Африка: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә робот үҙгәртте: az:Afrika
ә робот өҫтәне: si:අප්‍රිකාව
187 юл: 187 юл:
[[sg:Afrîka]]
[[sg:Afrîka]]
[[sh:Afrika]]
[[sh:Afrika]]
[[si:අප්‍රිකාව]]
[[simple:Africa]]
[[simple:Africa]]
[[sk:Afrika]]
[[sk:Afrika]]

01:03, 22 ғинуар 2011 өлгөһө

Африка ярымшарҙар картаһында
Африка донъя картаһында

АфрикаУрта һәм Ҡыҙыл диңгеҙҙән көньяҡта, Атлантик океандан көнсығышта һәм Һинд океанынан көнсығышта урынлашҡан ҡитға. Шулай уҡ Африка тип материк һәм тирә-яғындағы утрауҙарҙы атайҙар. Майҙаны 30 065 000 кв.км йәки ҡоро ерҙең 20,3 %, утрауҙары менән бергә 30,2 миллион кв. км, дөйөм Ер шарының 6% һәм ҡоро ерҙең 20,4% биләй. Африка территорияһында 53 дәүләт, 4 танылмаған дәүләт һәм 5 бойондороҡһоҙлоҡ алмаған территория (утрау) урынлашҡан.

Африка халҡы 1 миллиард кешегә яҡын. Бында иң боронғо кеше — гоминид ҡалдыҡтары табылған, шуға күрә Африка кешелектең боронғо тыуған иле тип иҫәпләнә. Sahelanthropus tchadensis, Australopithecus africanus, A. afarensis, Homo erectus, H. habilis һәм H. ergaster һымаҡ ата-бабаларын иҫәпкә алғанда, гоминидтар ете миллион йыл элек йәшәгән.

Эфиопияла табылған Homo sapiens ғаиләһе ике йөҙ мең йыл элек йәшәгән, тип билдәләнә.

Ҡитға экваторҙа һәм бер нисә климат зоныһында урынлашҡан, был төнъяҡ субтропик климат бүлкәтенән көньяҡ субтропик бүлкәтенә һуҙылған берҙән-бер материк. Даими яуым-төшөм һәм һуғарыу етешмәгәнлектән, климаттың тәбиғи көйләнеүе, яр буйҙарынан башҡа күҙәтелмәй.

Африканың мәҙәни, иҡтисади, сәйәси һәм социаль мәсьәләләрен африканистика фәне өйрәнә.

Ҡалып:Link FA ak:Afrika