Аллаяров Ғәзим Закир улы: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Ардах18 (фекер алышыу | өлөш) категория |
Ардах18 (фекер алышыу | өлөш) |
||
81 юл: | 81 юл: | ||
[[Категория:Ҡырмыҫҡалы районы етәкселәре]] |
[[Категория:Ҡырмыҫҡалы районы етәкселәре]] |
||
[[Категория:Бәләбәй районы етәкселәре]] |
[[Категория:Бәләбәй районы етәкселәре]] |
||
[[Категория:КПСС |
[[Категория:КПСС-тың XXII съезы делегаттары]] |
02:36, 10 февраль 2016 өлгөһө
Ғәзим Аллаяров | |||||
Аллаяров Ғәзим Закир улы | |||||
Тыуған көнө: | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: | |||||
Вафат булған көнө: |
24 декабрь 1993 (81 йәш) | ||||
Вафат булған урыны: | |||||
Гражданлығы: | |||||
Дебют: |
«Бер юлдан» (1965) | ||||
Наградалары: |
| ||||
Ғәзим Аллаяров, Ғәзим Закир улы Аллаяров (19 декабрь 1912 — 24 декабрь 1993) — Башҡортостандың партия эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуcы. КПСС-тың XXII съезы делегаты[2].
Тормошо
- Аллаяров Ғәзим Закир улы 1912 йылдың 19 декабрендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе[1] (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районы) Ураҙ ауылында тыуған.
- 1934—1935 йылдарҙа Учалы МТС-ының сәйәси бүлек секретары, «Ударсы» гәзите хеҙмәткәре.
- 1939—1941 йылдарҙа Ҡыйғы районының «Социализмға» гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре, мөхәррир урынбаҫары.
- 1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, танкист була.
- 1945—1948 йылдарҙа КПСС-тың Ҡыйғы район комитетының партия кабинеты мөдире.
- 1949 йылдан КПСС-тың Ҡыйғы, Матрай һәм Мәләүез район комитеттарының 2-се, 3-сө секретары.
- 1955—1962 йылдарҙа КПСС-тың Ҡырмыҫҡалы район комитетының 1-се секретары.
- 1962—1970 йылдарҙа КПСС-тың Бәләбәй район комитетының 1-се секретары.
- 1993 йылда Өфөлә вафат була.
Ижады
«Бер юлдан» тигән тәүге китабы 1965 йылда донъя күрә. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын һәм тыл хеҙмәтсәндәре тормошон һүрәтләүсе «Хинган тауҙары аша» (1975), «Утлы ҡойон эсендә» (1978) повестары очерк характерында, йәғни документаль әҫәрҙәр. «Үргә табан» (1967), «Һынау» (1970), «Ай урағы» (1990) китаптарының темаһы — һуғыштан һуңғы йылдарҙа ауылдың көндәлек тормошо. «Алһыу таңдар атҡанда» (1985) повесы 30-сы йылдар комсомолдарына — Магнитогорск ҡалаһын төҙөүселәргә арнала.
Ордендары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[3];
- Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1957; 1966);
- «Батырлыҡ өсөн» миҙал (20.01.1943)[4]
Әҫәрҙәре
- Бер юлдан. — Өфө, 1965.
- Үргә табан. — Өфө, 1967.
- Һынау. — Өфө, 1970.
- Хинган тауҙары аша. — Өфө, 1975.
- Шифалы ямғыр: повесть һәм хикәйәләр. — Өфө, 1977.
- Утлы ҡойон эсендә. — Өфө, 1978.
- Ер һулышы: повестар. — Өфө, 1983.
- Алһыу таңдар атҡанда. — Өфө, 1985.
- Ырыҫлы ер. — Өфө, 2013.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1,0 1,1 Хәҙер Ураҙ ауылы, Учалы районы, Башҡортостан Республикаһы.
- ↑ Материалы С. П. 22-й съезд КПСС. Стенографический отчет. Ч.3 (рус.)
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Сығанаҡтар
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
Һылтанмалар
- Аллаяров Ғәзим Закир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Ғәлиева Г. «Ырыҫлы ер» ҡалдырҙы // Башҡортостан, 2013 йыл, 27 июль.
Категориялар:
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Учалы районында тыуғандар
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 19 декабрҙә тыуғандар
- 1912 йылда тыуғандар
- 24 декабрҙә вафат булғандар
- 1993 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Башҡорт яҙыусылары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- КПСС ағзалары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусылар
- Ҡырмыҫҡалы районы етәкселәре
- Бәләбәй районы етәкселәре
- КПСС-тың XXII съезы делегаттары