Бикбаев Рауил Төхфәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
64 юл: 64 юл:
** Время. Поэт. Народ. ''Мәскәү, 1986.''{{ref-ru}}
** Время. Поэт. Народ. ''Мәскәү, 1986.''{{ref-ru}}
* 1991 йыл: Эволюция современной башкирской поэзии. ''Москва, 1991''.
* 1991 йыл: Эволюция современной башкирской поэзии. ''Москва, 1991''.
* 1995 йыл: [[Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзәкир улы|Шайехзада Бабич]]: Жизнь и творчество. Литературоведение. ''Өфө, 1995.''{{ref-ru}}
* 1995 йыл: [[Шайехзада Бабич]]: Жизнь и творчество. Литературоведение. ''Өфө, 1995.''{{ref-ru}}
* [http://www.rbik.narod.ru/ Рауил Бикбаев. Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны /Шиғырҙар.]
* [http://www.rbik.narod.ru/ Рауил Бикбаев. Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны /Шиғырҙар.]
* [http://bash.bashvest.ru/showinf.php?id=210 Рауил Бикбаев: « Халҡым яңылышмаһын ине»]
* [http://bash.bashvest.ru/showinf.php?id=210 Рауил Бикбаев: « Халҡым яңылышмаһын ине»]

10:50, 16 сентябрь 2015 өлгөһө

{{{Исеме}}}
Жанр:

шиғырҙар

Рауил Бикбай, Рауил Төхфәт улы Бикбаев (12 декабрь 1938) — Башҡортостандың халыҡ шағиры, әҙәбиәт белгесе, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре. Салауат Юлаев һәм Ғ. Сәләм исемендәге республика премиялары, шулай уҡ Рәми Ғарипов һәм З. Биишева исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры. 2008 — 2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе.

Тормош һәм хеҙмәт юлы

Рауил Төхвәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Покровка районы (хәҙерге Переволоцк районы) Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Күрше Ғәбдрафик ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте, Аҡ-Болаҡ педагогия училищеһын, 1962 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Аҙаҡтан аспиратурала уҡый.

1965 йылдан башлап — СССР фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында әҙәбиәт бүлегенең ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. Филология фәндәре докторы.

Ижади эшмәкәрлеге

Рауил Бикбаев университетта уҡыған йылдарында яҙыша башлай. «Дала офоҡтары» тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1964 йылда донъя күрә. Шунан бирле ул ике тиҫтәгә яҡын китап сығарҙы, хәҙерге башҡорт поэзияһының кимәлен билдәләрлек күренекле шағир булып танылды. Рауил Бикбаев поэзияһында халыҡ яҙмышына бәйле проблемалар күтәрелә, заман, ил, халыҡ, киләсәк алдында яуаплылыҡ тураһында һүҙ бара. «Карауанһарай», «Баҙар балтаһы», «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!» поэмаларында, «Халҡыма хат» шиғырында был бигерәк тә асыҡ күренә.

Рауил Бикбаев — күренекле әҙәбиәт ғалимы. Ул филология фәндәре докторы, профессор. Хәҙерге башҡорт поэзияһының үҫеү проблемаларына арналған күп ғилми хеҙмәттәрҙең авторы. Уның бигерәк тә Ш. Бабич ижадын өйрәнеү, әҫәрҙәрен халыҡҡа ҡайтарыу буйынса хеҙмәте ҙур.

Рауил Бикбаев республикабыҙҙың Ғ. Сәләм исемендәге йәштәр премияһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. 1992 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелде.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Маҡтаулы исемдәре

Әҫәрҙәре

Сығанаҡтар

  • Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Р. З.Шәкүров. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)


Һылтанмалар