У (тел): өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
55 юл: 55 юл:
У теле диалекттары
У теле диалекттары
Тайху тармағы 太湖片
Тайху тармағы 太湖片

• Ханчжоу диалекты 杭州話 —Чжэцзян пров. (Ханчжоу ҡалаһы)
• Ханчжоу диалекты 杭州話 —Чжэцзян пров. (Ханчжоу ҡалаһы)
• Хучжоу диалекты 湖州 —Чжэцзян пров. (Хучжоу ҡала округы)
• Хучжоу диалекты 湖州 —Чжэцзян пров. (Хучжоу ҡала округы)

09:19, 24 ноябрь 2015 өлгөһө

У (тел)

У Үҙатамаһы: 吳語, 吴语 Илдәре: Китай (КНР, Республика Китай,Гонконг), Сингапур, США

Төбәктәре: Аньхой, Калифорния, Нью-Йорк,Цзянсу, Чекян (Чжэцзян)

Ошо телдә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны: 77 [1] — 90 млн [2]

Рейтинг: 20 Классификация

Категория: Евразия телдәре

Сино-тибет ғаиләһе Ҡытай тармағы у төркөмө яҙмаһы: Ҡытай яҙмаһы

Тел кодтары

ISO 639-1: — ISO 639-2: — ISO 639-3: wuu См. также: Проект:Лингвистика


У (трад.ҡыт. 吳語, упр. 吴语, пиньинь: wúyǔ, палл.: уюй) — ҡытай теленең ҙур диалекттарының береһе (башҡа классификациялар буйынса — тел). Шанхай муниципалитеты Чжэцзян провинцияһының ҙур өлөшөндә киң таралған, Цзянсу провинцияһының көньяғынла, шулай уҡ Аньхой, Цзянси һәм Фуцзянь провинцияларының ҡайһы бер төбәктәрендә ҡулланыла. Ҙур һөйләштәр (поддиалекттар) араһында шанхай, сучжоу, вэньчжоу, шаосин, цзиньхуа, юнкан һәм цюйчжоу һөйләштәрен билдәләргә мөмкин. Уларҙың араһында, шанхай һөйләше дәғүәләшһә лә, иң абруйлыһы тип сучжоу һөйләше тора. Төрлө баһалар буйынса, 77,2 (1984, SIL[1]) миллиондан алып 90 (Encarta[2]) миллионға тиклем кеше ошо телдә һөйләшә. Ҡытай телдәре араһында ул һөйләшеүселәр буйынса 800 миллион кеше һөйләшкән путунхуа теленән ҡала икенсе урынды биләй. Ҡытайҙа у диалектын йомшаҡ, еңел, көсөргәнешһеҙ (расслабленный?) тип иҫәпләйҙәр. Тарихы У-ның заманса диалекты (теле) хәҙерге Цзянсу һәм Чжэцзян провинцияларында йәшәгән боронғо у һәм юэ халыҡтарына барып тоташа. Иероглифтарҙы японса уҡыу ҙа бөгөн у теле таралған төбәктән сыҡҡан.

У диалектының таралыу өлкәһе асыҡ-һоро (көл төҫө) төҫ менән бирелгән

У хәҙерге диалекттарҙан айырмалы, урта ҡытай теленән алданыраҡ айырылған һәм шуға ла бер ни тиклем боронғо һыҙаттарын һаҡлаған, әммә һуңғараҡ уға хәҙерге путунхуа теленең нигеҙендә ятҡан төньяҡ диалекттары даими йоғонто яһаған. Төп характеристикалары цин династияһы осоронда барлыҡҡа килә, ул ваҡытта сучжоу һөйләше төп урында тора. Тайпиндар революцияһынан һуң, халҡы у телендә һөйләшкән төбәк һуғыштан һуң бушап ҡала һәм Шанхайға төбәктең башҡа өлөштәренән мигранттар ағыла башлай. Был шанхай һөйләшен башҡа һөйләштәр менән яҡынайта һәм шул уҡ ваҡытта XX быуаттың беренсе яртыһында шанхай һөйләшен, төбәк “лингва франк”ы булараҡ, өҫтөнлөклө итә, сучжоу диалектының йоғонтоһон кәметеүгә килтерә. Ҡытай халыҡ республикаһы ойошторолғандан һуң путунхуа теленә өҫтөнлөк бирелә. У диалекты яйлап мәктәптәрҙән һәм киң мәғлүмәт сараларынан ҡыҫырыҡлап сығарыла. Дәүләт оойшмаларында аралашыу һәм рәсми ҡағыҙҙар яҙыу путунхуа телендә алып барыла. Әлеге ваҡтта у телевидениела күңел асыу тапшырыуҙарында ғына осрай. Күпселек балалар у диалектын бөтөнләй белмәй.

