Башҡортостан рельефы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Портал:Башҡортостан
69 юл: 69 юл:
# [[Палеозой]]ҙың икенсе яртыһында ер ҡабығының һуҙылыуы уның ҡыҫылыуы менән алмашына. Океан ҡабығын ҡыҫып, Уралға көнсығыштан әкрен генә Көнсығыш Урал ҡитғаһы хәрәкәт итә. һөҙөмтәлә океандың майҙаны яйлап бәләкәйлән-гәндән-бәләкәйләнә.
# [[Палеозой]]ҙың икенсе яртыһында ер ҡабығының һуҙылыуы уның ҡыҫылыуы менән алмашына. Океан ҡабығын ҡыҫып, Уралға көнсығыштан әкрен генә Көнсығыш Урал ҡитғаһы хәрәкәт итә. һөҙөмтәлә океандың майҙаны яйлап бәләкәйлән-гәндән-бәләкәйләнә.
# Палеозой ахырында Рус платформаһы менән Көнсығыш Урал ҡитғаһы яҡыная барып, бер-береһе менән бәрелешә. Уларҙы айырып торған океан ҡоро ер ҡыҫымынан тамам юҡҡа сыға, үрҙә әйтеп кителгәнсә, Уралда тауҙар барлыҡҡа килә, Башҡортостандың Урал аръяғында ла ер ҡабығы йыйырсыҡланып, бер-береһенең өҫтөнә өймәкләнә барған.
# Палеозой ахырында Рус платформаһы менән Көнсығыш Урал ҡитғаһы яҡыная барып, бер-береһе менән бәрелешә. Уларҙы айырып торған океан ҡоро ер ҡыҫымынан тамам юҡҡа сыға, үрҙә әйтеп кителгәнсә, Уралда тауҙар барлыҡҡа килә, Башҡортостандың Урал аръяғында ла ер ҡабығы йыйырсыҡланып, бер-береһенең өҫтөнә өймәкләнә барған.

{{Навигация
|Портал=Башҡортостан}}


== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==

04:17, 5 апрель 2015 өлгөһө

Башҡортостан рельефы

Башҡортостан рельефының төп өс өлкәһе бар: Көнбайыш Башҡортостан, Таулы Башҡортостан, Башҡортостандың Урал аръяғы.

Көнбайыш Башҡортостан

Көнбайыш Башҡортостан Рус платформаһының көнсығыш сигендә һәм Урал алды сик бөгөмөндә урынлашҡан. Уның боронғо нигеҙен магма һәм метаморф тоҡомдар тәшкил итә. Был нигеҙҙе ултырма тоҡомдар ҡатламы ҡаплаған. Нигеҙ горизонталь ятҡан ултырма тау тоҡомдарынан тора. Рус платформаһы Көнбайыш Башҡортостанда ла (Башҡортостандың Урал алды) шундай уҡ төҙөлөшлө. Нигеҙҙең өҫкө яғы тигеҙ түгел, ул ҡалҡып торған ҡатламдар йәки көмбәҙҙәр рәтен хасил иткән. Урал алды Башҡортостанының көнбайышында — Татар көмбәҙе, төньяҡта — Башҡорт көмбәҙе, ә көньяҡ-көнбайышта Ырымбур көмбәҙе айырылып тора.

Рельеф кристалл нигеҙҙең өҫкө йөҙөнөң рәүешен ҡабатлағандай. Мәҫәлән, Татар көмбәҙенә Бөгөлмә- Бәләбәй ҡалҡыулығы рельефы тура килә, ә Башҡорт көмбәҙе өҫтөндә Өфө ялпы таулығы ҡалҡҡан. Ырымбур көмбәҙе менән Дөйөм һырт ҡалҡыулығы бәйләнгән. Өфө ялпы таулығы менән Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы араһында Ағиҙел буйы тигеҙлеге йәйелеп ята. Ул нигеҙҙәге бөгөмгә (һығылған тапҡырға) тура килә. Нигеҙҙең өҫкө яғы көнсығыш йүнәлештә Урал тауҙары буйынан тар һыҙат булып һуҙылған Урал алды сик бөгөмө яғына табан батҡан. Уның тәрәнлеге был тәңгәлдә 10 мең метрға тиклем етә. Бөгөм өҫтөнә Урал тауынан ишелгән тау тоҡомдары ултыра барған.

Рельеф формалары

Башҡортостан рельефы

Рельеф формаһы менән кристалл нигеҙҙең өҫкө йөҙө араһындағы бәйләнеш бында, әлбиттә, осраҡлы түгел. Ул ошо территорияның оҙайлы геологик үҫеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.

