Ҡағыҙ: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
TjBot (фекер алышыу | өлөш)
ә робот өҫтәне: ce:Кехат
ә робот өҫтәне: udm:Кагаз
119 юл: 119 юл:
[[tl:Papel (gamit-panulat)]]
[[tl:Papel (gamit-panulat)]]
[[tr:Kâğıt]]
[[tr:Kâğıt]]
[[udm:Кагаз]]
[[uk:Папір]]
[[uk:Папір]]
[[ur:کاغذ]]
[[ur:کاغذ]]

15:14, 14 ғинуар 2011 өлгөһө

Ҡағыҙ.

Ҡағыҙ (рус. бумага,итал. bambagia)– яҙыу, һүрәт төшөрөү, төрөү һ.б. өсөн табаҡ бит формаһында материал. Ҡағыҙ үҫемлектәрҙән, икенсел сеймалдан, иҫке сепрәктәрҙән, макулатуранан алынған целлюлозанан эшләнә.

1803 йылдан башлап ҡағыҙ эшләүсе машина ҡулланыла.

Тарихы

Цай Лун буйынса ҡағыҙ эшләү

Ҡытай йылъйыляҙмалары, ҡағыҙҙы беҙҙең эраның 105 йылында Цай Лун уйлап тапҡан, тип хәбәр итә. Ә шулай ҙа, Ҡытайҙың төньяҡ провинцияһы Шаньсиҙа табылған ҡәберлектә 1957 йылда ҡағыҙ киҫәктәре табыла. Тикшереүселәр был ҡағыҙ беҙҙең эраға тиклем II быуатта эшләнгән тип билдәләй.

Цай Лунға тиклем ҡағыҙҙы киндер сүсенән (пенька), ебәк ағасынан (шелковица), ағас көлөнән, шулай уҡ эшкә яраҡһыҙ ебәк ҡорто йомғағынан (кокон шелкопряда) эшләгәндәр.

Цай Лун ебәк ағасы сүстәрен, ағас көлөн, сепрәк һәм киндер сүсен бергә төйөп-ваҡлаған. Килеп сыҡҡан иҙмәгә һыу ҡушып ағастан эшләнгән формаға һалған. Килеп сыҡҡан массана ҡояшта киптереп, таш менән тигеҙләгән. Һөҙөмтәлә ныҡлы ҡағыҙ табаҡ биттәре килеп сыҡҡан. Был уйлап табыуҙан һуң ҡағыҙ эшләү ысулы бик тиҙ камиллаштыралған. Ҡағыҙға крахмал, келәй, тәбиғи буяуҙар ҡуша башлағандар. VII быуат башында ҡағыҙ эшләү ысула Корея, Японияла билдәле була. Тағы 150 йылдан әсиргә алынған хәрбиҙәр аша ҡағыҙ эшләү ғәрәптәргә билдәле була.

VI—VIII быуаттарҙа ҡағыҙ Урта Азия, Япония һәм Азияның башҡа илдәренде етештерелә. XI—XII быуатта ҡағыҙ Европаға килеп етә һәм яҙыу өсөн ҡулланылған күнде (пергамент) алыштыра. XV—XVI быуатта китап баҫыу эше алға киткәс ҡағыҙ етештереү эше үҫешә. Ул ваҡытта ҡағыҙҙы ябай ысул менән эшләйҙәр — килелә ағасты сүкеш менән ваталар.

XVII быуаттың икенсе яртыһында уйлап табылған онтау машинаһы — рол ҡағыҙ етештереү эшендә ҙур әһәмиткә эйә була. XVIII быуатта ролдар ҙур кимәлдә ҡағыҙ етештерергә һәләтле була. Әммә ҡағыҙ массаһын ҡулдан ҡойоу был эште тотҡарлай. 1799 йылда Н. Л. Робер (Франция) хәрәкәт итеүсе селтәр ярҙамында ҡойоу эшен механизациялаштыра.

Англияла бер туған Г. һәм С. Фурдринье, Роббер патентын һатып алып, механизациялаштырыу эшен дауам итәлер һәм 1806 йылда ҡағыҙ эшләү иашинаһына патент алалар. XIX быуат уртаһында ҡағыҙ эшләү машинаһы бер туҡтауһыҙ эшләүсе ҡатмарлы агрегатҡа әйләнә.

XX быуатта ҡағыҙ етештереү, үҙенәң йылылыҡ станциялары, химик цехтары булған эре сәнәғәт тармағына әйләнә.