Капитал: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
FoxBot (фекер алышыу | өлөш)
ә робот өҫтәне: pnb:کیپیٹل
ә робот өҫтәне: mr:भांडवल
53 юл: 53 юл:
[[mk:Капитал]]
[[mk:Капитал]]
[[ml:മൂലധനം]]
[[ml:മൂലധനം]]
[[mr:भांडवल]]
[[ms:Modal]]
[[ms:Modal]]
[[nl:Kapitaal (economie)]]
[[nl:Kapitaal (economie)]]

10:12, 1 ғинуар 2011 өлгөһө

Капита́л, сәрмәйә ( лат. capitalis — мөлкәт, байлыҡ) — табыш, байлыҡ алырға йүнәлтелгән тауар, мөлкәт, милек, активтар йыйлмаһы [1]. Тар мәғәнәлә — етештереү саралары (физик капитал) формаһында табыш сығанағы. Физик капитал алыуға йүнәлтелгән аҡсана аҡсакапиталы тип атайҙар. Материал һәм аҡса средстволарын иҡтисадҡа, тауар етештереүгә йүнәлтеүҙе капитал һалыу йәки инвестиция тип атайҙар [2]. Ҡулланыуға тотонолған ресурстар капитал була алмай.

Башҡа билдәләмәлере

Иҡтисадта

« Капитал — тауар етештереүҙә һәм көнкүрештә файҙаланылған ресурстар. Классик экономикала - өс етештереү факторының береһе; ҡалғандары ер һәм хеҙмәт. »

Британия энциклопедияһы

Был билдәлемә буйынса теләһә ниндәй эш ҡоралы физик капитал итеп ҡарала. Әммә эш ҡоралдарының хужаһы эшсе көстәр менән мөнәсәбәткә ингәс кенә капитал була ала. Мәҫәлән, металл эшкәртеү станогы үҙенән үҙе капитал була аламай. Капитал булһын өсөн станокты ҡуртымға бирергә кәрәк, йә иһә эшселер ялларға кәрәк.

« Етештереү саралары хужаһы ирекле баҙарҙа эшен һатыусы сифатында эшселер тапҡас ҡына барлыҡҡа килә. [3]
. Капитал — ул әйбер түгел, әйбергә махсус ижтимағи сифат биреүсе, аныҡ, ижтимағи, билдәле тарихи формацияға ҡараған етештереү мөнәсәбәте. Капитал, шулай уҡ материаль һәм етештереү сараларының суммаһы түгел. Капитал — етештереу сараларын капиталға әйләндереү.
»

Капитал», Карл Маркс, 1867, т. 1, гл. 4

Иҫкәртмәләр

  1. Капитал. Словарь по экономике и финансам. Глоссарий.ру
  2. Райзберг Б. А., Лозовский Л. Ш., Стародубцева Е. Б. Современный экономический словарь. Инфра-М, 2006
  3. Карл Маркс. Капитал. т. 1, гл. 4 «Превращение денег в капитал», раздел 3 «Купля и продажа рабочей силы», стр. 181