Булгаков Михаил Афанасьевич: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
19 юл: 19 юл:
1925 йылда Любовь Евгеньевна Белозерскаяға (1895—1987) өйләнә.
1925 йылда Любовь Евгеньевна Белозерскаяға (1895—1987) өйләнә.


1926 йылдың октябрендә уның МХАТта ҡуйыла башлаған «Дни Турбиных» тигән спектакле ҙур уңыш ҡаҙана. Сталин уны 14 тапҡыр ҡарай. Ошо ваҡытта газета, журнал биттәрендә Булгаковтың ижадын тәнҡитләүсе мәҡәләләр күбәйә, тәнҡитселәр араһында Маяковский ҙа була.
1926 йылдың октябрендә уның МХАТта ҡуйыла башлаған «Турбиндарҙың көндәре» тигән спектакле ҙур уңыш ҡаҙана. Сталин уны 14 тапҡыр ҡарай. Ошо ваҡытта газета, журнал биттәрендә Булгаковтың ижадын тәнҡитләүсе мәҡәләләр күбәйә, тәнҡитселәр араһында Маяковский ҙа була.


1926 йылдың октябрь аҙағында Вахтангов ис. Театрҙа ла М. А. Булгаковтың «Зойкина квартира» исемле спектакль премьераһы ҙур уңыш менән үтә. 1928 йылда Мәскәүҙә уның «Багровый остров» спектакленең премьераһы ҡуйыла.
1926 йылдың октябрь аҙағында Вахтангов ис. Театрҙа ла М. А. Булгаковтың «Зойканың фатиры» исемле спектакль премьераһы ҙур уңыш менән үтә. 1928 йылда Мәскәүҙә уның «Ҡыҙыл утрау» спектакленең премьераһы ҡуйыла.


1932 йылда Булгаков Елена Сергеевна Шиловаға өйләнә.
1932 йылда Булгаков Елена Сергеевна Шиловаға өйләнә.
29 юл: 29 юл:
1930 йылда ул ТРАМда (Эшсе йәштәрҙең үҙәк театры) режиссер булып эшләй. 1930 - 1936 йылдарҙа — МХАТта режиссёрҙың ассистенты булып эшләй.
1930 йылда ул ТРАМда (Эшсе йәштәрҙең үҙәк театры) режиссер булып эшләй. 1930 - 1936 йылдарҙа — МХАТта режиссёрҙың ассистенты булып эшләй.


1932 йылда МХАТ сәхнәһендә Николай Гоголдең «Мёртвые души» спектакле ҡуйыла, уның сценарийын Булгаков яҙған була.
1932 йылда МХАТ сәхнәһендә Николай Гоголдең «Үлек йәндәр» спектакле ҡуйыла, уның сценарийын Булгаков яҙған була.


1934 йылдың июлендә Булгаков Совет яҙыусыларының союзына алына.
1934 йылдың июлендә Булгаков Совет яҙыусыларының союзына алына.

07:40, 26 март 2016 өлгөһө

Михаи́л Афана́сьевич Булга́ков (3 май [15 май 1891, Киев, Рәсәй империяһы — 10 март 1940, Мәскәү, СССР) — рус яҙыусыһы, драматург, театр режиссёры һәм актёры. Повестәр, хикәйәләр, фельетондар, пьесалар, инсценировкалар, киносценарийҙар, опера либреттолары авторы.

Михаил Булгаков 1891 йылдың 3 (15) майында Киев дини академияһы доценты (1902 йылдан — профессор) Афанасий Иванович Булгаков (1859—1907) һәм уның ҡатыны Варвара Михайловна (ҡыҙ фамилияһы — Покровская) (1869—1922) ғаиләһендә тыуған. Улар был ваҡытта Киев ҡалаһында йәшәгәндәр.

1909 йылда Михаил Булгаков, Беренсе Киев гимназияһын тамамлағас, Киев университетының медицина факультетына уҡырға инә һәм 7 йыл уҡығандан һуң 1916 йылдың 31 октябрендә лекарь дипломы ала.

1913 йылда М. Булгаков Татьяна Лаппаға (1892 – 1982) өйләнә.

Беренсе донъя һуғышы башланғас, М. Булгаков бер нисә ай фронтҡа яҡын зонала эшләй. Бер аҙҙан уны Смоленск губернаһының Никольское ауылына эшкә ебәрәләр, унан һуң ул Вязьмала врач булып эшләй.

1918 йылда М. Булгаков Киевҡа ҡайтып, врач-венеролог булып эшләй.

Граждандар һуғышы башланғас, 1919 йылдың февралендә М. Булгаков Украина Халыҡ Респуликаһы армияһына хәрби врач булып алына. Һуңынан аҡтарҙың ғәскәрҙәрендә лә, Ҡыҙыл Креста ла врач булып эшләй. Аҡтар сигенгәндә тиф менән сирләгән сағы була, шуға илде ташлап сығып китә алмай. Терелгәс, беренсе драма әҫәрҙәрен яҙа башлай.

1921 йылда Мәскәүгә йәшәргә күсә һәм актив яҙыша башлай.

1923 йылда Бөтә Рәсәй яҙыусылары Союзының ағзаһы булып китә.

1925 йылда Любовь Евгеньевна Белозерскаяға (1895—1987) өйләнә.

1926 йылдың октябрендә уның МХАТта ҡуйыла башлаған «Турбиндарҙың көндәре» тигән спектакле ҙур уңыш ҡаҙана. Сталин уны 14 тапҡыр ҡарай. Ошо ваҡытта газета, журнал биттәрендә Булгаковтың ижадын тәнҡитләүсе мәҡәләләр күбәйә, тәнҡитселәр араһында Маяковский ҙа була.

1926 йылдың октябрь аҙағында Вахтангов ис. Театрҙа ла М. А. Булгаковтың «Зойканың фатиры» исемле спектакль премьераһы ҙур уңыш менән үтә. 1928 йылда Мәскәүҙә уның «Ҡыҙыл утрау» спектакленең премьераһы ҡуйыла.

1932 йылда Булгаков Елена Сергеевна Шиловаға өйләнә.

1930 йылдан башлап Булгаковтың әҫәрҙәрен баҫмай башлайҙар, спектаклдәре репертуарҙарҙан алынып ташлана. 1930 йылдың 28 мартында Булгаков СССР хөкүмәтенә хат менән мөрәжәғәт итә, был хатта ул йә уға МХАТта эшләргә мөмкинлек биреүҙәрен, йә эмиграцияға китергә рөхсәт итеүҙәрен һорай. 1930 йылдың 30 апрелендә Булгаковҡа Сталин шылтырата һәм юлбашсы уға МХАТҡа эшкә барырға кәңәш бирә.

1930 йылда ул ТРАМда (Эшсе йәштәрҙең үҙәк театры) режиссер булып эшләй. 1930 - 1936 йылдарҙа — МХАТта режиссёрҙың ассистенты булып эшләй.

1932 йылда МХАТ сәхнәһендә Николай Гоголдең «Үлек йәндәр» спектакле ҡуйыла, уның сценарийын Булгаков яҙған була.

1934 йылдың июлендә Булгаков Совет яҙыусыларының союзына алына.

1936 йылда Булгаков МХАТтан китә һәм Большой театрҙа либреттист һәм тәржемәсе булып эшләй башлай.

1939 йылда Булгаковтың һаулығы ныҡ насарая башлай.

1940 йылдың 10 мартында Михаил Афанасьевич Булгаков вафат була һәм Новодевичье зыяратына ҡуйыла.