Был ерҙәрҙә бик боронғо, кембрийға тиклемге, геологик тарих осоронда тауҙар хасил булыу һәм вулкан урғылыу процестары туҡталған. Барлыҡҡа килгән тау тоҡомдары, йыйырсыҡланып, юғары температура һәм баҫым аҫтында бик ныҡ үҙгәреш кисергән. Хәҙерге ваҡытта улар платформаның нигеҙен тәшкил итә һәм уның гнейс, кристалл һәүерташтарҙан, кварциттан, шулай уҡ магма тоҡомдар — гранит менән диабаздан тороуы билдәле.

Кембрийға тиклемге осорҙан һуң 150 млн йылдан ашыу ваҡыт буйына, йәғни ғәмәлдә бөтә иртә палеозой дәүерендә, был өлкә тигеҙ ҡоро ерҙән торған. Унда инде тау хасил булыу һәм вулкан күренештәре ҡабатланмаған. Фәҡәт тау тоҡомдары емерелеп, шул урындағы ер өҫтө тигеҙләнә барған. Ул бөтөнләй бер ниндәй тереклек булмаған ташлы сүлде тәшкил иткән. Сөнки ул саҡта, иртә палеозой дәүерендә, тереклек Донъя океанынан сыҡмаған булған әле.

һуңғы палеозой башланған осорҙа Көнбайыш Башҡортостан еренә көнсығыштан диңгеҙ бассейны баҫып ингән һәм бында бөтә һуңғы палеозой буйына йәйрәп ятҡан. Ваҡыт-ваҡыт сигенеп торған диңгеҙ төбөндә башлыса мәте һәм эзбизташ ҡатламдары барлыҡҡа килгән. Хәҙерге ваҡытта улар платформаның ултырма өҫкө ҡатламын тәшкил итә һәм был япманы скважина быраулап ҡына асырға мөмкин. Улар араһында девон, таш күмер һәм пермь ҡатламдары айырылып тора. Нигеҙҙе ябып торған ултырма тау тоҡомдары ҡатламы горизонталь яҫылыҡта ята, тик ҡайһы бер урындарҙа ғына улар һөҙәк тулҡындар хасил итеп бөгөлгән.

Палезой дәүере

Һуңғы палеозой ахырында, йәғни пермь дәүерендә, диңгеҙ бассейны аҡрынлап һайыға барған. Уның төбөндә таш тоҙ һәм гипс тупланған. Гипстарҙы тау тоҡомдары ер өҫтөнә сығып торған урындарҙа ла күрергә мөмкин. Саф гипс — шәкәр һымаҡ ап-аҡ, йомшаҡ, уны тырнаҡ менән дә сыймаҡлап була. Гипстың был төрө алебастр тип атала. Сүсле гипс — селенит һәм үтә күренмәле, ҡатлы-ҡатлыһы ла осрай. Уны Марья быялаһы тип йөрөтәләр. Ул үтә күренмәле слюдаға оҡшаған, ләкин унан айырмалы рәүештә үтә күренмәле гипс ҡаттары бөгөлмәй, һына ғына. Ер өҫтөнә сығып торған гипс менән бер рәттән палеозой дәүеренең иң йәш тау тоҡомдарын да күрергә мөмкин, улар — ҡыҙыл төҫтәге ҡомташ, балсыҡ һәм уларҙың ҡатнаш¬малары. Был ҡатлам, палеозойҙың диңгеҙ бассейны тамам сигенгәс, ҡоро ер өҫтөндә барлыҡҡа килгән.

Мезозой дәүере

Мезозой дәүере башында был ерҙәрҙә тотош ҡоро ер йәйелеп ятҡан. Был заманда ҡалҡып сыҡҡан Көньяҡ Урал тауҙарынан йылғалар ҡырсынташ һәм ҡомдо йыуып алып төшкән. Был ҡатламдарҙы геологтар триас системаһына индерәләр. Ҡыҙыл төҫтәге балсыҡ, конгломерат һәм ҡомташтан торған был ҡатламдарҙы Көнбайыш Башҡортостандың көньяғында күрергә мөмкин. Был ҡатламдарҙа үле һөйрәлеүселәрҙең һәм ер-һыу хайуандарының таш булып ҡатып ҡалған ҡалдыҡтары осрай.

