Ғабдрахманов Абрар Хаҡ улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
викилаштырыу, күренеште төҙәтеү
54 юл: 54 юл:
[[Категория:Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре]]
[[Категория:Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре]]
[[Категория:Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаусылар]]
[[Категория:Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаусылар]]
[[Категория:Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаусылар]]
[[Категория:Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаусылар]]

12:12, 2 ноябрь 2016 өлгөһө

Абрар Ғабдрахманов
Ғабдрахманов Абрар Хаҡ улы
Төп мәғлүмәт
Тыуған

1 ғинуар 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

БАССР‑ҙың Учалы районы Наурыҙ ауылы

Үлгән

15 октябрь 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (78 йәш)

Үлгән урыны

Өфө

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

композитор

Наградалар
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы

Абрар Хаҡ улы Ғабдрахманов (1 ғинуар 1935 — 15 октябрь 2013) — башҡорт композиторы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).

Биографияһы

Ғабдрахманов Абрар Хаҡ улы 1935 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Учалы районы Наурыҙ ауылында тыуған.

Өфө сәнғәт училищеһын (1965; Рафиҡ Сәлмәнов класы), Өфө дәүләт сәнғәт институтын (1973; Заһир Исмәғилев класы) тамамлаған. 1961—68 йылдарҙа Өфөнөң 8‑се музыка мәктәбе уҡытыусыһы, 1973—78 йылдарҙа БАССР‑ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының музыкаль мөхәррире.

Ижады

Абрар Ғабдрахманов ижады бай тематикалы булыуы, музыкаль әҫәрҙәр яҙыуҙа күп төрлө формалар һәм алымдар ҡулланылыуы менән айырылып тора. Башҡорт халыҡ өйҙәренә нигеҙләнгән «Йәмле Яйыҡ буйҙары» (1972) симфоник картинаһын, «Башҡорт бейеүҙәре» (1980) симфоник сюитаһын, 2 скрипка һәм фротениано өсөн «Бейеү ритмдары» (1976) сюитаһын, скрипка һәм фортопиано өсөн 2‑се сонатаһын (1988), скрипка һәм фортепиано өсөн «Башҡорт моңдары» пьесалар циклын (1992) киң билдәле. Уның ижадында милли мелодиканы айырыуса аһәңле сағылдырған вокаль музыка ҙур урын алып тора: колоратуралы сопрано һәм симфоник оркестр өсөн Концерт (1977), Рафаэль Сафин һүҙҙәренә «Мәңгелек яралар» (1972), Абдулхаҡ Игебаев һәм Йыһат Солтанов һүҙҙәренә «Тыуған ерем — моңло йырым» (1979) кантаталары; Хәким Ғиләжев һүҙҙәренә «Ер улы — Ил улы» (1986), Рәми Ғарипов һүҙҙәренә «Туған тел» (1989), Назар Нәжми һүҙҙәренә «Шағир» (1998) вокаль циклдары. 60‑тан ашыу йыр һәм романс авторы: Рәмил Йәнбәк һүҙҙәренә «Ағиҙел», Зарема Әхмәтйәнова һүҙҙәренә «Аҙашҡанһың, кәкүк», Зөһрә Ҡотлогилдина һүҙҙәренә «Төштәрҙә генә булһа ла», Рауил Бикбаев һүҙҙәренә «Туған моңдар» һәм башҡалар. Бынан тыш 50‑нән ашыу башҡорт халыҡ йырын нотаға һала, ҡайһы берҙәрен капелла хоры өсөн эшкәртә («Сибай», «Томан», «Уйыл», «Шәүрә» һ. б.). Балалар өсөн «Һоро муйын» («Серая шейка»; 1987, Д. Н. Мамин-Сибиряктың шул уҡ исемле әкиәте буйынса Г. А. Зайцевтың либреттоһы) операһын, 20‑нән ашыу йыр һәм пьеса яҙа.

Композиторҙар союзы ағзаһы (1981).

Маҡтаулы исемдәре

  • Башҡортостандың халыҡ артисы (1995).
  • БАССР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1985).

Әҫәрҙәре

  • Таңдағы йыр. Өфө, 1985;
  • Төнгө серенада. Өфө, 1994.

Әҙәбиәт

  • Галина Г. С. Төнгө серенада //Һоҡланһын бар донъя. — Өфө, 1999.

Һылтанмалар