Табын кантоны: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
YANBEK (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
76 юл: 76 юл:


== Әҙәбиәт ==
== Әҙәбиәт ==

{{Башҡортостан кантондары}}


[[Категория:Башҡортостан кантоны]]
[[Категория:Башҡортостан кантоны]]
[[Категория:Башҡортостан тарихы]]

11:42, 6 март 2015 өлгөһө

Табын кантоны
Табын кантоны
Ил Бәләкәй Башҡортостан
Башҡорт АССР-ы
Үҙәге Оло Үтәш (1919—1920) һәм Еҙем-Ҡаран (1920—1922) ауылдар
Ойошторолған 1919
Майҙаны 5 872 км²
Халҡы 140 348 кеш. (1920)
Рәсми телдәр башҡорт теле

Табын кантоны (рус. Табынский кантон) — Башҡорт Автономиялы Республикаһына ингән башҡорт милли кантоны.

Административ үҙәге — Оло Үтәш (1919—1920) һәм Еҙем-Ҡаран (1920—1922) ауылдар.

Тарих

1919 йылда 20 мартында Башҡорт Автономиялы Республикаһына составында ойошторола. Административ үҙәге — Оло Үтәш(1919—1920) һәм Еҙем-Ҡаран(1920—1922) ауылдар. 3-сө Бөтә башҡорт ҡоролтайы (1917 йылда декабрҙә) ҡарары менән автономиялы Башҡортостан территорияһы 9 кантон һәм 73 улусҡа бүленә. 1919 йылда 20 мартында ҡул ҡуйылған Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүгә ярашлы, республикаһы территорияһы 13 кантон (Арғаяш кантоны, Бөрйән-Түңгәүер кантоны, Дыуан кантоны, Ете ырыу кантоны, Көҙәй кантоны,Ҡошсы кантоны, Ҡыпсаҡ кантоны, Табын кантоны, Тамьян-Ҡатай кантоны, Туҡ-Соран кантоны, Үҫәргән кантоны, Юрматы кантоны,Ялан кантоны) һәм 135 улустан тора. 1922 йылда 5 октябрҙә кантон бөтөрөлә, уның территорияһы Стәрлетамаҡ кантоны һәм Өфө кантонысоставына инә.

Халҡы

1920 йылда — 140 348 кеш. (1920).

Бәләкәй Башҡортостан, Арғаяш кантоны 1920

География

Майҙаны — 5 872 км² (1922). Төньяҡ-көнсығышта — Көҙәй кантоны, көнсығышта - Тамьян-Ҡатай кантоны, көньяҡта Юрматы кантоны, төньяҡ-көнбайышта Өфө губернаһы менән сиктәш була.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр


Әҙәбиәт