Тәгәрлек: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
62 юл: 62 юл:
Ҡыҙғылт һәм ҡара төрткөләр менән сыбарланған 4 бөртөк йәшкелт һәмһарғылт-көрән йомортҡа һала.
Ҡыҙғылт һәм ҡара төрткөләр менән сыбарланған 4 бөртөк йәшкелт һәмһарғылт-көрән йомортҡа һала.


[[Категория:Башҡортостан ҡоштар]]
[[Категория:Башҡортостан ҡоштары]]
[[Категория:Ҡоштар]]
[[Категория:Ҡоштар]]



11:49, 13 апрель 2011 өлгөһө

Ҡоштар

Тәгәрлек
Хайуандар донъяһы
Тип Хордалылар
Класс Ҡоштар
Отряд Ржанка һымаҡтар


Тәгәрлек (Vanellus vanellus, урыҫ. чибиц йәки пигалица) – ржанка һымаҡтар ғаиләһендәге ҙур булмаған (өйрәктән бәләкәйерәк) һаҙ ҡошо. Башында оҙон ҡара ҡауырһын супайы, һырты менән түше йәшкелт төҫтә була. Түбәһе, муйынының алғы яғы, түшенең алғы өлөшө, ҡойроҡ төбө аҡ. Ҡыш көнө ҡаурыйҙары күберәк аҡ төҫтә була.

Был ҡош һауала төрлө хәрәкәттәр яһап, баш түбән дә әйләнеп китеп осҡан өсөн Башҡортостанда тәгәрлек, тәгәрләүек, кеҙгет тип тә йөрөтәләр. Башындағы оҙон ҡара ҡаурһындарын бер күтәреп, бер төшөрөп йөрөй.

Бөжәктәр, ямғыр селәүсене, ҡусҡар, үлән орлоҡтары менән туҡлана.

Тәгәрлек Атлантик океандан Тын океанға тиклем таралған.

Күсмә ҡош. Урта диңгеҙ бассейнында, Кесе Азияла, Төньяҡ Һиндостан, Ҡытай һәм Японияла ҡышлау урыны.

Ояһын, ғәҙәттә, ерҙә ҡора.

Ҡыҙғылт һәм ҡара төрткөләр менән сыбарланған 4 бөртөк йәшкелт һәмһарғылт-көрән йомортҡа һала.