Мөрсәлим: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
95 юл: 95 юл:
=== Ҡалмаҡҡол ауылының XIX быуат уртаһынан артабанғы үҫеше ===
=== Ҡалмаҡҡол ауылының XIX быуат уртаһынан артабанғы үҫеше ===


Ҡалмаҡҡолда йәшәүселәрҙең хужалыҡ эшмәкәрлегенә туҡталайыҡ. 1842 йылда 126 кешегә 20 сирек ужым һәм 182 сирек яҙғы икмәк сәселгән. Шул уҡ кешенән торған 21 йортта 262 ат, 132 һыйыр, 107 һарыҡ һәм 30 кәзә аҫырағандар. Ҡайһы берҙәре 13 солоҡ ҡараған. Ҡалмаҡҡол тураһында түбәндәге мәғлүмәт бөгөн ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. "Ауыл 55 йорттан тора. 1890 йылдан биләмәләр 128 йән башына 12 йылға бирелгән. Биләмәләрҙе алғас, урмандың бер өлөшө һөрөнтө ер өсөн, икенсе өлөшө мал утлауы өсөн ҡулланыла. Сәсеү әйләнеше ҡалдау йәиһә тупраҡтың уңдырышлылығын аяҡҡа баҫтырыу өсөн оҙаҡ ваҡыттар эшкәртмәй ятҡырыу, бер баҫыу - сикләү юҡ; Нәсибаш улусы халҡы ғәҙәттә 3-4 йылдан һуң бүлемен ташлай һәм йәнәш ятҡан бесәнлеген һөрә. Башлыса арыш һәм һоло сәселә. Һабан менән һөрәләр. Иң яҡшы уңыш: арыштың сәселгән 9 ботонан — бер дисәтинәгә 80 бот, һолоноң бер дисәтинәгә сәселгән 15 ботонан — 100 бот, бойҙайҙың 12 ботонан — 70 бот. Көтөүлектәр (мал утлауҙары) 312 дисәтинә ерҙе биләй, һәм унда 400 баш мал йәй буйы утлай. Көтөү шулай уҡ ҡамылда йөрөтөлә; утлаулыҡтар өлөшләтә ырҙын һәм йәшелсә баҡсалары өсөн бүленгән (10 дисәтинәгә яҡыны). Утлаулыҡтар араһынан Мәсе-йылға һәм Оло ер йылғаһы аға. Урман менән иркен, бүлешеп тормай, тик ҡоро-һары, сыбыҡ-сабыҡ, лапы көйө, файҙаланалар. Халыҡ биләмәләрҙе ҡортомға алмай. Ҡалмаҡҡол ауылы йәмғиәте 128 дисәтинә ерҙе йылына 126 һум менән, 30 дисәтинә һөрөнтө ерҙе йылына 30 һум менән 6 йылға оҙайлы ҡортомға бирә. Шулай уҡ, ике дисәтинә тирмән урыны йылына 12 һум менән 12 йылға ҡортомға бирелә. Ауылда ике аҙыҡ-түлек (бакалея) кибете бар. Ҡыш көнө 20 йорт хужаһы утын киҫеү һәм ташыу менән һәм руда ташыу менән шөғөлләнә. Утынды Балашев ҡалаһы рудниктарына, ә руданы - "Вязовая" (Ҡарамалы йылғаһында ултырған) станцияһына ташыйҙар. 2 аты менән ташыған эшсе бер ҡышта 25 һум аҡса эшләй. Икмәкте халыҡ Йүрүҙән заводында һата<ref>Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. – 144-145 с.</ref>.
Ҡалмаҡҡолда йәшәүселәрҙең хужалыҡ эшмәкәрлегенә туҡталайыҡ. 1842 йылда 126 кешегә 20 сирек ужым һәм 182 сирек яҙғы икмәк сәселгән. Шул уҡ кешенән торған 21 йортта 262 ат, 132 һыйыр, 107 һарыҡ һәм 30 кәзә аҫырағандар. Ҡайһы берҙәре 13 солоҡ ҡараған. Ҡалмаҡҡол тураһында түбәндәге мәғлүмәт бөгөн ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Ауыл 55 йорттан тора. 1890 йылдан биләмәләр 128 йән башына 12 йылға бирелгән. Биләмәләрҙе алғас, урмандың бер өлөшө һөрөнтө ер өсөн, икенсе өлөшө мал утлауы өсөн ҡулланыла. Сәсеү әйләнеше ҡалдау йәиһә тупраҡтың уңдырышлылығын аяҡҡа баҫтырыу өсөн оҙаҡ ваҡыттар эшкәртмәй ятҡырыу, бер баҫыу — сикләү юҡ; Нәсибаш улусы халҡы ғәҙәттә 3-4 йылдан һуң бүлемен ташлай һәм йәнәш ятҡан бесәнлеген һөрә. Башлыса арыш һәм һоло сәселә. Һабан менән һөрәләр. Иң яҡшы уңыш: арыштың сәселгән 9 ботонан — бер дисәтинәгә 80 бот, һолоноң бер дисәтинәгә сәселгән 15 ботонан — 100 бот, бойҙайҙың 12 ботонан — 70 бот. Көтөүлектәр (мал утлауҙары) 312 дисәтинә ерҙе биләй, һәм унда 400 баш мал йәй буйы утлай. Көтөү шулай уҡ ҡамылда йөрөтөлә; утлаулыҡтар өлөшләтә ырҙын һәм йәшелсә баҡсалары өсөн бүленгән (10 дисәтинәгә яҡыны). Утлаулыҡтар араһынан Мәсе-йылға һәм Оло ер йылғаһы аға. Урман менән иркен, бүлешеп тормай, тик ҡоро-һары, сыбыҡ-сабыҡ, лапы көйө, файҙаланалар. Халыҡ биләмәләрҙе ҡортомға алмай. Ҡалмаҡҡол ауылы йәмғиәте 128 дисәтинә ерҙе йылына 126 һум менән, 30 дисәтинә һөрөнтө ерҙе йылына 30 һум менән 6 йылға оҙайлы ҡортомға бирә. Шулай уҡ, ике дисәтинә тирмән урыны йылына 12 һум менән 12 йылға ҡортомға бирелә. Ауылда ике аҙыҡ-түлек (бакалея) кибете бар. Ҡыш көнө 20 йорт хужаһы утын киҫеү һәм ташыу менән һәм руда ташыу менән шөғөлләнә. Утынды Балашев ҡалаһы рудниктарына, ә руданы — «Вязовая» (Ҡарамалы йылғаһында ултырған) станцияһына ташыйҙар. 2 аты менән ташыған эшсе бер ҡышта 25 һум аҡса эшләй. Икмәкте халыҡ Йүрүҙән заводында һата<ref>Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. — 144—145 с.</ref>.


