡа дусар була. Риф Әхмәҙиев шиғриәтендә тыуған илгә һәм үҙебеҙҙең хозур тәбиғәткә һөйөү, ҡатын-ҡыҙға мөхәббәт темаһы менән бергә фәлсәфә лирикаһы ла ныҡлы һәм һиҙелерлек урын алып тора. Шағир мәңгелек булған пробламалар — йәшәү рәүеше һәм тормош мәғәнәһе, изгелек һәм яманлыҡ тураһында тере һәм сағыу образдар аша фекерҙәрен асып ҡына ҡалмай, был турала уҡыусыны ла етди уйлланырға мәжбүр итә. Юҡҡа ғына композиторҙар Айрат Кәримов, Айрат Ҡобағошов һәм башҡаларҙың Риф Әхмәҙиев шиғырҙарына яҙылған тиҫтәләгән йырҙары радио һәм телевизор аша даими яңғырап тормай. Әҙип 1994 йылдан Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Ғилми хеҙмәттәре

  • Хәҙерге башҡорт комедияһы проблемалары (1992).
  • Шағир драматургияһы (1994).
  • «Суть и суд жанра» (1996).
  • «Хәҙерге башҡорт драматургияһы: конфликт проблемаһы һәм жанр формаларының төрлөлөгө» (2003).
  • «Конфликты. Жанры. Характеры» (2009).

Шиғри йыйынтыҡтары

  • Йәш көстәр. Авторҙар коллективы. 1981.
  • Күк йөҙө. 1982.
  • Тәҙрәләр. 1992.
  • Сәскәләр моңо. 2001.
  • Һөйөү көсө.

Ваҡытлы матбуғатта баҫылған әҫәрҙәре һәм мәҡәләләре

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997).
  • Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәр биреү хеҙмәткәре.
  • Ҡыйғы районының почетлы гражданы.
  • Тыуған ауылы Әбдрәзәктең бер урамына Риф Әхмәҙиев исеме бирелгән.

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.

Һылтанмалар