Абдуллин Сөләймән Әйүп улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
категория
7 юл: 7 юл:
|Полное имя = Абдуллин Сөләймән Әйүп улы
|Полное имя = Абдуллин Сөләймән Әйүп улы
|Дата рождения = 15.8.1928
|Дата рождения = 15.8.1928
|Место рождения = [[Үтәғол]] ауылы, {{МестоРождения|Ейәнсура районы|Ейәнсура районы}} БАССР, [[РСФСР]], СССР
|Место рождения = [[Үтәғол]] ауылы, {{МестоРождения|Ейәнсура районы|Ейәнсура районында}} БАССР, [[РСФСР]], СССР
|Дата смерти = 11.03.2002
|Дата смерти = 11.03.2002
|Место смерти = г. ӨФӨ
|Место смерти = г. ӨФӨ
85 юл: 85 юл:
Шәкүр Р. Ыласындар оса, ай, һауала... //Сыңрау торналар иле. Өфө, 1996.
Шәкүр Р. Ыласындар оса, ай, һауала... //Сыңрау торналар иле. Өфө, 1996.


[[Категория:Певцы и певицы СССР]]
[[Категория:СССР йырсылары]]
[[Категория:Башҡорт АССР-ның халыҡ артистары]]
[[Категория:Башҡорт АССР-ының халыҡ артистары]]
[[Категория: Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артистары]]
[[Категория:Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артистары]]
[[Категория:Персоналии:Башҡорт дәүләт филармонияһы]]
[[Категория:Шәхестәр:Башҡорт дәүләт филармонияһы]]
[[Категория: Башҡорт йырсылары]]
[[Категория: Башҡорт йырсылары]]

17:34, 16 август 2016 өлгөһө

Сөләймән Абдуллин
Абдуллин Сөләймән Әйүп улы
Тулы исеме

Абдуллин Сөләймән Әйүп улы

Тыуған

15 август 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Үтәғол ауылы, Ейәнсура районы БАССР, РСФСР, СССР

Үлгән

11 март 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (73 йәш)

Үлгән урыны

г. ӨФӨ

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

йырсы

Абдуллин Сөләймән Әйүп улы (15 август 1928 — 11 март 2002 йыл, Өфө) — башҡорт халыҡ йырсыһы һәм Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисы (1986).


Биография

Абдуллин Сөләймән Әйүп улы 1928 йылдың 15 августында Башкортостан Республикаһы Ейәнсура районының Үтәғол ауылында тыуған.

Сәхнәгә башҡорт халыҡ йырҙарын башлап алып сығыусыларҙың береһе. Бөтә ғүмерен ошо эшкә арнап, халыҡ йырҙарын башҡарыусылар быуынына башланғыс һалыусы, юл ярыусы шәхес.

Ижади юлы "Ҡаҫмарт буйы" йыры менән башланып китә. 1948 йылда Өфөгә килеп, радио аша ошо тыуған еренә арналған йырҙы башҡарып, атаһының һуғышҡа китер алдынан әйтеп ҡалдырған аманатын үтәй.

Лирик тенорға эйә булға көслө тауышлы егетте(микрофонһыҙ ҙа йырлай алған) Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡыралар.

26 йыл филармонияла солист һәм концерт бригадаһының алыштырғыһыҙ етәксеһе була.Тиҙ арала халыҡ ихтирамын яулап данлыҡлы йырсы булып китә.

1986 йылда "Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисы" исеме бирелә.1992 йылдан алып Ейәнсура районында Сөләймән Абдуллин призына халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһе үҙғарыла.

Репертуары

Репертуарында алтмыштан артыҡ халыҡ йырҙары була. Шулар иҫәбендә "Мәҙинәкәй", "Зәлифәкәй", "Әрме", "Буранбай", "Урал", "Һырдаръя", "Кәмәлек", "Таштуғай", "Артылыш", "Шафиҡ", "Порт-Артур", "Ҡара ат", "Илсе Ғайса" йырҙары...

Бынан тыш Ейәнсура ерлегендә тыуған «Ҡаҫмарт буйы», "Хисам", "Ҡара сурай", "Ергәйеш"(был көйҙө уға бәләкәй сағында Ергәйеш буйҙарына емешкә йөрөгәндә әсәһе көйләй торған булған), үҙе ижад иткән «Ҡайынғабаҡ» йырҙары ла бар".