Мезозой дәүеренең юра осоронда Көнбайыш Башҡортостандың көньяҡ өлөшөн һай һыулы диңгеҙ бассейны баҫып алған. Был диңгеҙҙән ҡалған ултырма тоҡомдар хәҙерге ваҡытта республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығышында Таналыҡ йылғаһы бассейнында һаҡланып ҡалған. Улар башлыса — балсыҡ, ҡом һәм ҡырсынташ. Ҡатлам эсендә ҡаҙылдыҡ ҙур-ҙур әкәм-төкәм ҡабырсаҡтарын, тышҡы күренештәре орсоҡҡа оҡшаған белемнит (әкәм-төкәмдәр ғаиләһенән) ҡалдыҡтарын осратып була. Халыҡ һуңғыларын «шайтан бармағы» тип тә йөрөтә.

Аҡбур осоро

Аҡбур осоронда диңгеҙ Көнбайыш Башҡортостандың күп өлөшөн яңынан баҫып ала. Хәҙерге ваҡытта был диңгеҙҙән ҡалған ултырма тоҡомдар — аҡбур ҡатламдары тулыһынса тиерлек йыуылған һәм Ағиҙелдең уң һәм һул яр буйында Рамазан, Кинйәкәй, Кинйәбулат, Байғужа, Тимаш, Венера, Орловка, Тоҡман, Ергән, Талалаевка һәм башҡа ауылдар тирәһендә генә һаҡланып ҡалған.

Кайнозой дәүере

Кайнозой дәүерендә диңгеҙ бассейны йәнә ике тапҡыр был ергә үтеп ингән, һуңғыһында диңгеҙ көньяҡтан, Каспий диңгеҙе яғынан баҫҡан. Кайнозой дәүерендә тектоник хәрәкәттәр көсәйгән, Рус платформаһының нигеҙе ярылған, уның айырым өлөштәре өҫкә ҡалҡҡан. Шуға бәйле рәүештә рельефтың өҫкә күтәрелгән һәм ҡалҡып торған өлөштәре хасил булған.

Таулы Башҡортостан

Ағиҙел йылғаһы

Таулы Башҡортостан Көньяҡ Уралды биләй. Рельефы буйынса ул ҡулдар менән телгеләнгән тау һырттары теҙмәһенән тора. Тау һырттары меридиан йүнәлешендә һуҙылған.

Урал тау һырты төп һыу айырғыс һырт булып тора. Унан да бейегерәк, мәҫәлән, Машаҡ, Әүәләк һырттары Урал тауынан көнбайышҡа табан урынлашҡан. Улар араһында Көньяҡ Уралдың иң бейек түбәләре — Оло Ирәмәл (1582 м) һәм Ямантау (1640 м) бар. Уларҙан көнбайышҡа табан һырттар баҫҡыс һымаҡ булып тәпәшәкләнә бара. Был тәңгәлде Көньяҡ Уралдың Көнбайыш битләүе тип йөрөтәләр.

Уралтауҙан көнсығышта, Көнсығыш битләүҙә, был «баҫҡыс» ҡыҫҡараҡ, Көньяҡ Урал бында үҙен көнсығыштан уратып алған Көнбайыш Себер тигеҙлегенә табан ҡырт өҙөлә, текә ҡая булып төшә.

Тауҙар көньяҡ йүнәлештә талғын ғына һөҙәкләнә бара. Республиканың көньяҡ сигендә тау һырттары аҡрынлап Йылайыр ялпы таулығына (Көньяҡ Урал ялпы таулығына) барып тоташа.

Урал тауҙарының төҙөлөшө йыйырсыҡлы, өҫтө-өҫтөнә менеп ҡаттарҙан тора. Иң ҙур ҡаттарҙа тектоник ярыҡтар күҙәтелә, һырттар кеүек үк, улар ҙа меридиан йүнәлешендә сатнаған. Башҡортостандың геологик картаһында был ярыҡтар ҡыҙыл һыҙыҡтар менән күрһәтелгән. Йылайыр ялпы таулығында тау тоҡомдары ҡатламдарының яйлап ҡына бата барыуы күҙәтелә.

Көньяҡ Урал төрлө йәштәге тау тоҡомдарынан тора. Көнбайыштан көнсығышҡа табан йүнәлештә тауҙарҙың сит-ситтәрендә һәм Йылайыр ялпы таулығында ер өҫтөндә йәшерәк осор — девон, таш күмер һәм пермь дәүерҙәре ҡатламдарын осратырға мөмкин. Улар араһында ултырма карбонат тоҡомдар — эзбизташтар, доломиттар, мергелдәр өҫтөнлөк итә. Көнсығыш битләүҙәрҙә магма тау тоҡомдары — боронғо лава, туфтар киң таралған. Көньяҡ Уралдың үҙәк өлөштәрендә боронғораҡ — протерозой ҡатламдары яланғасланып тора. Улар башлыса метаморф тау тоҡомдарынан — кристалл һәүерташтарҙан, кварциттарҙан ғибарәт.

