Һеңрән: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
7 юл: 7 юл:
Һеңрән.
Һеңрән.
== Этник тарихы ==
== Этник тарихы ==
XIII быуатҡа тиклем һеңрәндәр боронғо башҡорт ҡәбиләләре менән аралашып, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында йәшәгәндәр. XIII—XIV быуаттарҙа һеңрәндәр ҡатай һәм һалйоттар йоғонтоһонда себер һәм көнсығыш себер тарафтарына юллана.
XIII быуатҡа тиклем һеңрәндәр боронғо башҡорт ҡәбиләләре менән аралашып, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында йәшәгән. XIII—XIV быуаттарҙа ҡатай һәм һалйоттар йоғонтоһонда Себер һәм Көнсығыш Себер тарафтарына юлланалар.
XVI—XVII быуаттарҙа һеңрәндәр себер татарҙары власе һәм сәйәси йоғонтоһо аҫтында ҡала. XVII быуат башында һеңрәндәр табын башҡорттары менән бергә Тубылдан көнбайышҡа табан далаларҙа Күсемдәрҙең төп терәге була. Себер ханлығы ҡолатылғандан һуң һеңрән ҡәбиләһенең ҙур өлөшө себер татарҙары менән көнсығышҡа, Алтайғаса күсенә, ҡалған өлөшө башҡорт этносы составына ҡушыла. XIX быуатта һеңрәндәр һалйоттар ерендә йәшәй, ергә аҫабалыҡ хоҡуғы алырға тырышып, үҙҙәрен һалйоттар тип атай башлайҙар.
XVI—XVII быуаттарҙа улар себер татарҙары власы һәм сәйәси йоғонтоһо аҫтында ҡала. XVII быуат башында табын башҡорттары менән бергә Тубылдан көнбайышҡа табан далаларҙа Күсемдәрҙең төп терәге булалар. Себер ханлығы ҡолатылғандан һуң ҡәбиләнең ҙур өлөшө себер татарҙары менән көнсығышҡа, Алтайғаса күсенә, ҡалған өлөшө башҡорт этносы составына ҡушыла. XIX быуатта һалйоттар ерендә йәшәйҙәр, ергә аҫабалыҡ хоҡуғы алырға тырышып, үҙҙәрен һалйоттар тип атай башлайҙар.
Б. О. Долгих фаразлауы буйынса, һеңрән ҡәбиләһе «бары ваҡыт үтеү менән төркиләштерелгән боронғо уғыр халҡының вариҫтары» булыуы мөмкин, әммә һеңрәндәрҙең һәм терһәктәрҙең «килеп сығышы буйынса» «төрки телле» булыуҙары ла мөмкин.
Б. О. Долгих фаразлауынса, һеңрән ҡәбиләһе «бары ваҡыт үтеү менән төркиләштерелгән боронғо уғыр халҡының вариҫтары» булыуы мөмкин, әммә һеңрәндәрҙең һәм терһәктәрҙең «килеп сығышы буйынса» «төрки телле» булыуҙары ла ихтимал.
П. И. Рычковтың исемлегендә «ерән» йәки «ерән юрты» ырыуҙары Ҡаҙан юлында тип иҫәпләнә. Шулай уҡ сығанаҡтарҙа этнонимдың рус телендә хата менән бирелгән транскрипциялары ла билдләнгән — «зырянцы», «зарянцы» йәки «сырянцы».
П. И. Рычковтың исемлегендә «ерән» йәки «ерән юрты» ырыуҙары Ҡаҙан юлында тип иҫәпләнә. Шулай уҡ сығанаҡтарҙа этнонимдың рус телендә хата менән бирелгән транскрипциялары ла билдләнгән — «зырянцы», «зарянцы» йәки «сырянцы».
Р. Ғ. Кузеевтың яҙмаларына ҡарағанда, һеңрәндәрҙең ата-бабаларының тыуған ере Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы һәм көнъяҡ-көнбайыш Урал алды булған, уларҙың ырыуҙаштары унда XX быуат башына тиклем йәшәп, уларҙа боронғо ырыу-ҡәбилә исемен һаҡланған. Миҫал өсөн, Һеңрән ауылының исеме [1] ошо этнонимдан килеп сыҡҡан [2].
Р. Ғ. Кузеевтың яҙмаларына ҡарағанда, һеңрәндәрҙең ата-бабаларының тыуған ере Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы һәм көнъяҡ-көнбайыш Урал алды булған, уларҙың ырыуҙаштары унда XX быуат башына тиклем йәшәп, уларҙа боронғо ырыу-ҡәбилә исемен һаҡланған. Миҫал өсөн, Һеңрән ауылының исеме [1] ошо этнонимдан килеп сыҡҡан [2].

17:33, 20 октябрь 2016 өлгөһө


Ырыу составы

Ырыу аралары: Айыу; Ҡыҙрас; Һеңрән.

Этник тарихы

XIII быуатҡа тиклем һеңрәндәр боронғо башҡорт ҡәбиләләре менән аралашып, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында йәшәгән. XIII—XIV быуаттарҙа ҡатай һәм һалйоттар йоғонтоһонда Себер һәм Көнсығыш Себер тарафтарына юлланалар. XVI—XVII быуаттарҙа улар себер татарҙары власы һәм сәйәси йоғонтоһо аҫтында ҡала. XVII быуат башында табын башҡорттары менән бергә Тубылдан көнбайышҡа табан далаларҙа Күсемдәрҙең төп терәге булалар. Себер ханлығы ҡолатылғандан һуң ҡәбиләнең ҙур өлөшө себер татарҙары менән көнсығышҡа, Алтайғаса күсенә, ҡалған өлөшө башҡорт этносы составына ҡушыла. XIX быуатта һалйоттар ерендә йәшәйҙәр, ергә аҫабалыҡ хоҡуғы алырға тырышып, үҙҙәрен һалйоттар тип атай башлайҙар. Б. О. Долгих фаразлауынса, һеңрән ҡәбиләһе «бары ваҡыт үтеү менән төркиләштерелгән боронғо уғыр халҡының вариҫтары» булыуы мөмкин, әммә һеңрәндәрҙең һәм терһәктәрҙең «килеп сығышы буйынса» «төрки телле» булыуҙары ла ихтимал. П. И. Рычковтың исемлегендә «ерән» йәки «ерән юрты» ырыуҙары Ҡаҙан юлында тип иҫәпләнә. Шулай уҡ сығанаҡтарҙа этнонимдың рус телендә хата менән бирелгән транскрипциялары ла билдләнгән — «зырянцы», «зарянцы» йәки «сырянцы». Р. Ғ. Кузеевтың яҙмаларына ҡарағанда, һеңрәндәрҙең ата-бабаларының тыуған ере Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы һәм көнъяҡ-көнбайыш Урал алды булған, уларҙың ырыуҙаштары унда XX быуат башына тиклем йәшәп, уларҙа боронғо ырыу-ҡәбилә исемен һаҡланған. Миҫал өсөн, Һеңрән ауылының исеме [1] ошо этнонимдан килеп сыҡҡан [2].

Таралыу территорияһы

Хәҙер һеңрәндәр территорияһында Силәбе өлкәһенең Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондары урынлашҡан.

Әҙәбиәт

Кузеев Р. Ғ. Башҡорт халҡының килеп сығышы. М., Наука, 1974.

Иҫкәрмә

↑ Хәҙер — Башҡортостандың Илеш районы