Йырҙың тарихын белеп, эстәлеген йөрәге аша үткәреп йырлауы һәр йырҙы музыкаль әҫәр итеп балҡыта.Тамашасы күңелендә танһыҡ бер моң булып уйылып ҡала.

Композиторҙарҙан Заһир Исмәғилов , Таһир Кәримов йырҙарын үҙ итә..

Хәтер

“...Беҙҙең йыр сәнғәте тарихында ижад ғүмерҙәрен иң элек башҡорт халыҡ йырҙарына арнаған һәм шул әлкәлә ҙур популярлыҡ ҡаҙанған атаҡлы оҫталар бар.

Сөләймән Абдуллин нәҡ ана шундай, бөтөн йәне-тәне менән үҙ халҡының йыр- моң хазинаһына ғашиҡ кеше. Халыҡ моңо уның өсөн атанан улға, быуындарҙан-быуындарға, быуаттарҙан-быуаттарға тап­шырыла килеүсе изге аманат. Ә аманатҡа хыянат юҡ, тигән ата-бабалар. Шуның өсөн дә үҙенең бар булмышы менән халыҡ йырының рухына тоғро Сөләймән Абдуллин.

Ул, әлбиттә, фәҡәт үҙенсә йырлай, уның тауышының тембры ла, башҡарыу манераһы ла, йырҙы интерпретациялау алымы ла тик үҙенсә. Башҡорт йырының тәрән нескәлектәрен, иң ҡатмарлы боролоштарын, ғөмүмән, ысын милли үҙенсәлеген һәр яҡлап асып, тасуирлап бирә Сөләймән ағай.

Шуға ла үҙенең артынан килгән бик күп йәш йырсылар өсөн үҙе бер эталон уның халыҡ йырын башҡарыу оҫталығы. Рамаҙан Йәнбәков, Ғәли Хәмзин, Тәнзилә Үҙәнбаева һымаҡ талантлы йырсылар унан өйрәнеп үҫте, уның ҡаҙаныштарын дауам итә.

Сөләймән ағай, бер ҡараһаң, үтә тыныс, һис кенә лә артыҡ көс һалмайынса йырлай һымаҡ. Ләкин ниндәй тетрән дергес моң, йәнеңде ярып үтерҙәй кисерештәр унда! Хатта ысын-ысынында поэтик драма дәрәжәһенә күтәрелә, мәҫәлән, «Мәҙинәкәй» исемле мәшһүр башҡорт халыҡ йырында тауыш яңғырашы аша тыуҙырылған бына был образ:

"Ыласындар оса, ай, һауала, Мәҙинәкәй-гөлкәй, бөҙрә сәсем, Һандуғастар ҡуна ла талдарға".

Был йырҙың тылсымлы асылын, асылып бөтмәгән серҙәрен Сөләймән Абдуллин һымаҡ асып, тасуирлап бирә белеү маһирлығы ниндәй генә йырсы өсөн дә үҙе бер ҙур ҡаҙаныш булырлыҡ:

"Һандуғастай һайрар ҡыҙ баланы, Мәҙинәкәй-гөлкәй, бөҙрә сәсем, Яҙмыш һата ла икән дәй малдарға".

Йырсының йөрәге, аңы-зиһене аша үтеп, үҙе үк аҫыл ыласын ҡош һымаҡ, ваҡыт киңлектәренә талпынып оса был йыр-хикәйәт. Хәйер, йыр ғына түгел, йырсының үҙенең ғүмере лә, уның һәр саҡ йырға тоғро булып йәшәүе лә килер быуындарға хикәйәт итеп һөйләрлек...” Р.Шәкүр. “Сыңрау торналар иле”

Сөләймән Әйүп улы Абдуллин 2002 йылдың 11 мартында 73 йәшендә Өфөлә вафат була. Тыуған ауылында ерләнгән.

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

http://wiki02.ru/encyclopedia/Abdullin_Suleyman_Ayupovich/t/58

http://zmsb.ru/index.php/nasha-gordost/deyateli-kultury/2-uncategorised/63-abdullin-sulejman-ayupovich

Әҙәбиәт

Шәкүр Р. Ыласындар оса, ай, һауала... //Сыңрау торналар иле. Өфө, 1996.