Көньяҡ Уралдың тәрәндәге төҙөлөшө, шулай уҡ тау тоҡомдарының составы уның геологик үҫеш тарихы менән бәйләнгән. Әле күптән түгел элек байтаҡ ғалимдар Урал тауҙары ер ҡабығының вертикаль йүнәлештә күтәрелеүенән барлыҡҡа килгән тип иҫәпләгән. Ләкин һуңғы ваҡытта геологтар Уралда тауҙарҙың барлыҡҡа килеүе горизонталь хәрәкәттәр һөҙөмтәһе булыуына ышандырырлыҡ байтаҡ мәғлүмәт тупланы. Был хәрәкәттәр көнсығыштан, Көнбайыш Себер яғынан бер яҡлы баҫым яһалыу сәбәпле хасил булған. Баҫым аҫтында тау тоҡомдары йәнселгән һәм сатнаған. Ярылған һөҙәк урындарға көнсығыштан яйлап ер ҡабығының эре-эре ҡаттары шыуышып өймәкләнгән. Был күренеште йылғала боҙ китә башлау менән сағыштырырға мөмкин, ул саҡта ла бит боҙ сатнай-ярыла һәм оло-оло боҙҙар бер-береһенең өҫтөнә өймәкләнеп аға.

Көньяҡ Уралдың геологик үҫеше тарихында өс төп этап

  1. Тауҙарҙың барлыҡҡа килеүе кембрийға тиклемге дәүерҙең ахырында йыйырсыҡланыуҙың Байҡал осоронда башланған. Шул саҡта уҡ әле ер ҡабығы сатнап, эре-эре ҡатламдар өймәкләшеп тау һырттарын хасил иткән. Палеозойға тектоник хәрәкәттәр һүлпәнәйгән, тауҙар әкренләп емерелгән, Көньяҡ Уралға бик ҙур диңгеҙ бассейны ябырылған.
  2. Палеозой дәүере ахырында тау барлыҡҡа килеүҙең герцин осоронда Көньяҡ Уралда яңынан тектоник хәрәкәттәр һәм магма процестары көсәйгән. Ҡатламдар өймәкләшеп, яңы тауҙар хасил иткән. Көньяҡ Урал менән Рус платформаһы сигендә ер ҡабығының көнсығыштан ҡыҫылыу ы һөҙөмтәһендә Урал алды сит бөгөмө барлыҡҡа килгән. Ул Рус платформаһын баҫҡан киң дингеҙ бассейнының сиген тәшкил иткән. Диңгеҙ төбөнөң һай урындарында Көньяҡ Урал буйлап хәҙергеләренә оҡшаш ҡалҡыу рифтар теҙмәһе һуҙылған. Хәҙерге ваҡытта уларҙың бер өлөшө ер өҫтөнә яңғыҙ тауҙар йәки шихандар рәүешендә ҡалҡып сыҡҡан. Бындай шихандарҙы, мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһына яҡын ерҙә күрергә мөмкин. Мезозой башланғанда диңгеҙ бассейны сигенгән. Уның урынында тигеҙлек йәйелеп ҡалған.
  3. Тауҙар барлыҡҡа килеүҙең альп осоронда тектоник хәрәкәттәр яңынан көсәйгән, һөҙөмтәлә ҡыҫылып өймәкләнгән оҙон һәм тар ҡатламдар Урал тауҙарының яңынан-яңы һырттарын барлыҡҡа килтергән. Ҡатламдарҙың ҡыҫылыуынан күтәрелгән өлөштәре ер өҫтөндә һырттар булып ҡалҡҡан. Мәҫәлән, Елмерҙәк ҡатламы Елмерҙәк һырты булып күтәрелгән. Ҡағиҙә рәүешендә, һырттар көнбайыштан текә һәм көнсығыштан һөҙәк.

Тикшеренеүселәрҙең баһалауы буйынса, неоген-дүртенсел осорҙа, йәғни 25 млн йыл элек, Уралтау һырты тирәһендә күтәрелгән урындар 700 м һәм унан да бейегерәк, ә Көньяҡ Уралдың башҡа төбәктәрендә 500-ҙән 300 метрға тиклем бейеклектә булған. Хәҙерге ваҡытта Көньяҡ Уралдағы бындай хәрәкәттәр яй ғына дауам итә.