== Халыҡ һаны ==
== Халыҡ һаны ==

20:19, 12 июнь 2016 өлгөһө

Ауыл
Мөрсәлим
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Салауат районы

Координаталар

55°02′18″ с. ш. 58°33′52″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 247 847 001

ОКТМО коды

80 647 447 101

ГКГН номеры

0800244

Мөрсәлим (Рәсәй)
Мөрсәлим
Мөрсәлим
Мөрсәлим (Башҡортостан Республикаһы)
Мөрсәлим

Мөрсәлим (Ҡалмаҡҡол) (рус. Мурсалимкино) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 2203 кеше[1]. Почта индексы — 452485, ОКАТО коды — 80247847001.

Ҡыуаҡан ҡәбиләһе Түбәләҫ ырыуы аралары (нәҫелдәре) =

Башҡорт Илсекәйендә: ҺунбыҡТәүешТимерәкҠыуыҡҺарүҙәкАлмас[2] ; Тирмәндә: БараҡСөмәйҠалмаҡ суғыҠырғыҙЙомайТалаҡЙәнурыҫТуҫтаҡТуғыҙСөсәйБаҙраҡҠыртмыш. • Эт; Ҡалмаҡҡолда: • Сөсәй • [[]] Урмансыла: АҡбалтаМырҙашАушанМанғолҠырғыҙҮзбәкБәләкәй баштарНамаҙбаевтврТәүеш; Сүрәкәйҙә: АҡтамаҡҠыуаҡанӨрөстәнҠаһашМөһәшСөмәйҠырғыҙ[3]; Ҡарағолда: ӘжембәтИшембәтСөсәйАлмас • [[]] • [[]][4]

Тарихы

1726 йылда Түбәләҫ улусы 171 ир-егете булған 57 йорттан торған. 1816 йылда 359 ир-ат йән башына 41596 дисәтинә ер (шуның эсендә һөрөнтө ерҙәр — 517, бесәнлектәр — 8000, урман — 30196, уңайһыҙ ерҙәр — 1867 дисәтинә) тура килгән. Уларҙың аҫаба ерҙәрендә килмешәктәр (припущенник) булмаған.

