Пропаганда: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"thumb|Нимес листовкаһы, 1941 йыл '''Пропага́нда''' ({{lang-la|pr…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
21 юл: 21 юл:
* [http://psyfactor.org/propaganda.htm Пропаганда ысулдары энциклопедияһы] // psyfactor.org {{ref-ru}}
* [http://psyfactor.org/propaganda.htm Пропаганда ысулдары энциклопедияһы] // psyfactor.org {{ref-ru}}
* [http://propagandahistory.ru/ propagandahistory.ru] — Пропаганд тарихы {{ref-ru}}
* [http://propagandahistory.ru/ propagandahistory.ru] — Пропаганд тарихы {{ref-ru}}
{{Commonscat|Government propaganda}}

== Иҫкәрмәләр ==
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
{{иҫкәрмәләр}}

06:45, 13 март 2015 өлгөһө

Нимес листовкаһы, 1941 йыл

Пропага́нда (лат. propaganda — «таратылырға тейеш (ышаныс)», лат. propago — «таратам») — хәҙерге сәйәси дискурста, йәмәғәтселек фекерен булдырыу өсөн йәки башҡа маҡсатта, ниндәйҙер йүнәлештә сәйәси ҡараштар, факттар, аргументтар һәм башҡа мәғлүмәттәр, шул иҫәптән имеш-мимеш һәм ялған мәғлүмәт таратыу һәм аңлатыу эше алып барыу; Ниндәйҙер бер йүнәлештә тәғлимәт, белем таратыу, аңлатыу эше[1].

Төшөнсә варианттары

  • Ҙур совет энциклопедияһы пропаганданы сәйәси, фәлсәфәи, фәнни, нәфис һ.б. ҡараштарҙы һәм идеяларҙы йәмәғәтселек фекеренә индереп масса ғәмәли эшмәкәрлекте әүҙемләштереү тигән төшөнсә бирә. Пропаганданың төп элементтары: субъекты (социаль ҡатлам мәнфәғәтендә башҡарылған пропаганда), эстелеге, форма һәм ысулдары, пропагандалау саралары ((радио, телевидение, матбуғат, лекциялар системаһы аша пропагандалау һ.б.), объекты (пропаганда адресланған аудитория йәки социаль дөйөмлөк булған төркөм).[2].
  • Британника энциклопедияһы «Пропаганда— йәмәғәтселек фекеренә йөғонто яһау өсөн факттар, аргументтар, имеш-мимештәр, ярым ялған йәки ялған мәғлүмәт таратыу. Пропаганда — башҡа кешеләрҙең ышанысына систематик рәүештә төрлө символдар (һүҙ, ишара, плакат, монумент, музыка, кейем, айырмалыҡлы билдәләр, рәсемдәр, почта маркалары) ярҙамында йоғонто яһау өсөн тырышлыҡ күрһәтеү. Пропагандистың мәсьәләне хәл итеү маҡсаты бар. Маҡсатына ирешеү өсөн пропагандист факттарҙы, аргумент һәм символдарҙы һайлап ала. Ҙур ҡаҙаныштарға ирешеү өсөн ул ҡайһы бер факттарҙы төшөрөп ҡалдыра йәки боҙоп күрһәтә, аудиторияныҡ иғтибарын ҡайһы бер сығанаҡтарҙан икенсе сығанаҡҡа йүнәлтә»[3].

Пропаганда тарихы

«Пропаганда» һүҙе 1622 йылда папа Григорий XV ойошторған Congregatio de Propaganda Fide (Дин таратыу конгрегацияһы) тигән католик ойошманан килеп сыҡҡан[3]. Әммә пропаганда был термин барлыҡҡа килгәнгә тиклем үҡ элек-электән булған. Пропаганданың иң тәүге өлгөһө итеп Хаммурапи ҡанундары йыйылмаһын ҡарарға була. Был ҡанундар илдә ғәҙеллек булдырыу өсөн, көсһөҙҙәрҙе көслөләрҙән яҡлау маҡсатында булдырылған тип ҡабул ителһә лә, ысынбарлыҡта киреһенсә. Закондарҙың эстәлеге маҡсатына ҡапма-ҡаршы килә. Ҡанун ярлы һәм хоҡукһыҙ ҡатлам кешеләрен иҙеп, бай һәм хәлле ҡатмам кешелеренең мәнфәғәтен яҡлай[4].

Проапаганданы күпләп ҡулланыу Беренсе донъя һуғышы йылдарында башлана. Күп дәүләттәр алдында еңеүгә ирешеү өсөн мобилизация зарарлыға һәм йәмғиәттең тарҡаулығы проблемаһы килеп баҫа. Дәүләт сәәсәтен аҡлау һәм нығытыу өсөн төрлө алымдар, фотографиялар, радиотапшырыуҙар ҡулланыла. Шул ваҡытта киң мәғлүмәт сараларының пропаганда таратыуҙа урыны билдәләнә.

Жанр төрлөлөгө

Плакат, брошюра, листовка, радио һәм телевидениенан белдереүҙәр кеүек ғәҙәти пропаганда ысулдарынан тыш, пропаганда һынлы сәнғәттең, кино[5], театр, әҙәбиәт, шиғриәт, социаль төркөмдәрҙең дөйөм мәнфәғәткә ҡағылған социаль тормош проблемаларына йәки күренештәренә йөғонто яһай торған уйындар (интернет, чат, социаль селтәрҙәр) һ.б.бөтә жанрҙарҙы ла ҡулланыла.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  2. Пропаганда — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә  (рус.)
  3. 3,0 3,1 PropagandaБританника энциклопедияһында  (инг.)
  4. Хаммурапи ҡанундары йыйнтығы  (рус.)
  5. Кино — пропаганда тәме булған күңел асыу  (рус.)