Ер ҡабығының күтәрелештәре менән бер үк ваҡытта тау тоҡомдарының емерелеү процесы көсәйгән. Йылғалар тауҙарҙы йырып, тәрән үҙәндәр хасил иткән. Бына шундай эске, тауҙар барлыҡҡа килтереүсе процестар менән тышҡы, йәғни тауҙарҙы емереүсе, көстәрҙең үҙ-ара тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә, Көньяҡ Уралдың хәҙерге заманда беҙ күреп белгән ер өҫтө рельефы формалашҡан.

Көньяҡ Урал рельефына ғына хас үҙенсәлек — һырттарҙың төрлө ейеклектә булыуы. 1000—1600 м бейеклектәге яланғас ҡаялы һырттар айырылып тора. Былар — иң бейек күтәрелештәр. Улар тирәләй тәпәшәгерәк һырттар урынлашҡан, бейеклектәре 700—1000 м. Көньяҡ Уралдың ситке өлөштәрендә һырттарҙың бейеклеге 700 метрҙан артмай. Бындай киртләсле рельеф боронғо тигеҙлектәрҙең күтәрелеүенән ҡалған, тип иҫәпләнә. Әгәр һеҙгә Көньяҡ Уралда булырға тура килһә, һырттарҙың ҡырластарына һәм түбәләренә, уларҙың шымарған һөҙәк битләүҙәренә, тәрән итеп йырып аҡҡан, урыны менән тарлауыҡҡа оҡшаш хәҙерге йылға үҙәндәренә иғтибар итегеҙ.

Башҡортостандың Урал аръяғы

Башҡортостандың Урал аръяғы республиканың көнсығыш сиге буйлап тар һыҙат булып һуҙыла. Көнбайыштан был өлкәнең тәбиғи сиге булып Ирәндек һырты, Ҡырҡтытау, ә унан төньяҡҡа табан Уралтау хеҙмәт итә. Өлкәнең көнбайыштағы ситке өлөшөнә үтә айырғыланған рельеф хас. Урал аръяғының көнсығыш өлөшө бик күп йылға үҙәндәре һәм ваҡ күлдәр менән йырғыланған ваҡ убаларҙан тора. Бында, Таулы Башҡортостандағы кеүек, өймәкләшкән эре һөҙәк шыуҙырмалар осрай. Урыны менән тау тоҡомдары ҡатламдарының аҫҡа батыуы, шулай уҡ тектоник хәрәкәт һөҙөмтәһендә ер ҡабығының айырым өлөштәренең түбәнәйеүе күҙәтелә. Силур, девон, карбон осорҙарына ҡараған һәм магма урғылыуҙан барлыҡҡа килгән тоҡомдар ер өҫтөнә яланғасланып сығып ята. Улар, үҙгәреш кисерә-кисерә, кристалл һәүерташтарға әүерелгән. Ултырма тау тоҡомдары ҡатламдары улар араһына йырып ингән гранит, габбро һәм башҡа магма тоҡомдар менән айырғыланған.

Өлкәнең геологик үҫеш тарихының өс этабы

  1. Кембрийға тиклемге осорҙан бирле бында йәшәп килгән бик ҙур ҡитға палеозой дәүере башында икегә бүленгән. Шуның һөҙөмтәһендә Рус һәм Себер платформалары айырылған. Улар араһында киң океан барлыҡҡа килгән. Ҡоро ер өлөштәре утрау-утрау булып һаҡланып ҡалған.
  2. Палеозойҙың икенсе яртыһында ер ҡабығының һуҙылыуы уның ҡыҫылыуы менән алмашына. Океан ҡабығын ҡыҫып, Уралға көнсығыштан әкрен генә Көнсығыш Урал ҡитғаһы хәрәкәт итә. һөҙөмтәлә океандың майҙаны яйлап бәләкәйлән-гәндән-бәләкәйләнә.
  3. Палеозой ахырында Рус платформаһы менән Көнсығыш Урал ҡитғаһы яҡыная барып, бер-береһе менән бәрелешә. Уларҙы айырып торған океан ҡоро ер ҡыҫымынан тамам юҡҡа сыға, үрҙә әйтеп кителгәнсә, Уралда тауҙар барлыҡҡа килә, Башҡортостандың Урал аръяғында ла ер ҡабығы йыйырсыҡланып, бер-береһенең өҫтөнә өймәкләнә барған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • Хисмәтов М. Ф., Сухов В. П. Башҡортостан географияһы. 9 -сы класс, Өфө, «Китап» 2001 йыл. 200 бит.
  • [Башҡортостан. Өфө(рус.)