"Ҡалмаҡҡол ауылы, XX быуаттың 20 йылдарында БАССР-ҙың Мәсәғүт кантонына ҡараған шул уҡ атамалы улус үҙәге булып китһә лә, алдағы XVIII-XIX быуаттарҙа, ул аҡрын үҫешкән. 1795 йылда, мәҫәлән, 13 йортта 84 кеше йәшәһә, 1816 йылда шул уҡ йортта 4 кешегә кәмерәк халыҡ йәшәгән. 1859 йылда инде 31 йортта 200 кеше, ә 1920 йылда 78 йортта 380 кеше булған",- тигән мәғлүмәт бирә беҙгә Әнүәр Әсфәндийәров.

Ауылға нигеҙ һалыусы тип, 1740 йылғы ихтилалда ҡатнашҡан, әммә батша хөкүмәте яғына сыҡҡан, һуңынан, 1777-1778 йылдарҙа, Түбәләҫ һәм бер үк ваҡытта Шайтан-Көҙәй улустары старшинаһы вазифаһын башҡарған общинаның билдәле вәкиле Ҡалмаҡҡол Килтәйев (Килтәков?) (Калтыков, Кяльтиков, Кельтеев)[5]. Ул күрше заводтар хужаларына ер һатыуҙа ла бик әүҙем ҡатнашҡан [6].

Уның улы Мөрсәлим Ҡалмаҡҡолов (1746-1814), 1787 йылғы ейәне, Мөрсәлимдең өлкән улы, Ҡунаҡкилде (Ҡунаҡкилденең улдары Мөхәмәтша, Мөхәмәтшәриф), 1796 йылғы икенсе улы Хисаметдин Мөрсәлимов 8 ауылды үҙ эсенә алған Түбәләҫ улусының 2-се йорто старшинаһы вазифаһын башҡарғандар. Мөрсәлимдең тағы ла Әбделхалиҡ, Әбделнасир, Әбләис, Сиражетдин исемле улдары булған[7].

XIX быуат аҙағында Рәсәйҙә Транс-Себер магистрале төҙөлгән, Ҡалмаҡҡол ауылы эргәһенән Һамар - Златоуст суйын юлы һалынған. Ҡалмаҡҡолдан 2 саҡрымда урынлашҡан Мөрсәлим утары урынында, 1920 йылда ике генә йорттан торған ерҙә, 5 йыл эсендә 24 йорттан торған урыҫ милләтле Мөрсәлим тимер юл станцияһы барлыҡҡа килгән [8].

XX быуаттың 90-сы йылдарына тиклем Ҡалмаҡҡол ауылдың рәсми атамаһы булып ҡалды - Ҡалмаҡҡол ауыл советы биш ауылды берләштерҙе, Ҡалмаҡҡол урта мәктәбе эшләне. Шулай итеп, аҡрынлап, тарихи башҡорт ауылы Ҡалмаҡҡол урыҫлашҡан ҡатнаш милләтле Мөрсәлим ауылына әүерелде.

1773 − 1774 йылдарҙағы ихтилал осоронда

Салауат Юлаев, Крәҫтиәндәр һуғышы башланыу менән, башҡорт яугирҙарын Пугачёв ғәскәренә ҡушҡанын барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Урындағы риүәйәттәрҙә әйтелгәнсә, үҫмер Салауат Түбәләҫ һабантуйҙарына килеп (сөнки ул ваҡытта Йүрүҙәнде хәҙерге Иҙрис ауылы янында кисеп сығып, Башташ тау тауы итәгенән тура 17 саҡрым араны һыбай үтерлек юл булған), Мырҙаш батыр менән көрәшеп йөрөгән. Был турала уҡытыусы, крайҙы өйрәнеүсе Абдуллина "Салауат батыр ир ине" тигән тамаша сценарийы ла яҙҙы [9]. 1765 йылдан бирле Себер юлы Түбәләҫ ырыуының старшинаһы вазифаһын башҡарған Ҡалмаҡҡол ир-егете Собханғол Килтәков (1720-1774) командаһында 1773 йылда 91 йорт булған. "Салауат Юлаев" энциклопедияһында (345 б.) Собханғол Килтәков Пугачёв ихтилалында ҡатнашҡан, полковник, тип аңлатма бирелә.

