Социаль эшҡыуарлыҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Фәһим Йәркәев ҡулланыусыһының (фекер алышыу) 500943 үҙгәртеүенән баш тартыу
11 юл: 11 юл:


== Бөгөнгө көндә социаль эшҡыуарлыҡ ==
== Бөгөнгө көндә социаль эшҡыуарлыҡ ==
2006 йылда тыныслыҡ өсөн [[Нобель премияһы]] алған<ref name=nobelprize>{{cite web|url=http://nobelprize.org/nobel_prizes/peace/laureates/2006/index.html|title=The Nobel Peace Prize 2006|accessdate=2009-06-01|archiveurl=http://www.webcitation.org/66BJ9NvAy|archivedate=2012-03-15}}, [[Grameen Bank|Грамин]] ([[:en:Grameen Bank|Grameen Bank]]) банкына нигеҙ һалған [[Мөхәммәт Юныс]] хәҙерге заманда иң танылған социаль эшҡыуар һанала.
2006 йылда тыныслыҡ өсөн [[Нобель премияһы]] алған, [[Grameen Bank|Грамин]] ([[:en:Grameen Bank|Grameen Bank]]) банкына нигеҙ һалған [[Мөхәммәт Юныс]] хәҙерге заманда иң танылған социаль эшҡыуар һанала.


== Иҫкәрмәләр ==
== Иҫкәрмәләр ==

08:40, 15 май 2015 өлгөһө

Социаль эшҡыуарлыҡ — социаль мәсъәләләрҙе еңеләйтеү йә хәл итеү өсөн йүнәлтелгән эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге.

Тарихы

«Социаль эшҡыуарлыҡ» термины (ингл. social entrepreneurship) һәм «социаль эшҡыуар» (ингл. social entrepreneur) социаль үҙгәнеүҙәргә бағышланған 1960 йылдарҙа беренсе тапҡыр инглиз әҙәбиәтендә телгә алына[1]. Акоша: Йәмғиәт өсөн инновация(Ashoka: Innovators for the Public)[2], компанияһына нигеҙ һалыусы Билл Дрейтондың(Bill Drayton) һәм Чарльз Лидбитерҙың[3]. тырышлығы арҡаһында 1980 йылдарҙа киң ҡуллана башлайҙар.

1950—1990 йылдарҙа социаль эшмәкәрлектең үҫешендә Майкл Янгтың (Michael Young) роле ныҡ ҙур була. Янгты Гарвард профессоры Дэниэл Белл «социаль өлкәлә донъялағы иң уңышлы эшҡыуар» тип атай, уның тырышлығы менән донъяла 60 артыҡ ойошмалар төҙөлә, Бөйөк Британиялағы бер нисә Мәктәпте лә индерергә була. Икенсе британия эшҡыуары лорд Мосон һанала, ул Британия империяһы Ордены кавалеры. Эндрю Мосон (Andrew Mawson) пэр титулын 2007 йылда экономик һәм социаль яңыртыу һәм ҡала майҙанын яҡшыртыу эше өсөн ала. «Социаль эшҡыуар»[4] китабының авторы һәм компанияның идарасыһы Эндрю Мосон һәм партнерҙары (ингл. Andrew Mawson Partnerships), уның тәжрибәһен таратыуҙа ҡатнаша.

Ун туғыҙынсы һәм егерменсе быуаттарҙа ҡайһы бер уңышлы эшҡыуарҙар үҙҙәренең инновацияларын таратыуҙа ярҙам күрһәтәләр, уларҙың файҙаһы шул тиклем ныҡ баһалана, хатта дәүләт күләмендә ярҙам алалар.

Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡ XIX—XX быуаттарҙа уҡ барлыҡҡа килә. Иоанн Кронштадтский нигеҙ һалған хеҙмәт яратыу өйөн, социаль эшҡыуарлыҙтың миҫалы тип атарға була. Бында һәр теләгән кеше, яңғыҙ ҡатындарҙан башлап йортһоҙҙарға тиклем үҙҙәренә эш, йәшәү урына йә берәй шөғөл таба алған. Хеҙмәт яратыу өйҙәре идеяһы һуңғараҡ бөтә Рәсәйгә тарала.

Бөгөнгө көндә социаль эшҡыуарлыҡ

2006 йылда тыныслыҡ өсөн Нобель премияһы алған, Грамин (Grameen Bank) банкына нигеҙ һалған Мөхәммәт Юныс хәҙерге заманда иң танылған социаль эшҡыуар һанала.

Иҫкәрмәләр

  1. См., например, Д. Бэнкс, «Социология социальных изменений» (Лондон: Макмиллан, 1972)
  2. The Social Entrepreneur Bill Drayton. US News & World Report (31 октябрь 2005). Дата обращения: 1 июнь 2009. Архивировано 15 март 2012 года.
  3. C. Leadbeater, The Rise of the Social Entrepreneur, Demos, London, 1997.
  4. A. Mawson, The Social Entrepreneur: Making Communities Work, Atlantic Books, 2008 ISBN 1-84354-661-2