Үлмәҫбаева Тәнзилә Абдулла ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә Рөстәм Нурыев Үлмәҫҡолова Тәнзилә Абдулла ҡыҙы битенең исемен йүнәлтеү ҡуймайынса үҙгәртте. Яңы исеме: [[Үлмәҫбаева Тәнзилә Абдулла ҡы…
(айырмалар юҡ)

01:20, 28 май 2015 өлгөһө

Тәнзилә Үлмәҫҡолова
Тыуған көнө:

14 март 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (61 йәш)

Тыуған урыны:

БАССР, Мәләүез районы, Баш Әлмәс ауыл. Хәҙерге БР-ҙың Күгәрсен районы Әлмәс ауылы.

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

радиожурналист

Үлмәҫбаева Тәнзилә Абдулла ҡыҙы  — радиожурналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы (1999). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты.

1963 йылдың 14 мартында БАССР-ҙың Мәләүез районы Баш Әлмәс ауылында тыуған. Хәҙерге ваҡытта был ауыл Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районына ҡарай һәм Әлмәс исемендә.

Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлаған (1988). 1981—1982 йылдарҙа Күгәрсен районының «Хеҙмәткә дан» гәзите хеҙмәткәре; 1988 йылдан — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре. 1995 йылдан башлап «Даирә» ижади берекмәһе етәксеһе, 2000 йылдан «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының радио тапшырыуҙары студияһының баш мөхәррире.

Замандаштар тураһында «Мосафир» ижади берекмәһе етәксеһе, ҡыҙыҡ яҙмышлы кешеләр һәм әхлаҡи ҡиммәттәр тураһында «Шәмсыраҡ», «Даирә» радио тапшырыуҙары авторы һәм алып барыусыһы.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2006).

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар