Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Тарих: фактик хата төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт, аныҡлаштырыу
1 юл: 1 юл:
[[Файл: koroltai.jpg|400px|thumb|right| Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эмблемаһында [[Толпар (осҡан ат)|Толпар]]]]
[[Файл: koroltai.jpg|400px|thumb|right| Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эмблемаһында [[Толпар (осҡан ат)|Толпар]]]]
'''Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс)''' — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге. Төп маҡсаты [[башҡорттар]]ҙың һәм [[Башҡортостан Республикаһы]]нан ситтә йәшәүсе милләтәштәрҙең берләшеүенә ярҙам итеү, башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү, башҡорттарҙың социаль-иҡтисади хәлен, рухи-мәҙәни торошон яҡшыртыу, дуҫлыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыу.
'''Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс)''' — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге. Төп маҡсаты [[башҡорттар]]ҙың һәм [[Башҡортостан Республикаһы]]нан ситтә йәшәүсе милләтәштәребеҙҙең берләшеүенә ярҙам итеү, [[башҡорт теле]]н һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү, башҡорттарҙың социаль-иҡтисади хәлен, рухи-мәҙәни тормошон яҡшыртыу, дуҫлыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыу.


Юғары ҡарарҙар ҡабул итеү хоҡуғына бөтә халыҡ вәкилдәре йыйыны — ҡоролтай эйә. Ҡоролтайҙар араһында берлек эшмәкәрлеге менән башҡарма комитет идара итә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1995 йылдан эшләп килә.
Юғары ҡарарҙар ҡабул итеү хоҡуғына бөтә халыҡ вәкилдәре йыйыны — ''Ҡоролтай'' эйә. Ҡоролтайҙар араһында берлек эшмәкәрлеге менән ''башҡарма комитет'' идара итә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1995 йылдан эшләп килә.


Башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә, йыраҡ һәм яҡын сит илдәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) бүлектәре бар.
Башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә, йыраҡ һәм яҡын сит илдәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресс) бүлексәләре бар.


== Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары ==
== Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары ==
12 юл: 12 юл:


=== II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ===
=== II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ===
II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2002 йылдың июнендә [[Өфө]] ҡалаһында үтә<ref name="БДБҠ Үткәр" />. Башҡортостан Республикаһынан, Рәсәй Федерацияһының 33 төбәгенән, 19 сит илдән, шул иҫәптән Израил, Италия, Канада, АҠШ, Төркиә, Япония 800-ҙән ашыу вәкил ҡатнаша. Ҡоролтай сигендә 12 юнәлеш буйынса кесе ҡорҙар үтә. Рәсәй Федерацияһы Һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт хөкөм эйәләренә милли сәйәсәт, милләт ара мөнәсәбәт, милли мәҙәниәт һәм республика халыҡтары телдәрен артабан камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерелә. Башҡорт халҡына, Башҡортостан халыҡтарына, Рәсәй Федерацияһы Президенты [[Путин Владимир Владимирович|В. В. Путинға]] мөрәжәғәттәр ҡабул ителә.
II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2002 йылдың июнендә [[Өфө]] ҡалаһында үтте<ref name="БДБҠ Үткәр" />. Башҡортостан Республикаһынан, [[Рәсәй Федерацияһы]]ның 33 төбәгенән, 19 сит илдән, шул иҫәптән [[Израил]], [[Италия]], [[Канада]], [[АҠШ]], [[Төркиә]] һәм [[Япония]]нан 800-ҙән ашыу вәкил ҡатнашты. Ҡоролтай барышында 12 юнәлеш буйынса кесе ҡорҙар үткәрелде. Рәсәй Федерацияһы Һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдарына милли сәйәсәт, милләт-ара мөнәсәбәт, милли мәҙәниәт һәм республика халыҡтары телдәрен артабан камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерелде. Башҡорт халҡына, Башҡортостан халыҡтарына, Рәсәй Федерацияһы Президенты [[Путин Владимир Владимирович|В. В. Путинға]] мөрәжәғәттәр ҡабул ителде.


