Китап (нәшриәт): өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
ә Ryanag «Китап» нәшриәте битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Китап (нәшриәт)
(айырмалар юҡ)

01:53, 16 июнь 2015 өлгөһө

Китап
«Китап» нәшриәте логотибы
Ил

СССР, Россия

Нигеҙләнгән

1919

СССР-ҙа Госкомиздат коды

121

Префикс ISBN

5-295


Веб-сайт: http://www.kitap-ufa.ru/

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» башҡорт нәшриәте — Башҡортостан республикаһының башҡорт, урыҫ, татар һәм башҡа Башҡортостан халыҡтары телдәрендә нәфис, ғилми-популяр, педагогик, балалар өсөн, мәҙәни-ағартыу, тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәтен һәм һынлы сәнғәт тауарҙарын сығарыусы берләштерелгән дәүләт ойошмаһы

Тарихы

  • Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең ойошторолоу тарихы РКП(б)-ның 1919 йылдың 8 —11 ноябрендә Стәрлетамаҡта уҙғарылған 1-се Бөтә башҡорт конференцияһынан башлана. Был конференция үтеү, менән Стәрлетамаҡта Башҡорт АССР-ының Башҡорт дәүләт нәшриәте тигән гәзит-журнал һәм китап нәшриәте барлыҡҡа килә. Ошо йылдарҙа тәү башлап башҡорт телендә Шәйехзада Бабич, Дауыт Юлтый һәм башҡаларҙың китаптары донъя күрә.
  • 1920 йылдың 27 авгусында Өфө губерна башҡарма комитетының ҡарары менән Өфөлә китап баҫтырыу эшен йәйелдерергә ҡарар ителә. Шулай итеп, 1922 йылдың октябрендә баш ҡалала «Башкнига» тигән уртаҡ сауҙа нәшриәте барлыҡҡа килә.
  • 1924 йылдың октябрендә партияның Башҡортостан өлкә комитеты марксизм-ленинизм классиктары әҫәрҙәрен башҡорт телендә баҫтырып сығарыу буйынса редакция-нәшриәт комиссияһы ойоштора. Уның рәйесе итеп Ғәзим Ҡасимов, секретары итеп языусы Ғөбәй Дәүләтшин раҫлана. Комиссия ағзалары сафында шулай уҡ Ғабдулла Амантай, Булат Ишемғол, Имай Насыри, Дауыт Юлтый һымаҡ әҙиптәр ҙә була.
  • «Башкнига» китаптарҙы 1929 йылда яңалиф әлифбаһында баҫтыра башлай. Уға саҡлы ғәрәп-төрөк алфавиты ғәмәлдә булған.
  • Халык Комиссарҙары Советы 1928 йыддың 28 ноябрендә «Башкнига»ны «Башгиз» (Башҡортостан дәүләт нәшриәте) итеп үҙгәртеп ҡора.
  • Беренсе биш йыллыҡ осоронда (1928—1932 йылдар) Башҡортостан китап нәшриәте 918 исемдәге китап һәм башҡа баҫма продукция сығара. Уларҙың дөйөм тиражы — 3 миллион 822 мең дана. Икенсе биш йыллыҡта (19331938 йылдар) 1406 исемдәге баҫманың тиражы 8 миллион 350 мең дана тәшкил итә.
  • 1930-сы йылдарҙан 70-се йылдарға саҡлы урыҫ совет языусылары һәм донъя классиктары әҫәрҙәре бик күпләп баҫтырылып сығарыла. Мәҫәлән: А. М. Горький — 39, А. С. Пушкин — 37, М. Ю. Лермонтов — 17, В. В. Маяковский — 15, Н. В. Гоголь — 12, А. П. Чехов 11 тапҡыр донъя күргән. Уларзы башҡорт теленә тәржемә итеүгә башҡорт яҙыусылары ифрат ҙур өлөш индерә.
  • Башҡортостан китап нәшриәте 1969 йылда үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй һәм ошо иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы РСФСР Юғары Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.
  • Башҡортостан китап нәшриәтенең йылдам үҫеше айырыуса 1970—1990 йылдарға тура килә. Мәҫәлән, 1990 йылда, нәшриәт 362 исемдәге 4 миллион 203 мең дана (41 миллион баҫма табаҡ) продукция нәшер итә.
  • Башҡортостан китап нәшриәте үҙенең баҫмалары менән бөтә ил, Рәсәй һәм донъя күләмендәге һәр төрлө китап күргәҙмәләрендә даими ҡатнаша, иҫтәлекле китаптар төрлө мәшһүр дипломдарға лайыҡ була.
  • Китап нәшриәте 1994 йылда, үҙенең 75 йыллык юбилейы алдынан, рәсми юридик исемен Башҡортостан «Китап» нәшриәте итеп үҙгәртә.
  • Зәйнәб Биишеваның 100 йыллыҡ юбилейы алдынан китап нәшриәтенә Зәйнәб Биишева исеме бирелә.
  • «Йылдың иң яҡшы китаптары» XXIII Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса 2013 йылда башҡорт, рус, инглиз һәм француз телдәрендә «Китап» нәшриәтендә донъя күргән «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосы баҫмаһы «Иң яҡшы классик нәфис әҙәбиәт баҫмаһы» номинацияһында еңеүсе булды. Зәйнәб Биишеваның «Һөнәрсе менән өйрәнсек» китабы баҫмаһы «Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы китап» номинацияһында Рәсәй Китап нәшер итеүселәр ассоциацияһының дипломына лайыҡ булды. Еңеүселәрҙе билдәләгәндә баҫманың йөкмәткеһе һәм әһәмиәте, һүрәттәр кимәле, дизайн үҙенсәлеге иҫәпкә алынды.

Сығанаҡ

Һылтанмалар