Сулпан: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә Ардах18 Сулпан (планета) битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Сулпан
(айырмалар юҡ)

08:32, 22 февраль 2016 өлгөһө

Сулпан

Венера в естественном цвете
Орбита характеристикалары

Эпоха: J2000.0

Перигелий

107 476 259 км
0,71843270 а. б.

Афелий

108 942 109 км
0,72823128 а. б.

Ҙур ярымкүсәр (a)

108 208 930 км
0,723332 а. б.

Орбитаның эксцентриситеты (e)

0,0068

Әйләнеүҙең сидерик периоды

224,70069 көн

Әйләнеүҙең Синодик периоды

583,92 көн

Орбита тиҙлеге (v)

35,02 км/с

Ауышлығы (i)

3,86° (Ҡояш экваторына ҡарата)

Долгота восходящего узла (Ω)

76,67069°

Перицентр аргументы (ω)

54,85229°

Юлдаштары

юҡ

Физик характеристикалар
Уртаса радиус

6051,8 ± 1,0 км

Өҫлөк майҙаны (S)

4,60·108 км²
0,902 ер

Күләме (V)

9,38·1011 км³
0,857 ер

Массаһы (m)

4,8685·1024 кг
0,815 ер

Уртаса тығыҙлығы (ρ)

5,24 г/см³[1]

Экваторҙа есемдең тотҡарһыҙ төшөүе тиҙлеге (g)

8,87 м/с²
0,904 g

Икенсе космик тиҙлек (v2)

10,46 км/с

Экваторҙа әйләнеү тиҙлеге

6,52 км/сәғ

Әйләнеү периоды (T)

243,023 көн[2]

Күсәр ауышлығы

177,36°

Прямое восхождение северного полюса (α)

18 сәғ 11 мин 2 с
272,76°

Төньяҡ полюс ауышлығы (δ)

67,16°

Альбедо

0,65

Күренгән йондоҙ дәүмәле

−4,7

Мөйөшсә диаметр

9,7″ — 66,0″

Температура
Өҫтөндә

737 К[3][4][5]
(464 °C)

Атмосфера
Атмосфера баҫымы

9,3 МПа

Состав:

~96,5 % углекислый газ
~3,5 % азот
0,015 % көкөрт диоксиды
0,007 % аргон
0,002 % һыу пары
0,0017 % угар газ
0,0012 % гелий
0,0007 % неон
(эҙҙәре) углерод сероксиды
(эҙҙәре) хлороводород
(следы) фтороводород

Сулпан (Зөһрә, рус. Венера) — Ҡояшҡа яҡынлығы буйынса икенсе эске планета. Сулпан да, Меркурий кеүек, астероидтар орбитаһынан эстә ята, шуға уны Ҡояш системаһының эске планетаһы тип атайҙар.

Сулпан күк йөҙөндә яҡтылығы буйынса, Ҡояш һәм Айҙан ҡалышып, өсөнсө урында тора. Сулпан Ҡояш байыр алдынан, йәки Ҡояш сығыр алдынан яҡшы күренә. Шуның өсөн уны Шәреҡ йондоҙо, йәки Сулпан йондоҙо тип атайҙар.

Сулпан Ергә оҡшаған планета тип квалификациялана. Ике планета ла тартылыу көсө, составы буйынса оҡшаш. Әммә ике планетала шарттар ҡырҡа айырыла. Сулпан ҡуйы көкөрт кислотаһы болото менән ҡапланған, был ҡуйы болот Сулпандың йөҙөн ҡарарға бирмәй. Әммә радиотулҡындар ярҙамында Сулпандың рельефын тикшерергә була. Был планетаның атмосфераһы тығыҙ, башлыса углекислый газдан тора. Был Сулпанда углекислый газды биомассаға әйләндерә алырлыҡ органик тормош һәм углерод әйләнеше булмау менән аңлатыла.

Бик борон Сулпан йөҙө бик ҡыҙған һәм Ерҙәге кеүек океандар, урынында сүллек пейзажы ҡалдырып, парға әйләнеп бөткән. Магнит ҡыры көсһөҙ булғанға һыу парҙары Ҡояш еле менән йондоҙ-ара арауыҡҡа таралған.

Атмосфера баҫымы Ерҙәгенән 92 тапҡыр ҙурыраҡ. Сулпан йөҙө вулкан эшмәкәрлеге эҙҙәрен һаҡлай. Сулпанда плиталарҙың тектоник хәрәкәте күҙәтелмәй, был өҫтөндә һыу булмау менән аңлатыла.

Сулпанда атмосфера булыуын 1761 йылдың 6 июнендә М. В. Ломоносов аса.

Әҙәбиәт

  • Короновский Н. Н. Морфология поверхности Венеры // Соросовский образовательный журнал. (рус.)
  • Бурба Г. А. Венера: русская транскрипция названий // Лаборатория сравнительной планетологии ГЕОХИ, май 2005 г. (рус.)

Иҫкәрмәләр

  1. Солнечная система / Ред.-сост. В. Г. Сурдин. — М.: Физматлит, 2008. — С. 126. — 400 с. — ISBN 978-5-9221-0989-5.
  2. Неторопливая Венера, Lenta.ru (17.02.2012).
  3. Williams, David R. Venus Fact Sheet. NASA (15 апрель 2005). Дата обращения: 12 октябрь 2007. Архивировано 21 август 2011 года.
  4. Venus: Facts & Figures. NASA. Дата обращения: 12 апрель 2007. Архивировано 21 август 2011 года.
  5. Space Topics: Compare the Planets: Mercury, Venus, Earth, The Moon, and Mars. Planetary Society. Дата обращения: 12 апрель 2007. Архивировано 21 август 2011 года.

Һылтанмалар

Баязитова У. Ш. Сулпан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.