Диктатура: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
6 юл: 6 юл:
[[Марксизм-ленинизм]] тәғлимәте диктатура төшөнсәһен саҡ ҡына икенсерәк аңлатыуын да билдәләргә кәрәк. Унда ул бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булған ике мәғәнәлә ҡулланыла: 1) иҡтисади яҡтан өҫтөн булған синыфҡа сәйәси власы һәм 2) власты тормошҡа ашырыу ысулы (диктатура режимы, диктатура саралары һәм алымдары). Тәүге мәғәнәләге диктатура синыфтар араһындағы ҡаршылыҡтар йәшәп килгән һәр йәмғиәткә хас. Икенсе мәғәнәлә ҡаралған диктатура шарттарында власть тулыһынса бер шәхес — диктатор ҡулында туплана. Был осраҡта диктатура сикләнмәгән һәм контролһеҙ диктатор хәкимлеге, конституцияла иғлан ителгән демократик хоҡуҡтарҙы һәм иректе, шулай уҡ вәкәләтле органдарҙың хоҡуҡтарын ҡыҫыу менән билдәләнә. Кешелек тарихында диктатор режимдарының урынлашыуы теге йәки был дәүләттә синфи көрәштең ҡырҡа киҫкеләшеүе менән турана-тура бәйле. Миҫалға [[Испания]]лағы [[Франко]] диктатураһын, [[Адольф Гитлер|Гитлер]] ваҡытында [[Германия]]лағы [[фашист]]ик диктатураны килтерергә була.

[[Марксизм-ленинизм]] тәғлимәте шулай уҡ диктатураны власты тормошҡа ашырыу ысулы булараҡ демократик режимдың ҡапма-ҡаршыһы тип иҫәпләй һәм Көнбайыш политологтарының быны бөтөнләй иҫкә алмай, диктатураны бары тик бер шәхес режимы итеп ҡарауын ҡырҡа тәнҡитләй.

== Диктатура – тарихи күҙлектән ==
* Республика осорондағы [[Боронғо Рим]]дә (беҙҙең дәүергә тиклем 5 — 3 быуаттар) ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында (һуғыш, ҡолдарҙың сыуалыштары һәм башҡалар) диктатура дәүләт менән идара итеү формаһы була. Диктатураның төп маҡсаты — демократияны һаҡлау һәм республика именлеген тәьмин итеү. Сенат тәҡдиме менән консулдарҙың береһе йә икеһе тарафынан тәғәйенләнгән диктатор хәрби операциялар менән етәкселек иткән, уға барлыҡ граждан власы органдары бойһонған. Диктаторҙың бөтә декреттары ҡанун көсөн алған, һәм улар тикшерелергә тейеш булмаған. Бар власты үҙ ҡулына тупламаһын өсөн диктаторға йәмәғәт ҡоролошон үҙгәртеү, һуғыш иғлан итеү, яңы һалымдар индереү һәм административ идара итеүгә ҡыҫылыу тыйылған. Диктатура ваҡыты ла ҡәтғи сикләнә: ул алты айҙан артырға тейеш булмай. (И.И. Кравченко, «Новая философская энциклопедия» {{ref-ru}}).

== Сығанаҡтар ==
== Сығанаҡтар ==
* Орлов А.С., Георгиева Н.Г., Георгиев В.А. Исторический словарь. 2-е изд. М., 2012, с. 411. {{ref-ru}}
* Орлов А.С., Георгиева Н.Г., Георгиев В.А. Исторический словарь. 2-е изд. М., 2012, с. 411. {{ref-ru}}
* Гаджиев К.С. Диктатура // Большая российская энциклопедия. — 2007. — Т. 8. — С. 747. — ISBN 978-5-85270-338-5. {{ref-ru}}
* Гаджиев К.С. Диктатура // Большая российская энциклопедия. — 2007. — Т. 8. — С. 747. — ISBN 978-5-85270-338-5. {{ref-ru}}
* Кравченко И.И. Диктатура. Новая философская энциклопедия в 4-х томах // Ред. совет: Степин В.С., Гусейнов А.А., Семигин Г.Ю., Огурцов А.П. и др. — М.: Мысль, 2010. — 744 с. / 634,[2]с. / 692,[2]с. / 736 с.

== Һылтанмалар ==
* [http://www.twirpx.com/file/568080/ Новая философская энциклопедия] {{ref-ru}}

[[Категория:диктатура]]
[[Категория:диктатура]]

18:30, 18 март 2015 өлгөһө

Диктатура — дәүләттә власты тормошҡа ашырыу системаһы.

