Витязь (компания): өлгөләр араһындағы айырма
З. ӘЙЛЕ (фекер алышыу | өлөш) "Витязь (компания)" битен тәржемә итеп төҙөлгән |
(айырмалар юҡ)
|
12:16, 10 октябрь 2016 өлгөһө
"Витязь" машиналар эшләү компанияһы" — Башҡортостандың Ишембай ҡалаһында урынлашҡан үтеү һәләте юғары булған ер өҫтөнән йөрөүсе транспорт сараларын эшләү буйынса завод ("Витязь" сауҙа маркаһы). Предприятие шулай уҡ ҡала автобустары һәм троллейбустары өсөн юғары класлы хәрәкәтләндереү мостары, йылытыусы һыу йылытыу ҡаҙандары эшләп сығара.
Тарихы
Заводҡа 1977 йылдың 20 майында нигеҙ һалына, 1981 йылдың октябрендә беренсе изделие эшләнә.
1994 йылда ике звенолы сылбырлы "Витязь" транспортерҙары фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының Дә-ләт премияһына лайыҡ була (РФ Президентының 1994 йылдың 10 июнендәге 1187 һанлы "1994 йылда фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияларын биреү тураһында"ғы Указы[1]).
Бүләкләнеүселәр араһында Савельев Владимир Иванович, "Витязь" төркөмөнә ҡараған транспортерҙарҙың беренсе генераль конструкторы ла бар.Ике звенолы транспортерҙар идеяһын биреүсе һәм уны тормошҡа ашырыусы баш конструктор Осколков Константин Владимирович яңы техника эшләгәне өсөн 1981 йылда Ленин орденына лайыҡ була.
2005 йылда ИЗТМ "Витязь" машиналар эшләү компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте милкенә күсә.
2008 йылда завод "Силәбе трактор заводы — Уралтрак" яуаплылығы сикләнгән ширҡәт аша "Уралвагонзавод" бронялы танктар холдингына инә[2].
2014 йылда "Витязь" машиналар төҙөү компанияһы" скционерҙар йәмғиәтенә үҙгәртелә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- ДТ-10
- ДТ-30