Рамаҙан (ай): өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.6.4) (робот өҫтәне: lbe:Рамазан барз
ә робот үҙгәртте: ml:റമദാൻ
42 юл: 42 юл:
[[lbe:Рамазан барз]]
[[lbe:Рамазан барз]]
[[lt:Ramadanas]]
[[lt:Ramadanas]]
[[ml:റമദാന്‍]]
[[ml:റമദാൻ]]
[[ms:Ramadan]]
[[ms:Ramadan]]
[[nl:Ramadan]]
[[nl:Ramadan]]

14:55, 22 декабрь 2010 өлгөһө

Рамаҙан (ғәр. رمضان‎) йәки рамаза́н (төр. Ramazan) — ислам календаре буйынса айҙың 9-сы айы. Шулай уҡ Рамаҙан — ураҙа айы. Рамаҙан айында ураҙа тотоу һижри йыл хисабы башланғандан һуң 17—18 ай үткәс, йәғни миләди 624 йылда индерелә.

Рамаҙан айында мосолмандарҙың бурыстары

Ислам ҡанундары буйынса, бәлиғ булған һәр мосолманға Рамаҙан айында ураҙа тотоу фарыз. Ураҙа таң беленә башлағандан алып ҡояш байығанға тиклем ашау-эсеүҙән тыйылып тороуҙан ғибәрәт. Белә-күрә әҙ генә булһа ла ризыҡ йотоу ураҙаны боҙа. Ундай осраҡта ураҙаны боҙған кешегә ҡаза һәм ҡәффәрәт тейеш. Ҡаза ул — көнөнә көн, ә ҡәффәрәт — бер көн ҡалған ураҙа өсөн 60 көн ураҙа тотоу. Әгәр уның ҡәффәрәткә көсө етмәһә, ул алтмыш фәҡирҙе бер көн, йәки бер фәҡирҙе алтмыш көн туйғансы ашатырға тейеш. Ауыҙ асҡанда яңылыш һыу йотолоп, ураҙа боҙолһа, ҡояш байығандыр тип уйлап ауыҙ асһаң, йәки ураҙа көслөк менән боҙолһа, ҡәффәрәт тейеш түгел. Изге Рамазан айының 26-сы көнөнән 27-һенә ҡарай төндә үтә торған байрам — Ҡәҙер кисәһе тип атала.