=== III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ===
=== III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ===
III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы [[2010]] йылдың 10-11 июнендә [[Өфө]] ҡалаһында үтә<ref name="БДБҠ Үткәр" />.
III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы [[2010]] йылдың 10-11 июнендә [[Өфө]] ҡалаһында булды.<ref name="БДБҠ Үткәр" />.
Башҡортостан Республикаһынан, Рәсәй Федерацияһының 33 төбәгенән, 19 сит илдән, шул иҫәптән Израил, Италия, Канада, АҠШ, Төркиә, Япония, Португалия, Германию, Бразилию, Балтия һәм БДБ илдәренән 800-ҙән ашыу вәкил килә. Беренсе тапҡыр I йәштәр ҡоролтайы ойошторола, уның эшендә 1 000 ашыу вәкил ҡатнаша. Ҡоролтай сигендә 12 юнәлеш буйынса кесе ҡорҙар үтә. Милли сәйәсәт һәм милләт ара мөнәсәбәт буйынса мөһим ҡарарҙар, башҡорт халҡына, Башҡортостан халыҡтарына, Рәсәй Федерацияһы Президенты [[Медведев Дмитрий Анатольевич|Д. А. Медведевҡа]] мөрәжәғәттәр ҡабул ителә.
Башҡортостан Республикаһынан, Рәсәй Федерацияһының 33 төбәгенән, 19 сит илдән, шул иҫәптән Израил, Италия, Канада, АҠШ, Төркиә, Япония, Португалия, Германию, Бразилию, Балтия һәм БДБ илдәренән 800-ҙән ашыу вәкил килә. Беренсе тапҡыр I йәштәр ҡоролтайы ойошторола, уның эшендә 1 000 ашыу вәкил ҡатнаша. Ҡоролтай сигендә 12 юнәлеш буйынса кесе ҡорҙар үтә. Милли сәйәсәт һәм милләт ара мөнәсәбәт буйынса мөһим ҡарарҙар, башҡорт халҡына, Башҡортостан халыҡтарына, Рәсәй Федерацияһы Президенты [[Медведев Дмитрий Анатольевич|Д. А. Медведевҡа]] мөрәжәғәттәр ҡабул ителә.
<gallery>
<gallery>

14:57, 20 октябрь 2015 өлгөһө

Файл:Koroltai.jpg
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эмблемаһында Толпар

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге. Төп маҡсаты — башҡорттарҙың һәм Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәүсе милләтәштәребеҙҙең берләшеүенә ярҙам итеү, башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү, башҡорттарҙың социаль-иҡтисади хәлен, рухи-мәҙәни тормошон яҡшыртыу, дуҫлыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыу.

Юғары ҡарарҙар ҡабул итеү хоҡуғына бөтә халыҡ вәкилдәре йыйыны — Ҡоролтай эйә. Ҡоролтайҙар араһында берлек эшмәкәрлеге менән башҡарма комитет идара итә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1995 йылдан эшләп килә.

Башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә, йыраҡ һәм яҡын сит илдәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресс) бүлексәләре бар.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары

I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы

I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1995 йылдың 1—2 июнендә Өфө ҡалаһында үтә[1]. Башҡортостан Республикаһының һәр ҡала һәм районынан, Рәсәйҙең 10 республикаһы һәм 18 өлкәһенән, 7 яҡын сит ил дәүләттәренән, шулай уҡ Венгрия, Германия, Һоңҡоң, Ҡытай, Перу, Польша, АҠШ, Төркиә, Финляндия, Швецария, КАР (ЮАР) илдәренән бөтәһе 806 вәкил ҡатнаша. Ҡоролтай сигендә 10 йүнәлеш буйынса кесе ҡорҙар үтә. Башҡорттарға, Башҡортостан Республикаһы халҡына, Башҡортостан Республикаһы дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайға, донъя дәүләттәренә, Берләшкән милләттәр ойошмаһына мөрәжәғәттәр ҡабул ителә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты һайлана. Башҡарма комитеттың эшмәкәрлек урыны итеп Өфө ҡалаһы билдәләнә.

