ОКАТО: өлгөләр араһындағы айырма
CompBot (фекер алышыу | өлөш) ә робот косметические изменения |
ә робот өҫтәне: fr:OKATO |
||
60 юл: | 60 юл: | ||
[[eo:OKATO]] |
[[eo:OKATO]] |
||
[[fi:OKATO]] |
[[fi:OKATO]] |
||
[[fr:OKATO]] |
|||
[[hu:OKATO]] |
[[hu:OKATO]] |
||
[[hy:Սուբյեկտների վարչա-տարածքային բաժանման համառուսաստանյան դասակարգիչ]] |
[[hy:Սուբյեկտների վարչա-տարածքային բաժանման համառուսաստանյան դասակարգիչ]] |
20:03, 30 ғинуар 2011 өлгөһө
ОКАТО́ коды, ОКАТО́ һаны (рус. Общероссийский классификатор административно-территориальных объектов һүҙҙәренән ҡыҫҡартма) — Рәсәй Федерацияһының барлыҡ төбәктәре һәм тораҡ пункттарының дөйөм төркөмләүсе исемлеге; статистика һәм иҡтисад кеүек өлкәләрҙә мәғлүмәтте ышаныслы, сағыштырырлыҡ һәм автоматик рәүештә эшкәртеү өсөн булдырылған.
Иҫәп-теркәү берәмектәре
ОКАТО исемлегенә түбәндәге теркәү административ бүленеш берәмектәре инә:
- республикалар
- крайҙар
- өлкәләр
- Федераль әһәмиәткә эйә булған ҡалалар
- автономлы өлкәләр
- автономлы округтар
- райондар
- ҡалалар
- ҡала райондары һәм округтары
- ҡала тибындағы ҡасабалар
- ауыл советтары
- ауыл тораҡ пункттары (ауылдар, ҡасабалар, утарҙар, станицалар һ.б.)
Административ бүленеш берәмектәре исемлектә иерархия рәүешендә төркөмләнә.
Берәмектәренең барыһы ла административ бүленеш буйынса төркөмдәргә бүленә; был төркөмдәр административ буйһоноу буйынса өс классификация кимәленә ҡарай. Билдәле кимәлгә ингән һәр берәмек үрге кимәлгә ҡараған ярашлы берәмеккә туранан-тура буйһона.
Классификацияның беренсе кимәленә федерал әһәмиәткә эйә булған берәмектәр ҡарай:
- республикалар
- крайҙар
- өлкәләр
- Федераль әһәмиәткә эйә булған ҡалалар
- автономлы өлкәләр
- * Рәсәй Федерацияһы составына ингән автономлы округтар.
Икенсе кимәлгә түбәндәгеләр ҡарай:
- край йәиһә өлкә составына ингән автономлы округтар
- Республика, край, өлкә, автономлы өлкә, Рәсәй Федерацияһы составына ингән автономлы округ райондары; ҡала-эсе райондары, Федераль әһәмиәткә эйә булған ҡала округтары
- республика, край, өлкәлргә буйһонған ҡалалар һәм ҡасабалар.
Өсөнсө кимәлгә түбәндәгеләр ҡарай:
- республика, край, өлкәләргә буйһонған ҡалаларҙың эске райондары һәм округтары
- районға буйһонған ҡалалар
- районға буйһонған ҡала тибындағы ҡасабалар
- ауыл советтары.
Ауыл тораҡ пункттары өсөнсө кимәл берәмектәре эсендә танытыла.
ОКАТО һаны төҙөлөшө миҫалы
Миҫал өсөн, Учалы районының Ҡарт Муйнаҡ ауылының ОКАТО һаны — 80 253 884 004. Был һан ошондай өлөштәрҙән төҙөлгән:
- 80 (1-се һәм 2-се цифр урыны) — Башҡортостан республикаһы;
- 2 (3-сө урын) — ”район” билдәһе (классификацияның өсөнсө кимәле) – бынан һуң район тураһында мәғлүмәт бирелә;
- 53 (4-се һәм 5-се урын) — Учалы районы коды;
- 8 (6-сы урын) — ”ауыл советы” билдәһе – бынан һуң ауыл советы тураһында мәғлүмәт бирелә;
- 84 (7-се һәм 8-се урын) — Туңғатар ауыл советы коды;
- 004 (9-сы, 10-сы һәм 11-се урын) — Ҡарт Муйнаҡ ауылын танытҡан код.
Һылтанмалар
- «Территориальное устройство России» сайтында ОКАТО тураһында мәғлүмәт
- ОКАТО СИРИУС НТ сайты – Интернетта ОКАТО һанын белеү өсөн.
- ОКАТО Адрес буйынса ОКАТО һанын белеү хеҙмәте.