Поварисов Суфиян Шәмсетдин улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
48 юл: 48 юл:
{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/12399-povarisov-sufiyan-sh-msetdin-uly}}
{{БЭ2013|index.php/read/8-statya/12399-povarisov-sufiyan-sh-msetdin-uly}}


{{Башҡортостандың халыҡ шағирҙары}}
{{Башҡортостандың халыҡ сәсәндәре}}
{{Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары}}
{{Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары}}



04:36, 16 май 2015 өлгөһө

{{{Исеме}}}

Поварисов Суфиян Шәмсетдин улы (29.08.1924, Башҡортостан, Илеш районы, Тыпый ауыл) — шағир, яҙыусы, педагог. Филология фәндәре докторы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2011). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Тормош юлы

1924 йылдың 29 авгусында Башҡортостандың Илеш районы Тыпый ауылында тыуған. Тыуған ауылында 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, колхозда эшләй. 1942 йылда һуғышҡа китә. Украинаны, Венгрияны, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү көнөн Германиялағы Дрезден ҡалаһында ҡаршылай.

Һуғыштан һуң Ҡаҙан дәүләт педагогия иниститутында белем ала. Үзбәкстандың Наманган өлкәһендә, Татарстандың Аҡтаныш районында мәктәптә татар телен уҡыта.1950-1960 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» гәзитендә эшләй. 1960 йылдан һуң бөгөнгәсә Башҡорт дәүләт университетының татар һәм рус теле кафедраһында уҡыта.

Ижад юлы

Суфиян Поварисовтың ижади эшмәкәрлеге күп яҡлы. Матбуғатта уның күп шиғырҙары, «Ләлә», «Һалдат йөрәге», «Фронт юлдары» исемле поэмалары донъя күрә. Гәзиттә эшләгән үҙен оҫта журналист итеп таныта. Очерктар, мәҡәләләр йыйынтыҡтары баҫтыра.

Китаптары

  • «Бәхет тураһында легенда
  • Ауыл яҙмышы кем ҡулында»

Наградалары

  • III дәрәжә Дан ордены (27.04.1945)[1]
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • «За боевые заслуги» миҙалы (23.12.1943)[2]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
  • Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ мәғарифының почетлы хеҙмәткәре
  • Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты
  • Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы

Иҫкәрмәләр

  1. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Һылтанмалар

Поварисов Суфиян Шәмсетдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.