Микеланджело: өлгөләр араһындағы айырма
Mjbmrbot (фекер алышыу | өлөш) ә r2.7.1) (робот өҫтәне: rue:Мікеланджело |
Mjbmrbot (фекер алышыу | өлөш) ә r2.7.1) (робот өҫтәне: kbd:Микеланджело |
||
133 юл: | 133 юл: | ||
[[kaa:Michelangelo]] |
[[kaa:Michelangelo]] |
||
[[kab:Michelangelo]] |
[[kab:Michelangelo]] |
||
[[kbd:Микеланджело]] |
|||
[[kn:ಮೈಕೆಲ್ಯಾಂಜೆಲೊ]] |
[[kn:ಮೈಕೆಲ್ಯಾಂಜೆಲೊ]] |
||
[[ko:미켈란젤로 부오나로티]] |
[[ko:미켈란젤로 부오나로티]] |
09:25, 22 март 2011 өлгөһө
Микела́нджело Буонарро́ти (Тулы исеме — Микела́нджело де Франче́ско де Нери́ де Миниа́то де́ль Се́ра и Лодо́вико ди Леона́рдо ди Буонарро́ти Симо́ни, (итал. Michelangelo di Francesci di Neri di Miniato del Sera i Lodovico di Leonardo di Buonarroti Simoni); 1475—1564) — италия скульпторы, рәссамы, архитекторы, шағиры, аҡыл эйәһе. Ренессанс дәүеренең оҫтаһы.
Биография
Микеланджело 1475 йылдың 6 мартында Капрезе ҡалаһының советнигы Лодовико Буонарроти ғаиләһендә тыуа. Бала сағы Флоренцияла үтә, һуңынан Сеттиньно ҡалаһына күсәләр.
1488 йылда иң яҡын дуҫы Франческо Граначчи кәңәше буйынса, атаһының ихтиярынан тыш художник Доменико Гирландайоның оҫтаханаһына өйрәнсек булып килә һәм унда бер йыл шөғөлләнә. Бер йылдан һуң, Флоренцияның хужаһы Лоренцо де Медичи ҡурсауында булған, скульптор Бертольдо ди Джованни мәктәбенә күсә.
Медичи Микеланжелоның һәләтле булыуын таный һәм уны яҡлай. Микеланжело бер ни тиклем ваҡыт Медичи һарайында йәшәй. 1492 йылда Мидичи үлгәс Микеланжело өйөнә ҡайта.
1496 йылда кардинал Рафаэлле Риарио Микеланжело мәрмәрҙән эшләгән «Купидон»ды һатып ала һәм художникты Римгә эшкә саҡыра.
Микеланжело 1496 йылда Римдә вафат була. Үлер алдынан үҙенә хас баҫылҡылыҡ менән «Йәнемде аллаға, кәүҙәмде ергә, мөлкәтемде туғандарыма бирәм» тигән васыят ҡалдыра.
Даһи Микеланжело Ренессанс сәнғәтенә генә түгел, артабанғы бөтә донъя мәҙәниәтендә эҙен ҡалдырҙы. Уның эшмәкәрлеге ике ҡала — Флоренция һәм Рим менән бәйләнгән. Был оҫтаның ғәҙәти булмаған нәфислек, күп яҡлы һын, аңлайышлы һәм көслө итеп әүәләп эшләгән һынлы сәнғәтендә һиҙелә. Флоренцияла Микеланжело Яңырыу дәүеренең үлемһеҙ өлгөһө, күп быуаттар буйы кеше һынының эталоны булған — «Давид» статуяһын (1501—1504), Римдә тәүгеләрҙән булып үлгән кешенең кәүҙәләнешен башҡарған «Пьета» (1498—1499) композицияһын әҫәр итә. Әммә үҙенең ғәйәт ҙур ниәттәрен һынлы һүрәттә тормошҡа ашыра. Рим папаһы Юлий II заказы буйынса Сикстин капеллаһының (Ватикандағы сиркәү) түшәмен биҙәй (1508—1512). Донъя яралыу көнөнән алып туфан ҡалҡыу көнөнә тиклем Библия тарихын сағылдырған рәсемдә зоо кеше һыны һүрәтләгән. 1534—1541 йылдарҙа шул уҡ Сикстин капеллаһы стенаһында папа Павел III өсөн драматизм менән тулы «Ҡиямәт көнө» фрескаһын (балсыҡ стенаға төшөрөлгән һүрәт) эшләй. Римдә Изге Петр соборы һәм Капитолия майҙанындағы Микеланжело архитектуралары үҙенең матурлығы һәм бөйөклеге менән таң ҡалдара.
