Солтанов Абдулла Афзал улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә →‎Иҫкәрмәләр: clean up using AWB
52 юл: 52 юл:


[[Категория:Ҡурайсылар]]
[[Категория:Ҡурайсылар]]
[[Категория:БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре]]
[[Категория:Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре]]
[[Категория:Башҡорт йырсылары]]
[[Категория:Башҡорт йырсылары]]

08:41, 21 май 2016 өлгөһө

Абдулла Солтанов
Исеме

Абдулла Афзал улы Солтанов

Тыуған

25 сентябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (95 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Тамьян-Ҡатай кантоны, Ҡобағош ауылы[1]

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

йырсы

Инструменттар

ҡурай

Наградалар
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Абдулла Афзал улы Солтанов (25 сентябрь 1928) — үҙешмәкәр башҡорт йырсыһы һәм ҡурайсы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992).

Биографияһы

Солтанов Абдулла Афзал улы 1928 йылдың 25 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Ҡобағош ауылында тыуған. Хеҙмәт йылдары тулыһынса тыуған ауылында үтә, ул башта Ленин исемендәге колхозда, аҙаҡтан «Байрамғол» совхозында малсы (йылҡы һәм һарыҡ көтөүсеһе) булып эшләй.

Ижади эшмәкәрлеге

Ғәжәйеп матур тауышлы, моңло йырлай, йәш сағынан төрлө кимәлдәге үҙешмәкәр концерттарҙа әүҙем ҡатнаша.

Абдулла Солтановтың репертуарында 60-тан ашыу оҙон көйлө тарихи башҡорт халыҡ йыры: «Урал», «Буранбай», «Йәмәлекәй тауы», «Уйыл», «Сибай», «Ғайса ахун», «Илсе ғайса», «Бейеш», «Әрме», «Ҡаһым түрә», «Шәүрә», «Сәлимәкәй», «Томан», «Ғилмияза» һәм башҡалар бар. Һамар, Ульяновск, Мәскәү сәхнәләрендә, Германия, Португалия һәм яҡын сит илдәрҙең ҡалаларында сығыш яһаған. Солтанов башҡарған күп кенә башҡорт халыҡ йырҙарының яҙмалары «Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы», Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор кабинеты, Өфө дәүләт сәнгәт институты, ҡайһы берҙәре шулай уҡ «Останкино» Телерадиокомпанияһы һәм Мәскәүҙәге Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка педагогия институтының фондтарында һаҡлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр