Шәриғәт: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә робот косметические изменения
ә r2.7.1) (робот үҙгәртте: de:Scharia
31 юл: 31 юл:
[[cs:Šaría]]
[[cs:Šaría]]
[[da:Sharia]]
[[da:Sharia]]
[[de:Schari’a]]
[[de:Scharia]]
[[dv:ޝަރީޢަތް]]
[[dv:ޝަރީޢަތް]]
[[el:Σαρία]]
[[el:Σαρία]]

17:05, 16 март 2011 өлгөһө

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Шәриғәт(ғәрәпсә бойроҡ.күрһәтмә, закондар)-мосолмандарҙың дини ҡанундар йыйылмаһы.Ҡөръәнде өйрәнеү-тәфсир фәнен, ә хәҙистәрҙе өйрәнеү Сөнәне тыуҙырған кеүек, дини әҙәбиәттең ошо ике тармағы нигеҙендә дин белеме теология(Ҡаләм) һәм хоҡуҡ белеме- фикх барлыҡҡа килә. Фикх- дөйөм белеү тигәнде аңлатһа ла, һуңғы осорҙа "дини закондарҙы белеү" мәғәнәһенә тап килә. Хәйер, шәриғәткә дин белеме лә, хоҡуҡ белеме лә туплана, уның өлөштәрен тәшкил итә.

Шәриғәт төп дүрт сығанаҡҡа-Ҡөръәнгә,Сөннәгә, Ижмағҡа һәм Ҡыясҡа нигеҙләнеп эшләнгән. Бына ошо сығанаҡтарҙы өйрәнү һәм файҙаланыуҙа уларҙың ҡайһыһына күберәк өҫтөнлөк бирергә тигән һорау тыуа. Аллаһ исеме менән эшләнгән шәриғәт закондары һәм шул осорҙағы тәҡдимдәр ошоғаса үҙгәрешһеҙ ҡала. Ҡайһы бер мосолман илдәрендә суд-хөкөм эштәрендә уларҙы әле лә иҫәпкә алалар. Шәриғәт әлегәсә йәелк һәм йәнһеҙ мөлкәткә хосуси милекселекте Аллаһ исеме менән законлаштыра. Шәәәриғәттә шулай уҡ намаҙ, тәһәрәт, ураҙа, зәкәт, хаж, һәм йыһат(жихад) турында тулы күрһәтмәләр бар.

Шәриғәт хөкөмдәре

Фикһ китаптарында түбәндәге хөкөмдәрҙе осратырға мөмкин:

  • Фарыз(ғәрәпсә бурыс, мәжбүриәт) эш. Фарыз эште үтәү мәжбүри.
  • Важиб(ғәрәпсә кәрәкле, зарури) эш шулай уҡ мәжбүри
  • Сөннәт( ғәрәпсә ғәҙәт,йола) хуплана торған эш.
  • Мөбах(ғәрәпсә рөхсәт ителгән)
  • Харам(ғәрәпсә тыйылған)
  • Мәкруһ(ғәрәпсә шелтәләнә) торған тыйылған эш.