-
Вакх. 1496—1497
-
Давид. 1501—1504
-
Изге Петрҙың аяҡ-ҡулдарын тәрегә ҡағыу. 1542 — 1552
-
Изге Антонийҙы ғазаплау.1487—1489
Билдәле эштәре
- «Давид». Мәрмәр. 1501—1504. Флоренция, Нәфис сәнғэт академияһы.
- Күтәрмә янында Мадонна. Мәрмәр. 1491. Флоренция, Буонарроти музейы.
- Кентаврҙар көрәше. Мәрмәр. 1492. Флоренция, Буонарроти музейы.
- «Пьета». Мәрмәр. 1498—1499. Ватикан, Изге Петр соборы.
- Мадонна йәш бала менән. Мәрмәр. 1501. Брюгге, Нотр-Дам сиркәүе.
- Мадонна Таддеи. Мәрмәр. 1502—1504. Лондон, Сәнғәт академияһы.
- Апостол Матфей. Мәрмәр. 1506. Флоренция, Нәфис сәнғэт академияһы.
- Мадонна Дони. 1503—1504. Флоренция, Уффици галереяһы.
- Мадонна Питти. 1504—1505. Флоренция, Барджелло.
- Моисей. 1515. Рим, Сан Пьетро ин Винколи сиркәүе.
- Медичи төрбәһе. 1542—1545. Рим, Сан Пьетро ин Винколи сиркәүе.
- Үлеп барыусы ҡол. Мәрмәр. 1513. Париж, Лувр.
- Сикстин капеллаһы түшәмен биҙәү. Ватикан.
- Әҙәм яралыуы
- Мадонна. Флоренция, Медичи Капеллаһы. Мәрмәр. 1521—1534.
- Лауренциана китапханаһы. 1524—1534, 1549—1559. Флоренция.
- «Ҡиямәт көнө». Сикстин капеллаһы. 1535—1541. Ватикан.
- Бөгәрләнгән малай. 153—-1534.Санкт-Петербург. Дәүләт Эрмитажы.
- Ҡул-аяҡтары киреп ҡаҙаҡланған Иисус Христос һыны.1497—1498. Испания, Монтсеррат монастыры.
Әҙәбиәт
- В. Д. Дажина Микеланджело. Рисунок в его творчестве. — М.: Искусство, 1987. — 215 с.
- Микеланджело. Поэзия. Письма. Суждения современников / сост. В.Н.Гращенков. — М.: 1983. — 176 с.
- Микеланджело. Жизнь. Творчество / Сост. В. Н. Гращенков; вступительная статья В. Н. Лазарева. — М.: Искусство, 1964.
- Ротенберг Е. И. Микеланджело. — М.: Искусство, 1964. — 180 с.
- Микеланджело и его время / Под ред. Е. И. Ротенберга, Н. М. Чегодаевой. — М.: Искусство, 1978. — 272 с. — 25 000 экз.
- Ирвинг Стоун Муки и радости. — М.: Художественная литература, 1971. — 760 с. — 150 000 экз.
- Wallace, William E. Michelangelo: Skulptur, Malerei, Archtektur. — Köln: DuMont, 1999. (Monte von DuMont)
- Tolnay K. Michelangelo. — Princeton: 1943—1960.
- Gilles Néret Michelangelo. — Köln: Taschen, 1999. — 96 с. — (Basic Art).
- Ромен Роллан «Жизнь Микеланджело»
Һылтанмалар
- на artcyclopedia.com
- на wga.hu
- Жизнь и творчество, коротко
- Жизнеописание Микеланджело Буонарроти
- Поэзия Микеланджело в переводе А. М. Эфроса
- Жизнь и творчество
- Art Gallery — Микеланджело
- Микеланджело, Zoomable Paintings
- Микеланджело’s Paintings
- В архивах Ватикана найдена последняя работа Микеланджело (рус.)