Шәкүров Рәшит Закир улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Яңы: '''Шәкүров Рәшит Закир улы, Рәшит Шәкүр''' — күренекле шағир һәм ғалим, тел белгесе, публицист; Башҡортост...
(айырмалар юҡ)

05:55, 8 ғинуар 2011 өлгөһө

Шәкүров Рәшит Закир улы, Рәшит Шәкүр — күренекле шағир һәм ғалим, тел белгесе, публицист; Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989), М. Аҡмулла исемендәге әҙәбиәт премияһы лауреаты; 1937 йылдың 11 ғинуарында Әлшәй (хәҙерге Стәрлетамаҡ районы) районы Яңы Абдрахман (Түбәнге Сумар) ауылында тыуған.

Ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас нефть техникумында уҡый, промыслылы оператор булып эшләй, армияла хеҙмәт итә. 1965 йылда Башкорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтында аспирантурала уҡый һәм 1974 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, , һуңынан докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

«Башҡортостан» гәзитендә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

Ғилми хеҙмәттәре

1992 йылда Башҡортостанда энциклопедия төҙөү эшен йәнлендереп ебәрә. “Башҡортостан энциклопедияһы” ғилми нәшриәте директоры булып эшләй. Уның редакцияһында “Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия” сыҡты, ул шулай уҡ алты томлыҡ “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” авторҙарының береһе.

Рәшит Шәкүр — 180 ғилми хеҙмәт, тиҫтәгә яҡын китап авторы. Уның ғилми хеҙмәттәре Башҡортостан топономикаһын өйрәнеүгә бағышланған.

Рәшит Шәкүр бөйөк башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Аҡмулланың ижадын һәм тормошон өйрәнеп «Шиғриәт йондоҙо: Мифтахетдин Аҡмулла» (1981) тигән монография яҙҙы.

Башҡорт фольлоры тураһында «Сыңрау торналар иле» (1996) тигән китабы донъя күрҙе.

Шиғри йыйнтыҡтары

  • «Йөрәгемдә ҡояш» (1970)
  • «Тауҙарым, далаларым» (1982)
  • «Заманалар юлында» (1988)

Сығанаҡ