1773 йылдың декабрь урталарында 25 башҡорт егете менән И. С. Кузнецов отрядына ҡушылған. Златоуст, Ҡатау-Тамаҡ, Һатҡы заводтарында урындағы үҙидара органдарын ойоштороуҙа, Бердский баш күтәреү үҙәгенә пушка, ҡорал, һуғыш кәрәк-яраҡтары, аҡса оҙатыуҙа ҡатнашҡан. 1774 йылдың ғинуар башында 50 яугиры менән Салауат отряды сафтарында Красноуфимскиҙы, 23-24 ғинуарҙа Көнгөрҙө алыуҙа ҡатнашҡан. Cура Рәсүлев етәкселегендәге башҡорт атлылары сигенгән саҡта атаман И. Н. Зарубиндың секретары И. И. Суконников уны әсирлеккә алған. 4 февралдә Пермь провинциаль канцелярияһында Собханғол Килтәковтан һорау алғандар. Генерал-аншеф А. И. Бибиков ҡушыуы буйынса Көнгөрҙә аҫып үлтерелә. Собханғол Килтәковтың һәләк булғанын ишетеп белгән Салауат Юлаев, 1775 йылдың 25 феврвалендә Йәшерен экспедицияның Мәскәү бүлексәһендә һәм 5 майында Өфө провинциаль канцелярияһында унан һорау алғанда, үҙ хәлен бер аҙ еңеләйтеү маҡсатында, 1774 йылдағы Красноуфимск ваҡиғаларына мине Собханғол Килтәков ылыҡтырҙы,

тип яуаплылыҡты ситләштерергә тырышып ҡараған. Килтәковҡа полковник дәрәжәһен дә Себер юлында отряд туплаған И.Н. Грязнов бирҙе, тип белдергән Салауат Юлаев... [10]

Ҡалмаҡҡолдарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы

VII рәүиз материалдарынан (1816 йыл) билдәле булыуынса, Ҡалмаҡҡол ауылы 4-се Башҡорт кантоны составында булған.

Мөрсәлим Ҡалмаҡҡолов (1748 – 1814) - йорт старшинаһы тиелгән. Әммә рәүиз алған ваҡытҡа уның үлгәнлеге күренә, һәм, датаһына ҡараһаң, яу яланында башын һалғанға оҡшаған. Ғәбделхалиҡ Мөрсәлимов (1772 - ) – старшина ярҙамсыһы, Ғәббделнасыр Арыҫланғолов (1773 - ) - илле башы, Әбделнасыр Мөрсәлимов (1780 - ) - йорт старшинаһы, был бабайҙар, йәштәре буйынса, Ватан һуғышында ҡатнашырлыҡтар, Арыҫланғоловтың хәрби чины ла бар. Ҡунаҡкилде Мөрсәлимов та ( 1787 - ) ғәскәри хеҙмәткә алынырлыҡ йәштә булған. Ул һуғыштан һуң йорт старшинаһы вазифаһын да башҡарғаны күренә.

Һуңғылары походтан тере ҡайтҡан тип дәлилләйек, ти. Тимәк, беҙ әлегә фараз ғына төҙөйбөҙ. Киләсәктә был мәғлүмәт үҙенең тикшеренеүселәрен көтә. Хисамитдин Мөрсәлимов (1796 - ) - старшина ярҙамсыһы тиелгән, уға 20 генә йәш. Әлбиттә Ватан һуғышында ҡатнашҡан, тип бәхәсләшеп булмай.