Төшөнсәнең төп мәғәнәләре

Латин телендәге «dictatura» һүҙе урыҫсаға тәржемә иткәндә «неограниченная власть», башҡортса «сикләнмәгән власть» («хакимлек», «хакимиәт») тигәнде аңлата. Хәҙерге политология фәнендә диктатура — дәүләткә идара итеүҙең власть тулыһынса бер сәйәси ҡараш вәкилдәре: идара итеүсе төркөм (сәйәси фирҡә, синыф, берләшмә) йәки бер шәхес (диктатор) ҡулында булған формаһы тип билдәләнә. Шулай итеп, диктатура шарттарында идара итеүсе, власты тормошҡа ашырыу һәм власҡа мөнәсәбәт формаларына ҡарамай, идараны туранан-тура һәм ҡәтғи (директив) ысулдар менән ойоштора. Быны заманында Бөйөк француз революцияһынан һуң булдырылған сәйәси система миҫалында асыҡ күрһәтергә була: унда власть формаһы — республика, власҡа ҡараш формаһы — демократия, ә инде власты тормошҡа ашырыу формаһы — нәҡ бында ҡаралған диктатура була.

Марксизм-ленинизм тәғлимәте диктатура төшөнсәһен саҡ ҡына икенсерәк аңлатыуын да билдәләргә кәрәк. Унда ул бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булған ике мәғәнәлә ҡулланыла: 1) иҡтисади яҡтан өҫтөн булған синыфҡа сәйәси власы һәм 2) власты тормошҡа ашырыу ысулы (диктатура режимы, диктатура саралары һәм алымдары). Тәүге мәғәнәләге диктатура синыфтар араһындағы ҡаршылыҡтар йәшәп килгән һәр йәмғиәткә хас. Икенсе мәғәнәлә ҡаралған диктатура шарттарында власть тулыһынса бер шәхес — диктатор ҡулында туплана. Был осраҡта диктатура сикләнмәгән һәм контролһеҙ диктатор хәкимлеге, конституцияла иғлан ителгән демократик хоҡуҡтарҙы һәм иректе, шулай уҡ вәкәләтле органдарҙың хоҡуҡтарын ҡыҫыу менән билдәләнә. Кешелек тарихында диктатор режимдарының урынлашыуы теге йәки был дәүләттә синфи көрәштең ҡырҡа киҫкеләшеүе менән турана-тура бәйле. Миҫалға Испаниялағы Франко диктатураһын, Гитлер ваҡытында Германиялағы фашистик диктатураны килтерергә була. Марксизм-ленинизм тәғлимәте шулай уҡ диктатураны власты тормошҡа ашырыу ысулы булараҡ демократик режимдың ҡапма-ҡаршыһы тип иҫәпләй һәм Көнбайыш политологтарының быны бөтөнләй иҫкә алмай, диктатураны бары тик бер шәхес режимы итеп ҡарауын ҡырҡа тәнҡитләй.

Диктатура – тарихи күҙлектән

  • Республика осорондағы Боронғо Римдә (беҙҙең дәүергә тиклем 5 — 3 быуаттар) ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында (һуғыш, ҡолдарҙың сыуалыштары һәм башҡалар) диктатура дәүләт менән идара итеү формаһы була. Диктатураның төп маҡсаты — демократияны һаҡлау һәм республика именлеген тәьмин итеү. Сенат тәҡдиме менән консулдарҙың береһе йә икеһе тарафынан тәғәйенләнгән диктатор хәрби операциялар менән етәкселек иткән, уға барлыҡ граждан власы органдары бойһонған. Диктаторҙың бөтә декреттары ҡанун көсөн алған, һәм улар тикшерелергә тейеш булмаған. Бар власты үҙ ҡулына тупламаһын өсөн диктаторға йәмәғәт ҡоролошон үҙгәртеү, һуғыш иғлан итеү, яңы һалымдар индереү һәм административ идара итеүгә ҡыҫылыу тыйылған. Диктатура ваҡыты ла ҡәтғи сикләнә: ул алты айҙан артырға тейеш булмай. (И.И. Кравченко, «Новая философская энциклопедия»  (рус.)).

Сығанаҡтар

  • Орлов А.С., Георгиева Н.Г., Георгиев В.А. Исторический словарь. 2-е изд. М., 2012, с. 411.  (рус.)
  • Гаджиев К.С. Диктатура // Большая российская энциклопедия. — 2007. — Т. 8. — С. 747. — ISBN 978-5-85270-338-5.  (рус.)
  • Кравченко И.И. Диктатура. Новая философская энциклопедия в 4-х томах // Ред. совет: Степин В.С., Гусейнов А.А., Семигин Г.Ю., Огурцов А.П. и др. — М.: Мысль, 2010. — 744 с. / 634,[2]с. / 692,[2]с. / 736 с.

Һылтанмалар