Мюнхендың Людвиг-Максимилиан университеты: өлгөләр араһындағы айырма
Ардах18 (фекер алышыу | өлөш) категория |
Ардах18 (фекер алышыу | өлөш) |
||
102 юл: | 102 юл: | ||
[[Категория:Алфавит буйынса университеттар]] |
[[Категория:Алфавит буйынса университеттар]] |
||
[[Категория:Германия |
[[Категория:Германия университеттары]] |
||
[[Категория:Мюнхен]] |
[[Категория:Мюнхен]] |
04:56, 20 февраль 2016 өлгөһө
Мюнхендың Людвиг-Максимилиан университеты (LMU München) | |
Асылған йылы | |
---|---|
Ректор |
Бернд Хубер |
Урынлашыуы | |
Сайт |
Мюнхендың Людвиг-Максимилиан университеты (нем. Ludwig-Maximilians-Universität München (LMU)) — Мюнхен ҡалаһының юғары уҡыу йорто, Германия. 1472-се йылда герцог Людвиг IX тарафынан нигеҙ һалынған һәм уның һәм курфюрст Максимилиан I Иосифтың иҫтәлегенә аталған.
Цифрҙар һәм факттар
2009-2010-сы йылдарҙа Мюнхендың Людвиг-Максимилиан университетында 45 539 студент уҡыған[1]. Университеттың составына 18 факультет инә, был факультеттарҙа ете йөҙләп профессор белем бирә. Университеттың йыллыҡ бюджеты бер миллиард тирәһе тәшкил итә, килемдең өстән бер өлөшө университет клиникаһына сарыф ителә.
Мюнхен университетында студенттар 160 һөнәрҙең береһендә белем ала алалар.
Гешвистер-Шолль-Плац (нем. Geschwister-Scholl-Platz) майҙанында Максфорштадт (нем. Maxvorstadt) районындағы төп бинаһынан башҡа университет Мюнхендың төрлө райондарында бүтән биналарға эйә.
Факультеттар
- 01 Католик диниәте
- 02 Евангелия диниәте
- 03 Юриспруденция
- 04 Экономика һәм производство ойошмаһы
- 05 Халыҡ хужалығының иҡтисады
- 07 Медицина (стоматология кафедраһы менән)
- 08 Ветеринария
- 09 Тарих һәм сәнғәт белеме
- 10 Фәлсәфә, фән теорияһы, динде өйрәнеү
- 11 Психология һәм педагогика
- 12 Культурология
- 13/14 Тел белеме һәм әҙәбиәтте өйрәнеү
- 15 Йәмғиәтте өйрәнеү
- 16 Математика, информатика, статистика
- 17 Физика
- 18 Химия һәм фармацевтика
- 19 Биология
- 20 Ер тураһында фән
Университет биналары
- Гешвистер-Шолль-Плацта (нем. Geschwister-Scholl-Platz) төп бинаһы
- Гросхадерн (нем. Großhadern) районында юғары технологиялар кампусы(нем. High-Tech-Campus)
- Университет клиникалары
- Швайнхенбау (нем. Schweinchenbau) —педагогика һәм психология факультеты, бина үҙенең атамаһын («сусҡа бинаһы») үҙенең ҡыҙғылт төҫөнә алған
- Математика институты (нем. Mathematik-Bau) Пинакотека эргәһендә урынлашҡан. Бында математика, физика, информатика һәм геологиянан лекциялар уҙғарыла
- Инглиз баҡсаһындағы институттар. Бында политология институты (нем. Geschwister-Scholl-Institut), коммуникация кафедраһы, көн-сығышты өйрәнеү кафедралары, информатика кафедраһы, биомолекуляр оптикаһы институты и компьютер лингвистикаһы кафедраһы (нем. Centrum für Informations- und Sprachverarbeitung) урынлашҡан
- Физика факультетының ядро физикаһы и элементар күҙәнәктәр физикаһы бүлектәре Гархинг фәнни ҡаласығында урынлашҡан.
LMU университеты клиникалары
Күренекле профессорҙар
- Теодор Людвиг Вильгельм Бишоф
- Рудольф Вебер
- Теодор Герцог
- Ганс Зедльмайр
- Иоганн Зепп
- Карл Фридрих Марциус
- Франц фон Груйтуйзен
- Альбрехт Унзольд
- Людвиг Клайзен
- Вольфхарт Панненберг
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Рәсми сайты (нем.)