Ҡалмаҡҡол ауылының XIX быуат уртаһынан артабанғы үҫеше

Ҡалмаҡҡолда йәшәүселәрҙең хужалыҡ эшмәкәрлегенә туҡталайыҡ. 1842 йылда 126 кешегә 20 сирек ужым һәм 182 сирек яҙғы икмәк сәселгән. Шул уҡ кешенән торған 21 йортта 262 ат, 132 һыйыр, 107 һарыҡ һәм 30 кәзә аҫырағандар. Ҡайһы берҙәре 13 солоҡ ҡараған. Ҡалмаҡҡол тураһында түбәндәге мәғлүмәт бөгөн ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Ауыл 55 йорттан тора. 1890 йылдан биләмәләр 128 йән башына 12 йылға бирелгән. Биләмәләрҙе алғас, урмандың бер өлөшө һөрөнтө ер өсөн, икенсе өлөшө мал утлауы өсөн ҡулланыла. Сәсеү әйләнеше ҡалдау йәиһә тупраҡтың уңдырышлылығын аяҡҡа баҫтырыу өсөн оҙаҡ ваҡыттар эшкәртмәй ятҡырыу, бер баҫыу — сикләү юҡ; Нәсибаш улусы халҡы ғәҙәттә 3-4 йылдан һуң бүлемен ташлай һәм йәнәш ятҡан бесәнлеген һөрә. Башлыса арыш һәм һоло сәселә. Һабан менән һөрәләр. Иң яҡшы уңыш: арыштың сәселгән 9 ботонан — бер дисәтинәгә 80 бот, һолоноң бер дисәтинәгә сәселгән 15 ботонан — 100 бот, бойҙайҙың 12 ботонан — 70 бот. Көтөүлектәр (мал утлауҙары) 312 дисәтинә ерҙе биләй, һәм унда 400 баш мал йәй буйы утлай. Көтөү шулай уҡ ҡамылда йөрөтөлә; утлаулыҡтар өлөшләтә ырҙын һәм йәшелсә баҡсалары өсөн бүленгән (10 дисәтинәгә яҡыны). Утлаулыҡтар араһынан Мәсе-йылға һәм Оло ер йылғаһы аға. Урман менән иркен, бүлешеп тормай, тик ҡоро-һары, сыбыҡ-сабыҡ, лапы көйө, файҙаланалар. Халыҡ биләмәләрҙе ҡортомға алмай. Ҡалмаҡҡол ауылы йәмғиәте 128 дисәтинә ерҙе йылына 126 һум менән, 30 дисәтинә һөрөнтө ерҙе йылына 30 һум менән 6 йылға оҙайлы ҡортомға бирә. Шулай уҡ, ике дисәтинә тирмән урыны йылына 12 һум менән 12 йылға ҡортомға бирелә. Ауылда ике аҙыҡ-түлек (бакалея) кибете бар. Ҡыш көнө 20 йорт хужаһы утын киҫеү һәм ташыу менән һәм руда ташыу менән шөғөлләнә. Утынды Балашев ҡалаһы рудниктарына, ә руданы — «Вязовая» (Ҡарамалы йылғаһында ултырған) станцияһына ташыйҙар. 2 аты менән ташыған эшсе бер ҡышта 25 һум аҡса эшләй. Икмәкте халыҡ Йүрүҙән заводында һата[11].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 2203 1027 1176 46,6 53,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 50 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мөрсәлим): 1 км

Мөрсәлим ауылы һәм уның халҡы матбуғат биттәрендә

Әҙәбиәт

  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI-XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991
  • И. М. Гвоздикова. Салават Юлаев. Следственные материалы. Уфа, 1974
  • Салават Юлаев (энциклопедия). Уфа: Научное издательство "Башкирская энциклопедия", 2004, с. 345

Сығанаҡтар

Мөрсәлим // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Һылтанмалар

Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. – 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.) История деревни Калмакуловово (Мурсалимкино)

Иҫкәрмәләр

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. полевые записи краеведа М. Ф. Абдуллиной
  3. А. А. Камалов, Ф. У. Камалова «Атайсал», Өфө, Китап, 2001, 285-се б.
  4. полевые записи краеведа М. Ф. Абдуллиной
  5. фамилияһы рәүиз материалында шулай боҙоп яҙылған
  6. МИБ.ч.1, с.396; т.4, ч.1, С.III? 259; т.5, с.64, 66, 70. А.З.Асфандияров: Основателем деревни Р.Вахитов считает её жителяКалмаккула Каракучукова, что не подтверждается источниками
  7. ЦГИА РБ. Ф.138. Оп.2 Д.745, 468
  8. Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. – 144-145 с.
  9. Абдуллина М. Ф.Салауат батыр ир ине. Тамаша, 2001, 3-сө һаны
  10. Салауат Юлаев (энциклопедия). Уфа: Научное издательство "Башкирская энциклопедия", 2004
  11. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001. — 144—145 с.