Фонология

Янь-ға ярашлы (Yan, 2006), у диалекты төркөмдәре башҡа ҡытай диалекттарынан (телдәренән) унда “бысраҡ” (яңғырауыҡлы, йәғни аныҡлап әйткәндә ҡытай теленең /b̥/, /d̥/, /ɡ̊/, /z̥/, /v̥/ һ.б. кеүек көсһөҙ яңғырауыҡлы плозив йәки фрикатив) тартынҡылары һаҡлана. Шулай итеп, у диалектында урта ҡытай теленең шартлаулы өндәре һәм аффрикатының /p pʰ b̥/, /tɕ tɕʰ d̥ʑ̊/ өс кимәлле ҡапма-ҡаршылығы һаҡлана һ.б. У диалекттарында икенән (шанхай диалекты) һигеҙгә тиклем һәм унан да күберәк ижек тоны (уцзян диалекты) булыуы мөмкин.

Грамматика

Зат һәм күрһәтеү алмашы системаһы у диалектында (диалекттарында) бик ҡатмарлы. Мәҫәлән, күп кеше исеменән һөйләүсе зат өсөн инклюзив (“беҙ һинең менән”) һәм эксклюзив (“беҙ һинһеҙ”) алмаштары айырыла. Алты күрһәтеү алмашы бар, уларҙың өсөһө – яҡындағы, өсөһө – алыҫтағы объекттарға ҡарата ҡулланыла. Һүҙҙәр тәртибе путунхуалағы кеүек SVO ғына түгел, SOV та булырға мөмкин. Фонология күҙлегенән ҡарағанда, ҡатмарлы сандхи тоны бар, ул ҡушма һүҙҙәрҙе һәм идиоматик фразаларҙы грамматик яҡтан тарҡатырға ярҙам итә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа ситләтелгән тултырыусы тура тултырыусынан тартынҡының яңғырау йәки һаңғырау булыуы менән айырыла.

Классификация

У теле диалекттары Тайху тармағы 太湖片

• Ханчжоу диалекты 杭州話 —Чжэцзян пров. (Ханчжоу ҡалаһы) • Хучжоу диалекты 湖州 —Чжэцзян пров. (Хучжоу ҡала округы) • Цзясин диалекты绍兴话 —Чжэцзян пров. (Цзясин ҡ.о. ) • Шаосин диалекты绍兴 —Чжэцзян пров. (Шаосин ҡ.о. ) • Нинбо диалекты宁波话 —Чжэцзян пров. (Нинбо ҡ.о. ) • Шанхай диалекты 上海話 —Шанхай ҡалаһы • Чанчжоу диалекты 常州話/常州话 —Цзянсу пров. (Чанчжоу ҡ.о. ) • Сучжоу диалекты 苏州话/蘇州話 —Цзянсу пров. (Сучжоу ҡ.о. ) • Уси диалекты 无锡话/無錫話 —Цзянсу пров. (Уси ҡ.о. ) Тайчжоу тармағы 婺州片 • Тайчжоу диалекты 台州話 —Цзянсу пров. (Тайчжоу ҡ.о. ) Оуцзян тармағы 甌江片 • Вэньчжоу диалекты (оуцзян) 溫州話 —Чжэцзян пров. (Вэньчжоу ҡ.о. көньяҡ-көнсығышта) Учжоу тармағы 婺州片 • Цзиньхуа диалекты (учжоуский) 金華話 —Чжэцзян пров. (Цзиньхуа ҡ.о. үҙәге) • Иу диалекты 義烏話 • Юнкан диалекты 永康話 Чуцюй тармағы 處衢片 • Лишуй диалекты 麗水話 —Чжэцзян пров. (Лишуй ҡ.о. көньяғы) • Цюйчжоу диалекты 衢州話 —Чжэцзян пров. (Цюйчжоу ҡ.о. көньяҡ-көнбайышы) • Шанжао диалекты上饒話 —Цзянси пров. (Шанжао ҡ.о. төньяҡ-көнсығышы) Сюаньчжоу тармағы 宣州片 • Сюаньчэн диалекты 宣城話 —Аньхой пров. (Сюаньчэн ҡ.о. көньяҡ-көнсығышы)