Өфө дәүләт авиация техник университеты: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
викилаштырыу, күренеште төҙәтеү, стилде төҙәтеү, орфография, аныҡлаштырыу, өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
57 юл: 57 юл:
2003 йылдан хәҙергәсә — Ғөзәйеров Морат Баҡый улы
2003 йылдан хәҙергәсә — Ғөзәйеров Морат Баҡый улы


== Авиация университеты бинаһы — Башҡорт АССР-ң Советтар йорто ==
== Авиация университеты бинаһы — Башҡорт АССР-ының Советтар йорто ==
Университеттын баш йорто 1950 йылда архитектор [[Кәлимуллин Барый Ғибәт улы]] проекты буйынса «Советтар йорто» һымаҡ төҙөлдө. 1958 йылда йорт университетҡа тапшырылды.
Университеттын баш йорто 1950 йылда архитектор [[Кәлимуллин Барый Ғибәт улы]] проекты буйынса «Советтар йорто» һымаҡ төҙөлдө. 1958 йылда йорт университетҡа тапшырылды.



17:42, 10 ноябрь 2016 өлгөһө

Өфө дәүләт авиация техник университеты
(УГАТУ)
Халыҡ-ара исеме

Ufa State Aviation Technical University

Элекке исеме

Өфө авиация институты

Асылған йылы

1932

Президент

Кусимов Салауат Таһир улы

Ректор

Ғөзәйеров Морат Баҡый улы

Урынлашыуы

Өфө, Киров районы

Юридик адресы

450077, Өфө ҡалаһы, Карл Маркс ур., 12

Сайт

ugatu.ac.ru

Наградалары

Ленин ордены

Өфө дәүләт авиация техник университеты — Башҡортостан Республикаһының һәм Өфө ҡалаһының иң ҙур юғары уҡыу йорттарының береһе, үҫешкән фән һәм мәҙәниәт үҙәге. Университ уҡыу-уҡытыу барышына заманса яңы ысулдар индереү йүнәлешендә алдынғы урындарҙа тора.

Ҡаҙаныштары

  • 2016 йылда Өфө дәүләт авиация техник университеты Рәсәйҙең иң яҡшы 60-тан ашыу вузы исемлегенә инде[1].

Университеттың тарихы

Был юғары уҡыу йорто, авиция институты булараҡ, Ярославль өлкәһенең Рыбинск ҡалаһында 1932 йылда асыла.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу сәбәпле, 1941 йылдың көҙөндә ул Өфөгә күсерелә һәм, алдағы йылдан яңы исем алып, «Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институты» тип атала башлай.

1992 йылда институт «техник университет» статусы ала, уның бөгөнгө исеме — Өфө дәүләт авиация техник университеты.

2010 йылда университет милли тикшеренеү университеты статус алыу өсөн конкурста ҡатнашты, ләкин ҡатнашыу уңышһыҙ булды.

Мәғлүмәт

ӨДАТУ бөгөнгө көндә 7 үҡыу бүлегенән тора. Университетта тәжрибәле белгестәрҙе әҙерләү 61 йүнәлеш буйынса алып барыла. Барыһы 8 корпустан торған университет әлеге ваҡытта 9-һын төҙөй. ӨДАТУ 20 меңдән ашыу студенттар белем ала.

Университеттың ректорҙары

1932—1933 — Фрейман С. А.

1933—1935 — Душинов Н. И.

1935—1936 — Гординский З. Г.

1936—1939 — Гогосов Владимир Антонович

1939—1942 — Емелин Иван Павлович

1942—1944 — Гусаров Александр Филиппович

1944—1961 — Емелин Иван Павлович

1961—1992 — Мәүлитов Рифат Рәхмәтулла улы

1992—2003 — Күсимов Салауат Таһир улы

2003 йылдан хәҙергәсә — Ғөзәйеров Морат Баҡый улы

Авиация университеты бинаһы — Башҡорт АССР-ының Советтар йорто

Университеттын баш йорто 1950 йылда архитектор Кәлимуллин Барый Ғибәт улы проекты буйынса «Советтар йорто» һымаҡ төҙөлдө. 1958 йылда йорт университетҡа тапшырылды.

Университетты тамамлаған шәхестәр

Сәйәсмәндәр

Фән эшмәкәрҙәре

Химия

Математика

Билдәле уҡытыусылар

  • Лавров Сергей Андреевич (6.11.1935, Ҡаҙаҡ АССР ы Жана Семей ҡасабаһы), конструктор. Техник фәндәр кандидаты (1974). БАССР ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1977). Ҡазан авиация институтын тамамлағандан һуң (1959) ӨПЭПБ ла эшләй: өлкән инженер конструктор, 1960 йылдан — баш конструктор урынбаҫары, 1964 йылдан — баш конструктор, 1991 йылдан — тәжрибә КБ-һы етәксеһе., 1994 йылдан — техник конструкторлыҡ бүлеге начальнигы. 1996 йылдан ӨДИСА ла, бер үк ваҡытта 2005—12 йылдарҙа ӨДАТУ ла уҡыта. Сергей Лавров етәкселегендә хисаплау техникаһының (цифрлы хисаплау машиналары), электр бритваларының, шул иҫәптән донъялағы тәүге «Ағиҙел 1К» космик бритваһының төрлө модификациялары эшләнә һәм етештереүгә индерелә. 30-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1969).

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар


Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.