II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы

II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2002 йылдың июнендә Өфө ҡалаһында үтте[1]. Башҡортостан Республикаһынан, Рәсәй Федерацияһының 33 төбәгенән, 19 сит илдән, шул иҫәптән Израил, Италия, Канада, АҠШ, Төркиә һәм Япониянан 800-ҙән ашыу вәкил ҡатнашты. Ҡоролтай барышында 12 юнәлеш буйынса кесе ҡорҙар үткәрелде. Рәсәй Федерацияһы Һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдарына милли сәйәсәт, милләт-ара мөнәсәбәт, милли мәҙәниәт һәм республика халыҡтары телдәрен артабан камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерелде. Башҡорт халҡына, Башҡортостан халыҡтарына, Рәсәй Федерацияһы Президенты В. В. Путинға мөрәжәғәттәр ҡабул ителде.

III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы

III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2010 йылдың 10-11 июнендә Өфө ҡалаһында булды.[1]. Башҡортостан Республикаһынан, Рәсәй Федерацияһының 33 төбәгенән, 19 сит илдән, шул иҫәптән Израил, Италия, Канада, АҠШ, Төркиә, Япония, Португалия, Германию, Бразилию, Балтия һәм БДБ илдәренән 800-ҙән ашыу вәкил килә. Беренсе тапҡыр I йәштәр ҡоролтайы ойошторола, уның эшендә 1 000 ашыу вәкил ҡатнаша. Ҡоролтай сигендә 12 юнәлеш буйынса кесе ҡорҙар үтә. Милли сәйәсәт һәм милләт ара мөнәсәбәт буйынса мөһим ҡарарҙар, башҡорт халҡына, Башҡортостан халыҡтарына, Рәсәй Федерацияһы Президенты Д. А. Медведевҡа мөрәжәғәттәр ҡабул ителә.

IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы

  • «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 2015 йылдың ноябрендә Өфөлә IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарыла[2]. [3].

Тарих

Борон-борондан Башҡорттар үҙҙәренең иң мөһим мәсьәлеләрен хәл итергә ҡоролтайға йыйылғандар.

Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары

  • I Бөтә башҡорт ҡоролтайы 1917 йылдың 20—27 июлендә Ырымбур ҡалаһында үтә.
  • II Бөтә башҡорт ҡоролтайы 1917 йылдың 25—29 августында Өфө ҡалаһында үтә.
  • III Бөтә башҡорт ҡоролтайы 1917 йылдың 8—20 декабрендә Ырымбур ҡалаһында үтә.

I һәм II Бөтә башҡорт ҡоролтайы Башҡорт өлкә (үҙәк) шураһын (советын) төҙөү һәм «Башҡорт» гәзитен сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итә [4] .

III Бөтә башҡорт ҡоролтайында татар-башҡорт автономияһын төҙөү идеяһы кире ҡағыла һәм артабан Башҡорт АССР-ы — Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы төҙөлә.

Башҡарма комитеты рәйестәре

  1. Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы (1995—2002)
  2. Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы (2002—2006)
  3. Аҙнабаев Румил Тәлғәт улы (2006—2009)
  4. Галин Азамат Зәки улы (2009—2010)
  5. Солтанморатов Илгиз Замфир улы (2010—2011)
  6. Йосопов Марсель Харис улы (2011—2012)
  7. 2012 йылдан — Аҙнабаев Румил Тәлғәт улы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. 1,0 1,1 1,2 Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙарын үткәреү тураһында
  2. Баш ҡалала IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарыла — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 20 октябрь
  3. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 19 октября 2015 года № 449 «О подготовке и проведении IV Всемирного курултая башкир» — Официальный интернет-портал правовой информации Республики Башкортостан (рус.)
  4. Башҡортостан энциклопедияһында Башҡорт шураһы

Һылтанмалар